Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/141

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

§ 4. Башҡорттарҙа табын этикеты

Аралашыу культураһы “этикет” тигән халыҡ-ара термин менән атап йөрөтөлә. Француз теленән ингән был һүҙ йәмғиәттә үҙ-үҙеңде тотоу, кешеләр менән аралашыу ҡағиҙәләре тигән төшөнсә бирә. Ул беҙҙеңсә “әҙәп” тигән әхлаҡи-фәлсәфәүи категорияға тап килә.

һәр халыҡтың былуаттар буйы формалашҡан һәм ҡанунлашҡан әҙәп ҡағиҙәләре бар. Улар атанан улға, әсәнән ҡыҙға күсә килгән яҙылмаған наказдар рәүешендә йөрөй. Халҡыбыҙҙың боронғо тормошон өйрәнгән ғалимдар һәм әҙиптәрҙең билдәләүенсә, башҡорттарҙың үҙ-ара аралашыуында һәм башҡалар менән мөнәсәбәтендә иң әүәл күҙгә ташланғаны - ихласлыҡ һәм кешегә ышаныусанлыҡ булған. Э ихласлыҡ үҙ эсенә алсаҡлыҡ, йомартлыҡ, киң күңеллелек тигән төшөнсәләрҙе ала. Был һыҙаттар үҙ сиратында ҡунаҡсыллыҡ тигән матур ғәҙәт тыуыуына сәбәпсе була. Башҡорттар, ысынлап та, ҡунаҡҡа саҡырышырға, йыйындар ойоштороуға әүәҫ.

Ҡунаҡ булышыу, бергәләп йыйындарға йыйылыу кешеләр араһына татыулыҡ индергән, үҙ-ара мөнәсәбәткә йылылыҡ биргән. Беҙҙең халыҡ өсөн ҡунаҡ кеше иң ҡәҙерле һәм изге һаналған. Уға ҡараңғы сырай күрһәтеү, йәбер-золом ҡылыу гонаһ тип ҡаралған. Шуға күрә, балаларҙы бәләкәйҙән үк асыҡ сырайлы, йомарт күңелле, ҡунаҡсыл булырға өйрәткәндәр. Шул нигеҙҙә бик күп мәҡәлдәр һәм әйтемдәр тыуған. Бына уларҙың ҡайһы берҙәре: “Ҡунаҡ килһә, йортҡа йәм”, “Ҡунаҡтың аты ла ҡунаҡ”, “Ҡаҙан ҡайҙа - ут шунда, ҡунаҡ ҡайҙа - ҡот шунда”, “Ҡунаҡ килһә, ҡапҡаң ас, өйөңә инһә, ҡаҙан аҫ”, “Күңеле