Jump to content

Page:Geleyetdinov i toz balalar folklory bala sak uinapkolop ycer.djvu/8

From Wikisource
This page has not been proofread.

Инәнән тыуғас, бирмәйем,

Әсәһенә лә, атаһына ла.

Ҡайҙан килгәнен белмәйем,

Шайтан елкәмә атланһа ла.

Кендек инәһе баланы икенсе кешегә биреп ебәрә. Кемгә бирергә алдан һөйләшелгән була. Баланы алған кеше, ата-әсәһе янына килеп өндәшә:

— Алаһыңмы?

— Алам. Бала минеке. Бала һеҙҙеке түгел. Хаҡын килешә алмаған булып, баланы күтәргән кеше, тағы сығып китеп, урап инә.

— Был бала минеке. Исеме... Табып алғайным, һатам. Ул, баланы алып, тағы сығып йөрөп килә.

Баланың ата-әсәһе:

— Кендек хаҡы бер күлдәк, һатылмышына һарыҡ,— ти.

Ике яҡ шулай килешә. Баланы өйгә тәҙрә аша алып инәләр. Баланы әсәһе эргәһенә һалалар. Кендек әбейе теләк теләй: «Оҙон ғүмерле бул, бәхетле бул, тәүфиҡле бул, ата-әсәңә шәфҡәтле бул, уларҙы зарлатма»6. Бала тыуғас теләгән теләктәр Кеше артты донъяла, ризығың менән, төклө аяғың менән. Бә¬ хетле, сәләмәт бул, тәүфиғең, аҡылың үҙеңдә булһын, әсәйеңә яр¬ ҙамсы, атайыҢа иш бул, уҡып ҙур кеше бул; кешеләргә изгелекле, игелекле бул7.

  • * * ,

Ырыҫ-бәхетең, төклө аяғың менән,сабыйым, ата-әсәле бул, үҙ бәхетең менән үҫ,- бал-май эсендә йөҙөп йәшә, тырыш бул, сапсан бул, эш тигәндә ал бирмә8.

  • * *

Миһырбанлы, аҡыллы, изгелекле бул, әсәйең менән атайыңа терәк бул, ярҙамсыл, игелекле бул9.

  • * *

Иҫән-һау йөрө, бәлә-ҡазанан һаҡ бул, .дошмандарға бирешмә, юҡҡа-барға ирешмә, бәхетле бул, эштәреңдә тәхетле бул, яҡшы¬ ға ла — яҡшы, шаҡшыға ла яҡшы бул10.

  • * *

Боҫло ашты бора баҫма,юлың булыр асыҡ таҫма, ҡурҡмайын¬ са алға атла, аш менәң атҡанға таш менән атма, яуызлыҡҡа —