яманға батма, дан өсөн дуҫтарыңды һатма, һынауҙар килһә, һы¬ натма11.
- * *
Дүрт күҙ араһында үҫергә яҙһын балаларға12.
- * *
Балам, балам бал ғына,
Үҫер әле яй ғына.
Ризыҡтары менән тыуҙы
Ашаһын гел май ғына15.
- * *
Балам оҙон сәсле тыуған,
Ғүмере оҙоң булһын. -
Бөҙрә генә сәсле тыуҙы,
Әсәһе өҙөлөп торһон .
- * *
Балам бик тыпырсына,
Балыҡтай йөҙөр әле.
Бейеүсе булыр әле,
Дандары сығыр әле15.
Баланы йыуындырғанда, майлағанда
Балда, майҙа йөҙөп йәшә,
Бал ҡап, май ҡап.
Һүҙең, тормошоң яҡшы булһын,
Май ҡап, май ҡап.
Ҡылған эшең яҡшы булһын,
Бал ҡап, бал ҡап.
Ата-әсәңә алмашсы бул,
Бал ҡап, май ҡап16.
- * *
Һалҡын һыу, тәмле һыу
Минең биттәремде йыу,
Минең күҙҙәремде йыу,
Биттәрем алһыуланһын,
Күҙҙәрем ялҡынланһын,
Ҡулдарым таҙа булһынэ
Бишек туйы
Балаларҙың тыуыуына ҡырҡ көн тулғас, тәғәйенләнгән Иp бала менән ҡыҙ балаға бишек туйы үткәрәләр.. Ҡиәмәтлекиата ме-