Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/70

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
There was a problem when proofreading this page.

культура ла хәҙер бар урында үҫтерелә. Кәбеҫтәнән кәбеҫтә ашы (щи) бешерелә. Шулай уҡ рустарҙан ингән кәбеҫтәле сөгөлдөр ашы ла (борщ) бөгөнгө көндә бар урында әҙерләнә. Кәбеҫтә йәнә төрлө турамалар (салаттар) әҙерләү өсөн ҡулланыла. Ҡышҡылыҡҡа уны тоҙлайҙар. Тоҙло кәбеҫтә ҡышҡы өҫтәл түрендә иң танһыҡ ризыҡтарҙың береһе. Ул аппетитты күтәреп кенә ҡалмай, организмды кәрәкле витаминдар менән тәьмин итә.

Баҡсасылыҡ кәсебе йәнә помидор, ҡыяр, кишер кеүек ашһыу әҙерләүҙә киң ҡулланылған, сей килеш тә халыҡтың яратып ашаған йәшелсәләре менән тәьмин итә. Мәҫәлән, помидорҙан төрлө турамалар (салаттар) әҙерләйҙәр, һығып һут алалар, иҙмә (паста) яһайҙар. Тоҙланған помидор иһә ҡышын танһыҡ ризыҡҡа әүерелә. Тоҙло ҡыяр ҙа шулай. Кишер, һуған, һарымһаҡ, керән, әнистәр иһә аш тәмләткестәр булараҡ ҡулланыла.

Шулай итеп, баҡсасылыҡ кәсебе лә халыҡты туйындыра, уның аш-һыу рационын байыта.

Алдағы бөтә яҙмаларҙы барлап, бүлек буйынса түбәндәге һығымталар яһарға мөмкин:

1. Башҡорттарҙың бик боронғо дәүерҙәрҙән алып бөгөнгәсө үҙҙәренә генә хас милли аш-һыу системаһы барлыҡҡа килгән.

2. Был система халыҡтың төп кәсептәренә бәйле формалашҡан . 3. Шул кәсептәр нигеҙендә ит, һөт, үҫемлек ризыҡтары төрҙәре хасил булған.

4. Ризыҡтарҙың байлығы һәм төрлөлөгө аш-һыу терминдарының ифрат ҙур лексик системаһын барлыҡҡа килтергән.

69