Jump to content

Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/124

From Wikisource
This page has not been proofread.

системаһының формалашыуына күп факторҙар йоғонто яһай. Шуларҙың иң мөһимдәре - географик мөхит һәм халыҡтың кәсебе. Бик боронғо замандарҙан башҡорттар төйәк иткән Урал¬ да, мәҫәлән, әфлисун, лимон, банан, хөрмә, йөҙөм кеүек йылыны яратҡан емештәр үҫмәгән. Шуға ла улар беҙҙең милли туҡланыу системаһына инмәй, ә ҡайһы бер халыҡтарҙың рационында иһә улар төп урынды биләй. Йәки кәсепте алайыҡ. Вьетнамдарҙың, ҡытайҙарҙың, япондарҙың, мәҫәлән, төп кәсебе дөгө үҫтереү булғанлыҡтан, уларҙың тип ризыҡтары ла дөгө. Дөгөнән беше¬ релгән ризыҡтар беҙгә ягыраҡ, ә уларҙың гендарына һеңгән. Башҡорттарҙың борондан килгән төп кәсебе малсылыҡ булғанлыҡтан, төп аш-һыуҙары ла иттән һәм һөттән әҙерләнә. Уларҙың төрлөлөгөн алдағы бүлектәрҙә ҡарап үткәйнек инде.

Әйтелгәндәрҙән сығып, башҡорттар көнъяҡ емештәрен дә, дөгөнө лә ашамаған икән, тип уйларға ярамай. Азия менән Евро¬ па киҫешкән ерҙә, ҙур сауҙа юлында урынлашҡан Башҡортостан өсөн экзотик емештәр ҙә, дөгө лә, йөҙөм дә, әлбиттә, ят әйбер булмаған.

һүҙ бында туҡланыу системаһын барлыҡҡа килтереүсе төп ризыҡтар тураһында бара. Ә уның составына алыҫ яҡтарҙан, башҡа мөхиттән килеп ингән ризыҡтарҙың инеп китеүе лә их¬ тимал. Мәҫәлән, сәй. Нисәмә быуаттар буйы башҡорттар уға күнеккән, үҙ иткән. Сәйһеҙ башҡорт көнкүрешен күҙ алдына килтереп тә булмайҙыр. Юҡҡамы ни сәй тураһында төрлө әйтемдәр тыуған. Мәҫәлән: “Сәйҙе һал услап, эсерһең тыныс¬ лап", "Сәйе булһа, шәкәре табылыр”, "Сәйҙе сәйнәйһе юҡ”, "Сәй янында һүҙ сыға", "Сәй көлдөрөр, кеҫәне бөлдөрөр" һ.б.