Author:Азат Халилов

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search



Азат Хәлилов
Азат Халилов
Азат Насретдин улы Хәлилов
тыуған: 29 май 1962 йыл, БАССР-ҙың Көйөргәҙе районы Беренсе Кинйә ауылында
вафат:
балалар яҙыусыһы, журналист
Википедияла биографияһы


Хәлилов Азат Насретдин улы, 1962 йылдың 29 майында Көйөргәҙе районы Туғай Кинйәһе ауылында тыуған. Кинйә ауылында башланғыс синыфтарҙы тамамлағас, күрше ауылда урта мәктәптә уҡый. Унан һуң Өфө районы Михайловка ауылында умартасы һөнәренә өйрәнә. Хеҙмәт юлын “Мораптал “ тоҡомсолоҡ совхозында умартасы булып башлай. 1981-83 йылдарҙа Германиялағы совет ғәскәрҙәре төркөмөндә хәрби хеҙмәттә була. Хәрби хеҙмәттән һуң Бөтә союз ленинсыл йәштәр иттифағының (ВЛКСМ) Күмертау ҡала комитетында эшләй. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлай. Ул, бар ғүмерен балалар уҡытырға арнаған. Әлеге ваҡытта Күмертауҙағы Республика политехник интернат-лицейында уҡыта. Дүрт китап авторы. Балалар өсөн сыҡҡан беренсе китабы “Әлфиәгә яңы күлдәк” тип атала.