Jump to content

Әтәс ҡойрғо

From Wikisource
Әтәс ҡойроғо
автор Азат Хәлилов
Ижад итеү ваҡыты: 2013. Нәшер ителгән: 2013.



Хикәйә

Бәләкәс Гүзәл өләсәләренә барып йоҡларға ярата. Сөнки өләсәһе уға төрлө әкиәттәр һөйләй, йомаҡтар ҡоя. Ә бер көн Тауис менән Әтәс әкиәтен һөйләп ишеттерҙе. Шул ваҡыттан һуң ул гел Әтәсте йәлләп йөрөнө, ә Тауисты орошто.

Ә бөгөн ул бигерәк шатлыҡлы ваҡиғаға юлыҡты. Һыртта, күрше ҡыҙы Айһылыу менән уйнап йөрөгәндә, әтәс ҡойроғо табып алды. “ Күрәһең, Тауис алып килгән ваҡытта Әтәс өйҙә булмағандыр ҙа, күреп алыр әле,- тип ошонда ҡалдырып киткәндер” тип уйланы. Әхирәтен дә онотоп, баҡсала ниҙер эшләп йөрөгән өләсәһе янына йүгерҙе.

- Өләсәй, Тауис Әтәстең ҡойроғон килтергән,- тип һөрәнләне. Өләсәһе эштең ниҙә икәнен тәшөнмәй торғас. -Күрәһең, Тауис килгән саҡта, Әтәс өйҙә булмағандыр, -тип өҫтәне. Өләсәһе ниңәлер өндәшмәне. Ә ул бит маҡтау көткәйне. Ул киреһенсә, әтәстең ҡойроғон йәшерергә ҡушты.

-Юғиһә, Әтәс ҡойроғон тапҡас, башҡаса ҡысҡырмаҫ,- тине.

Гүзәл тиҙ генә Әтәс ҡойроғон кеҫәһенә тыҡты ла, кире һыртҡа, мунса артына йүнәлде. Тиҙерәк, әтәс күрмәҫ борон ергә күмде.

Атыуса, башҡа әтәс ҡысҡырмаҫ. Әлдә өләсәйем бар әле,- тип уйланы ул еңел һулап.