Jump to content

Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/107

From Wikisource
This page has not been proofread.

3. Бүре һуғыр (тубыҡ) һөйәге менән салыу һөйәгенә теште тейҙермәй ашарға кәрәк. Әгәр теште тейҙерһәң, киләһе йылға малды бүре ҡыра, тиҙәр.

4. Кеше талаштырам тиһәң, малдың бүре һуғыр һөйәген шул кешенең өй башына ташлайҙар.

5. Берәйһенә йәнең көйөп тә, шуны белдерә алмай йөрөһәң, уға юрамал малдың бәкәлсәйен бешереп ашатаһың

Күреүебеҙсә, һуғым өмәһе, һуғым ашы, ундағы ритуал тәртиптәр - бик үҙенсәлекле күренеш. Унда башҡорт халҡының холоҡ-фиғеле, психологияһы, ышаныстары, тирә-яҡ мөхиткә булған мөнәсәбәте сағыла.

Башҡорттарҙа ислам диненә бәйле йолалар тип һаналғандары "Ҡорбан байрамы" һәм "Мәүлит байрамы".

"Ҡорбан байрам" - ислам динендәге иң оло байрам. Ул "Ураза байрамы" нан һуң 70 көн үткәс уҙғарыла. Исламда ҡорбан салыу Ибраһим пәйғәмбәр тураһындағы Тәүрат легенда нигеҙенә индерелгән. Имештер, Ҡәғбә төҙөгәндә Ибраһим пәйғәмбәр Жабраил фәрештәнән "ҡара таш"ты алғас, үҙенең аллаға бирелгәнлеген күрһәтеү өсөн, улы Исмәғилде ҡорбан итмәк була. Ләкин шәфҡәтле Алла, Ибраһимға фәрештә аша бәрән ебәреп, уның улын ҡотҡара.

Хаҡ диндәге һәр мосолман ошо ваҡиға иҫтәлегенә Аллаға бағышлап ҡорбан салырға, йәғни һарыҡ, һыйыр йәки дөйә һуйырға тейеш. Исламдың ҡорбан салыу талабын айырыуса тырышлыҡ менән дөрөҫ үтәргә кәрәк. Бының сәбәбе шунда: әлеге байрам көндө Аллаға