Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/54

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

ашы. Уны ҡорот, ҡатыҡ менән тәмләткәндәр, йәки ҡаймаҡ, ирегән май ҡушып биргәндәр. XIX быуат ғалимы уны "ярлылар ашы" тип атай (15. 183). Әлбиттә, байыраҡ башҡорттар уны үҙһенмәгән. Шуға ла Урал аръяғы башҡорттарында ул бөтөнләй осрамаған.

Элегерәк ярманан өйрә әҙерләнгән. Бутҡанан ул шыйығыраҡ, боламыҡтан ҡуйыраҡ. Ҡорот йәки ҡатыҡ менән тәмләтелә.

Арпа, арыш, бойҙай ярмаһынан башҡорттар борондан буҙа исемле милли эсемлек яһағандар. Онотолоп барған был эсемлек бөгөнгө көндә ҡайтанан тергеҙелә. Хатта махсуслашҡан фирма асылып, ул һатыуға ла сығарыла башланы. Буҙа - бик туҡлыҡлы һәм файҙалы эсемлек. Ул былай әҙерләнә: шыттырып киптерелгән игенде ҡул тирмәнендә тартҡандар (хәҙерге көндә "геркулес" тип аталған әҙер арпа ярмаһы ҡулланыла). Шул рәүешле алынған ҡуржынға төйөлгән һәм табала ҡыҙҙырылған арпа ҡушҡандар һәм йылы һыу өҫтәп, 2-3 көнгә әсетергә ҡуйғандар. Тиҙерәк әсеһен, күперһен өсөн һәм, әлбиттә, үҙенсәлекле тәм биреү маҡсатында ҡуржынға ваҡ малдың иретелгән эс майын (ҡайһы яҡтарҙа аҡ май) ҡушҡандар. Буҙа күпереп әсеп сыҡҡас, уны һөҙгәндәр һәм берәй көнгә һалҡынса урынға ултыртҡандар. С.И. Руденко әйтеүенсә, буҙаны бөрйән, ҡатай, ҡара-габын, тамъян, түңгәүер, күбәләк-телөү башҡорттары даими әҙерләгән һәм XIX быуат аҙаҡтарында был эсемлек бөтә Башҡортостанға таралған (19. 133).

Әҙерләү ысулы менән буҙаға яҡын эсемлек - сөслөнө хәҙер Пермь әлкәһенә ҡараған ғәйнә башҡорттары әҙерләгән. Ул арыштан эшләнгән (14. 86). 53