Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/136

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

һуғыу, иҙән һепереү) ғына бар”, - тип яҙа билдәле фольклорсы- ғалимә Ф.А.Нәҙершина (13. 10).

Йомаҡтарҙа киң сағылыш тапҡан ана шул конкрет күренештәр һәм әйберҙәр исемлегенә аш-һыуҙар ҙа инә. Башҡорттарҙа ризыҡтарға һәм аш-һыуҙарға бәйле бик күп йомаҡтар тыуған. Уларҙа халыҡтың донъяны күрә белеү үҙенсәлеге лә, аҡылы ла поэтик һәләте лә асыҡ сағыла. Шул йомаҡтарҙы күҙаллайыҡ.

Икмәк, икмәк бешереү хаҡында. "Йоморо башлы түрәләр түр башына менәләр”, "Алдыңда булһа - моңайтмаҫ", "Туҡмап- туҡмап өйгә индерҙем, маҡтап-маҡтап тышҡа сығарҙым", "Үҙе йәнһеҙ, унһыҙ донъя йәмһеҙ", "Киҫәм-киҫәм ҡаны юҡ, уны белмәгән кешенең һаны юҡ", "Сөсө түгел - әскелтем, тел¬ геләнгән һыныҡлы, барынан да туҡлыҡлы", "Кәлгә күмелә лә көлдөрә-көлдөрә күренә". "Ары ла лап-лап, бире лә лап-лап, күбеп ят" һ.б.

Күреүебеҙсә, йомаҡтарҙа ла, мәҡәлдәрҙәге һымаҡ, икмәккә ҡарата халыҡтың оло ихтирамы, ҙур баһаһы сағыла.

Тоҙһоҙ бер аш-һыу ҙа әҙерләнмәй. Тоҙ ҙа икмәк кеүек ҙур баһалана һәм ҡәҙерләнә. Шуға күрә уның тураһында йомаҡтарҙың ифрат күп булыуы һис тә ғәжәп түгел. Бына шуларҙың ҡайһылары: "Яңғыҙ мине ашамайҙар, минһеҙ яңғыҙ йәшәмәйҙәр", "Үҙе генә ашалмай, унһыҙ башҡа аш бармай", "Үҙем асы булһам да ризыҡтарҙы тәмләндерәм", "Мине ашамайҙар, минән башҡа туй ҙа яһамайҙар", "Эсе була, татлы була, үҙе туҙан саҡлы була", "Үҙе аҡлы, тәме татлы, тышҡа ҡуйһаң эт ашамай", "һыуҙан тыуа, һыуҙан ҡурҡа" һ.б.