Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/45

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

тәбиғәт менән гармонияла йәшәгән, уның серҙәренә төшөнгән башҡорт халҡының оло мәзәни табышы ул. Шулай итеп, меңәр йылдар малсылыҡ менән кәсеп иткән башҡорт халҡы аҫраған малдарынан оло файза күргән, уларҙан төрлө ризыҡтар, ашамлыҡтар әйзәп, йәшәйешен тәьмин иткән. Шул йәшәү дәүерендә береһенән-береһе ҡәҙерлерәк аш-һыу ысулдарын уйлап тапҡан.

§ 2. ИГЕНСЕЛЕККӘ БӘЙЛЕ АШ-ЬЫУҘАР

Башҡорттарҙың туҡланыу рационында борон-борондан үҫемлек ризыҡтары ҙур өлөш алып торған. Бигерәк тә иген культуралары көнкүрештә мөһим роль уйнаған. Бик борондан килгән иген сәсеү, иген эшкәртеү ҡорамалдарының бөгөнгәсә һаҡланып ҡалған архаик формалары башҡорт халҡының элек- электән малсылыҡ менән бер рәттән игенселек кәсебе менән шөғөлләнеүен иҫбатлай. Шулай ҙа тарихи әҙәбиәттә юҡ-юҡта "башҡорттар ер эшкәртеү һәнәрен XVIII быуат аҙаҡтарында, XIX быуат баштарында рустар һәм башҡа игенсе халыҡтар йоғонтоһонда * үҙләштерелгән" тигән яңылыш фекерҙәр осрап ҡуя. Ә бит XVIII быуатта уҡ Башҡортостан буйынса сәйәхәт итеүсе рус ғалимдары, атап әйткәндә, И. Лепехин, И. Георги, П. Паллас, үҙҙәренең юлъяҙмаларында башҡорт халҡының көндәлек туҡланыу рационында башаҡлы культураларҙың элек- электән ҡулланыла килеүен һыҙыҡ өҫтөнә алалар. Мәҫәлән, И. Лепехин бына нимә яҙа: "В рационе башкир с давних пор присутствовали злаки. Башкиры, как известно, издревле были