Jump to content

Әш-Шәмс сүрәһе

From Wikisource


ӘШ-ШӘМС СҮРӘҺЕ
автор Мөхәммәт Кәрим
Сығанаҡ: Ҡөрьән Кәрим (Сауд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙерге башҡорт яҙмаһы менән бирелгән транскрипцияһы, башҡортсаға тәржемәһе). — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992, 960 бит.


-

Ҡөрьән Кәрим
Д. Кинельский тәржемәһе, башҡортсаға Ф.Н.Байышев, Д.Д.Мәһәҙиев


'


1. ӘШ-ШӘМС (ҠОЯШ) СҮРӘҺЕ

Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!

1. Ҡояш менән һәм уның балҡыуы менән ант итәм!

2. Һәм уның артынан эйәргән сағындағы Ай менән ант итәм!

3. Һәм уны яҡтыртҡан саҡтағы көн менән ант итәм!

4. Һәм уны ҡаплаған саҡтағы төн менән ант итәм!

5. Һәм Күк менән, һәм уны төҙөүсе менән ант итәм!

6. Һәм Ер менән, һәм уны йәйеүсе менән ант итәм!

7. Һәм йән менән, һәм уны тейешле итеп төҙөүсе

8. һәм уға боҙоҡлоҡ һәм тәҡүә һалыусы менән!

9. Уны [йәнде] сафлаған кеше уңышҡа иреште.

10. Ә уны мәкерләгән кеше уңышһыҙлыҡҡа тарыны.

11. Ҫәмүд халҡы аҙғынлыҡтары арҡаһында ялғанға һананы.

12. Бына уларҙың иң гонаһлыһы килде.

13. Һәм уларға Алланың рәсүле: «Алланың инә дөйәһе[нә теймәгеҙ] һәм ул эсһен»,— тине.

14. Ә улар уны алдаҡсыға һананылар, һәм дөйәнең һеңерен киҫтеләр. Һәм Раббылары уларҙы гонаһтары өсөн һәләк ҡылды, һәм быны [ғазапты] тигеҙләне.

15. Һәм бының һөҙемтәһенән Ул ҡурҡмай.