Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/140

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

Беҙҙең милли туҡланыу системаһына һуңлап килеп инһә лә, билмән хәҙер аш-һыу рационында иң хөрмәтле урын биләй. Ул иң ҡәҙерле ҡунаҡ аштарының береһе. Билмән тураһында тыуған йомаҡтарҙың ҡайһы берҙәре генә: "Аҡ алаша батты, ҡолаҡтары ҡалҡты”, "Ҡола ҡойоном ҡойоға төштө, ҡолағы ҡарая төштө”, "Ҡола атым һыуға төштө, ҡолағы ҡарпая төштө", "Матур-матур ҡыҙҙар таҡта өҫтөнән шыуалар ҙа ҡайнар һыуға сумалар”, ’’Ҙур-ҙур кешеләр таҡта быуалар, киләләр ҙә һыуға сумалар” һ.б.

Билмән яһау тураһында да ла бик мауыҡтырғыс йомаҡтар яралған. Мәҫәлән: “Ҡайсыһыҙ киҫелә, епһеҙ тегелә”, “Йөҙ йылҡы һыуға төштө, Сөләймән ҡыуа төштө” (Билмәндәр, һүмес). “Ҡырҡ йылҡым һыуға төштө, Әбделғәлим ҡыуа төштө” һ.б.

Күреүебеҙсә, билмәндең формаһы ла (ике ҡолаҡлы булыуы), әҙерләнеү тәртибе лә (һыуға төштө), уның башлыса йылҡы итенән әҙерләнеүе лә (ҡырҡ йылҡым һыуға төштө) йомаҡтарҙа киң кәүҙәләнеш таба. Бына шулай образлы һүрәтләнә халыҡ ижадында ит аштары һәм уның бер төрө булған билмән.

Шулай итеп, башҡорт милли аштарының күп төрлөлөгө һәм байлығы йомаҡ жанрында ла киң сағылыш таба. Уларҙа халыҡтың образлы фекере лә, поэтик һәләте лә, аш-һыуға булған мөнәсәбәте лә ярайһы уҡ яҡшы күҙаллана.