Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/32

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

башҡорттарҙың боронғо һыйланыу йолаһы, туҡланыу тәртибе, табын этикеты тураһында ҡиммәтле этнографик мәғлүмәттәр биреүе менән дә әһәмиәтле. Махан, башҡа ҡунаҡ аштары кеүек, туған-тыумаса, дуҫ-иштәр менән аралашыу, яҡынайыу, йола һаҡлау ысулы ла булған. Бындай табындарға халыҡ ашау өсөн генә түгел, ә һөйләшеү, кәңәшләшеү, күңел асыу өсөн дә йыйылған. Шулай итеп, ҡунаҡ аштары ла этнос тормошонда әһәмиәтле роль уйнаған.

Үрзә әйтелгәндәр барыһы ла ҡунаҡ аштары тураһында булды. Ит ҡушып бешерелгән көндәлек аш- һыузар за бихисап. Шуларҙың ҡайһы берзәренә, тик башҡорттарға ғына хас булғандарына туҡталып китәйек.

Боламыҡ - элегерәк башҡорттарҙың иң популяр аҙыҡтарының береһе булған. "Самым распространенным мясным кушанием основной массы башкир был боламыҡ - жидкий заправленный мукой отвар мяса с накрошенным в него сыром (ҡорот)", - тип яза был ашамлыҡ тураһында С.И. Руденко (19. 31-32).

Беҙҙеңсә, боламыҡ ул - ҡорот менән тәмләтелгән, он менән ҡуйыртылған итле һурпа. Күрәһең, ул әҙерләү ысулының ябайлығы, туҡлыҡлығы менән хужабикәләр иғтибарын үзенә тартҡандыр. Туҡмас - бөтә төбәктәрҙә лә киң таралған ашамлыҡ. Ул төрлөсә әҙерләнә, шулай за һарыҡ итенә өҫтөнлөк бирелә. Ит киҫәктәре талғын утта бешеп сыҡҡас, йыйып алына һәм йылы урынға ҡуйыла. Бишбармаҡ һалмаһынан айырмалы рәүештә, туҡмас һалмаһы 5-6 см самаһындағы йоҡа таҫмалар рәүешендә киҫелә. Ьалма һалыр алдынан