Jump to content

Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/53

From Wikisource
This page has not been proofread.

бешереп үҙенсәлекле аш - саламат әҙерләгәндәр. Талҡан тураһында С.Н. Шитова менән P.Ғ, Ғәҙелгәрәевалар ҙур ғына мәғлүмәт килтерә. Улар, мәҫәлән, бына нимә тип яҙа: "Размельчание предварительно сваренного зерна стало традицией у некоторых этнических групп и связывается она с Малой Азией. Этот способ приготовления муки и крупы применялся курдами, белуджами, лурами, юрюками. Талкан из вареной и высушенной пшеницы заготавливались таджиками... У тувинцев, алтайцев, монголов талканную муку подсыпали в чашку с чаем, заваривая кипятком. У хакасов, тувинцев и алтайцев толокнянные колобки с маслом брали в дорогу, на охоту... Такое же разнообразие способов употребления каленой талканной муки существовало в прошлом и у башкир юго-восточных районов Башкирии" (22. 94).

Талҡанда бик күп төрлө файҙалы элементтар бар. Уның туҡлыҡлығы ла бик юғары: 100 грамм продуктта 300 килокалорий. Унда аҡһым 16%, май 2%, углеводтар 75%. Күрәһең, талҡандың ошо сифаттарын беҙҙең ата-бабаларыбыҙ бик күптән белгән һәм был ризыҡты үҙҙәренең төп туҡланыу рационына индергән.

Ҡыҙҙырылған бөтәү бойҙайҙы һәм арпаны шул килеш тә ашағандар. Ул ҡурмас тип атала. Төньяҡ-көнбайышта арпаны тарма орлоҡтары менән ҡушып ҡыҙҙырғандар. Ул ҡурмасҡа үҙенсәлекле тәм һәм еҫ биргән. Ҡурмас бигерәк тә балаларҙың яратҡан ризығы булған. Ул да бик файҙалы һәм туҡлыҡлы.

Ондан һәм ярманан элек-электән төрлө йылы аш-һыу әҙерләнгән. Шуларҙың иң ябайы боламыҡ булған. Уны боронораҡ көнбайыш һәм төньяҡ башҡорттары бешергән. Ғәмәлдә ул ҡайнар һыуҙа йәки һөттә болғатып бешерелгән он