Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/125

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

Йәки шәкәр менән картуфты алайыҡ. Улар ҙа борон ситтән индерелгән булған. Элегерәк экзотик булып күренгән был ризыҡ хәҙер беҙҙең туҡланыу рационыбыҙҙа ныҡлы урын алған.

Әлбиттә, халыҡтар араһында берләшеү, аралашыу процесы көсәйгән һайын һәр милли туҡланыу системаһы ла үҙгәреш ки¬ серә. Хәҙер беҙҙә тропик емеш-еләктәр тулып ята. Әле улар беҙҙең организмға ятыраҡ, шуға уларға әллә ни тартылыш юҡ. Бәлки шундай заманалар килер, улар тәме беҙҙең ҡанға һеңер - киләсәк быуындың аш-һыу рационында иһә улар ҙур урын биләр. Әлегә башҡорт милли туҡланыу системаһын башлыса игендән, һөттән, иттән әҙерләнгән аш-һыуҙар тәшкил итә. Шу¬ лай уҡ солоҡсолоҡ, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ кәсептәренә бәйле ризыҡтар ҙа унда ныҡлы урын алған. Халыҡ үҙенең ауыҙ- тел ижадында ла ғәмәлдә шул ашамлыҡтар тураһында һүҙ алып бара. Уларға ентекләберәк туҡталып үтәйек.

Башҡорттарҙың ризыҡ, туҡланыу тураһындағы уй- фекерҙәре, теләк-ышаныстары барлыҡ фольклор жанрҙарында ла киң сағылыш тапҡан. Иң боронғо мәшһүр «Урал батыра эпосы¬ нан алып, хәҙерге таҡмаҡтарға тиклем ашамлыҡ, аш-һыуға ҡарата халҡыбыҙҙың иң ихтирамлы һәм иғтибарлы һүҙҙәре изге аманат итеп әйтелә килә.

Аш-Һыуҙар тураһындағы халыҡ фекере фольклорсы Ф.А.Нәҙершина ижадында киң сағылыш тапҡан.