Әл-Бәләд сүрәһе

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


ӘЛ-БӘЛӘД СҮРӘҺЕ
автор Мөхәммәт Кәрим
Сығанаҡ: Ҡөрьән Кәрим (Сауд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙерге башҡорт яҙмаһы менән бирелгән транскрипцияһы, башҡортсаға тәржемәһе). — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992, 960 бит.


-

Ҡөрьән Кәрим
Д. Кинельский тәржемәһе, башҡортсаға Ф.Н.Байышев, Д.Д.Мәһәҙиев


Bismillah.gif
'


1. ӘЛ-БӘЛӘД (ҠАЛА) СҮРӘҺЕ

Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!

1. Юҡ, ошо ҡала менән ант итәм!

2. Һәм һин ошо ҡалала тораһың.

3. Һәм тыуҙырыусы ата менән, һәм ул тыуҙырған бала менән ант итәм!

4. Беҙ кешене мәшәҡәтле итеп барлыҡҡа килтерҙек.

5. Әллә ул уға бер кемдең дә көсө етмәҫ тип уйлаймы?

6. «Мин сикһеҙ күп мал һәләк иттем»,— ти ул.

7. Әллә ул уны бер кем дә күрмәне тип уйлаймы?

8. Әллә Беҙ уға ике күҙ яһаманыҡмы?

9. Һәм тел, һәм ике ирен?

10. Һәм Беҙ уны ике бейеклеккә алып барҙыҡ.

11. Ә ул текәлектән ҡыйыу ынтылманы.

12. Һәм ул текәлектең ни икәнен һиңә нимә белдерер?

13. Ҡолдо иреккә ебәреү,

14. йәки аслыҡ көнөндә туйҙырыу

15. яҡындарҙан булған етемде,

16. йәки бер нәмәһе лә булмаған ярлыны.

17. Шунан һуң ул иман килтергәндәрҙән һәм сабырлыҡты ҡушыусыларҙан, һәм мәрхәмәтлекте ҡушыусыларҙан булыр.

18. Былар уң яҡ эйәләре.

19. Ә Минең аяттарыма иман килтермәгәндәр, улар — һул яҡ эйәләре.

20. Улар өҫтөндә ут көмбәҙ кеүек булыр.