Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/135

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

һөйләү кәрәклеге нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Быны жанрҙың атамаһы үҙе үк күрһәтеп тора.

"Төҙөлөшө яғынан һорау һәм яуап рәүешендә ойош¬ ҡанлыҡтан, йомаҡ кешеләрҙең тапҡырлығын, аҡылын-зиһенен һынап ҡарау өсөн бик уңайлы ижад төрө, шуға күрә элекке за¬ мандарҙа кешене белеү, уны баһалау ихтыяжы тыуғанда, йомаҡ үҙенә күрә бер аҡыл һынау сараһы булып торған" (13. 8).

Кешеләрҙе аҡылға өйрәтеү, зиһенлелеген арттырыу ҙа йомаҡтарҙың төп функцияларының береһенә инә. Уларҙы сисеү процесында кеше матурлыҡты күрә һәм аңлай белергә өйрәнә, шулай уҡ халҡыбыҙҙың үткәндәге һәм бөгөнгө тормош- көнкүреше, йәшәү рәүеше менән таныша. Юҡҡа ғына ғалимдар йомаҡты "Тормошто, донъяны танып-белеү курсы" тип атамай. Был һүҙҙәр, һис шикһеҙ, башҡорт йомаҡтарына ла ҡағыла.

"Халыҡ ижадының башҡа төрҙәренән айырмалы рәүештә, йомаҡ үтә ябай, ләкин кешенең көндәлек томошонан айы¬ рылғыһыҙ булған конкрет әйбер һәм көнкүрештәр менән эш итә, шул ябай ғына нәмәләрҙе поэтиклаштыра. Кешеләр араһындағы шәхси һәм ижтимағи мөнәсәбәттәр, хәл-ваҡиғалар тураһында ниндәйҙер дөйөмләштерелгән фекер, дөйәм һығымталар сығарыу жанрҙың маҡсатына инмәй. Уның стихияһы - конкрет донъя, конкрет күренештәр. Был конкрет әйберҙәрҙең даирәһе ғәйәт киң: ер һәм күк, тәбиғәт күренештәре, кеше, уның көнкүреше, хеҙмәте һ.б. Үҙ нәүбәтендә ошо конкрет нәмәләр йомаҡтарҙа тағы ла конкретлаштырылып бирелә: жанр өсөн, ғөмүмән, үҫемлектәр, хайуандар, хеҙмәт юҡ. Уның өсөн тик конкрет үҫемлектәр (арпа, көнбағыш...), конкрет хайуандар (һыйыр, һарыҡ...), конкрет хеҙмәт процестары (киндер иләү, балаҫ