Jump to content

Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/106

From Wikisource
This page has not been proofread.

Баш һөйәге башлауға,

Тулараһы - ташлауға,

Ьум иттәре ашауға.

Ынтылығыҙ аш-һыуға!

Майын йотһаң - һимерерһең,

Ьөйәк тотһаң - кимерерһең

(12. 289)

Өлөш бүлгәндә, ҡунаҡҡа килеүселәр генә түгел, уларҙың өйөндә ҡалған балалары ла иҫәпкә алына. Табын таралған саҡта хужабикә һәр өмәсегә зур ит киҫәген күстәнәс итеп бирә.

Өйгә алып ҡайтыла торған өлөш-ит төрлө урында төрлөсә атап йөрөтөлә. Дим буйында - йүрмә, Ҡызыл йылғаһы бассейнында - мөсә, Силәбе әлкәһендә - ҡарсаға һөйәге, башҡа яҡтарҙа - мозол, мосол һ.б.

Ошондай ит өлөшө менән элек бәйгелә ҡатнашҡандарҙы бүләкләү зә булған. Еңеүсегә, ғәҙәттә, һарыҡтың тәүге ҡабырғаһы тәңгәлен биргәндәр. Уны ла төрлө төбәктә төрлөсә атап йөрөткәндәр: көньяҡ башҡорттарында - ҫөбә, дөбә, зебә, зобан ҡабырға, бағана ҡабырға, көнсығыш башҡорттарында иһә ул һебә, һәбә, бүкә, ҡулан ҡабырға, ҡорсаға һөйәге тип йөрөтөлә. Ьуғым малының һөйәктәренә бәйле төрлө ырым- ышаныузар тыуған. Бына уларҙың ҡайһы берҙәре:

1. Ьуғым ашалғас салыу һөйәген (ҡайһы бер урында баш һөйәген) кәртә бағанаһына элеп ҡуйғандар. Ул малға ҡот, үрсем теләп тора.

2. Мал үрсеһен өсөн, ашығын (аяҡтың аҫҡы быуыны) бизәп, өйгә элгәндәр.