Jump to content

Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/71

From Wikisource
This page has not been proofread.

5. Ул система этнолингвистик планда тикшереүҙе талап итә. Йәнә лә шуны әйтергә кәрәк: башҡорттарҙың аш-һыуҙары, нигеҙҙә үҙенең милли үҙенсәлектәрен һаҡлаған хәлдә лә, дәүерҙәр үтеү менән ҙур үҙгәрештәр кисергән. Уға башҡа халыҡтарҙың ризыҡтары, аш-һыу әҙерләү ысулдары үтеп ингән. Элек ғәмәлдә ит, һөт, үҫемлек ризыҡтарынан торған туҡланыу рационына йәшелсә, емеш-еләк аҙыҡтары өҫтәлә. Хәҙер аш өҫтәлендә ит, һөт аштарынан тыш төрлө турамалар ҙа ҙур урын алды. Йәғни башҡорт кухняһы йәнә лә байый төштө.

Дөрөҫ туҡланыу - һаулыҡты һаҡлауҙың мөһим факторы. Ул кешенең эшмәкәрлегенә, көн итеүенә ныҡлы йоғонто яһай. Шуға күрә халыҡ кулинарияһының ҡаҙаныштарын дөрөҫ файҙалана белергә кәрәк.

II бүлек

Башҡорттарҙың байрам-йолалары һәм уларға бәйле аш-һыузар

§ 1. Халыҡ һәм йола

Ьәр халыҡтың бик оҙайлы дәүерҙәр арауығында формалашҡан һәм нығынған милли йолалары, байрамдары бар. Кешеләр борон-борондан тәбиғәт күренештәренә, физик һәм физиологик үҙгәрештәргә, ғаиләгә, йәмғиәттә булған ваҡиғаларға үззәре теләгәнсә йоғонто яһарға тырышҡан. Шул ынтылыштар йолалар тыуыуына сәбәпсе булған. Йолаларҙың тамырҙары бик тәрәндә ята: улар кеше аңын мифологик ҡараштар биләгән тәүтормош дәүерҙәрендә үк барлыҡҡа килә башлаған.

Башҡа халыҡтар менән уртаҡлыҡтары, оҡшашлыҡтары булған сүрәттә лә (ә был, тарихи үҫеш