Көн бигерәк ҡыҙыу. Ҡояш Бәҙегөлдәрҙең тураһында эленеп ҡалған да, бер туҡтауһыҙ ҡайнар нурҙарын һибә генә.
Кисә Бәҙегөл:
- Сөгөлдөр уташырға мин дә барам, -тип әсәһенең маҙаһына тейгәнгә, бәгән улар сөгөлдөр баҫыуына икәүләп килделәр.
Әсәһе: - артыҡ тамаҡ кәрәкмәй. Һин һыуҙы ғына эсеп бөтөрөргә ярҙамлашырһың,- тип ҡарағайны ла Бәҙегөл өҙмәне лә ҡуйманы.
Ысынлап та сөгөлдөрлөктә бигерәк ҡыҙыу икән шул. Төш ауғансы уташып йөрөнө , артабан мәгәр сыҙамлығы ҡалманы. Әммә, әсәһенә һиҙҙермәҫкә тырышып йөрөүен белде. Ҡояш баш осонда туҡтап ҡалғас, түҙемлеге тамам бөттө. Әсәһен өйгә ҡайтырға әйҙәй башланы. Ул иғтибар итмәгәс, таяҡтарҙы бергә ҡушып бәйләне лә, кейемдәрҙе ҡаплап, күләгә эшләне. Былай рәхәтерәк икән.
Әсәһе:
- Ана, күрәһеңме, Имәнбүләк тапҡырындағы болотто? Һин шуны күҙәтеп ят. Ул беҙҙең тирәгә килеп етһә әйтерһең. Шунан ҡайтырға сығырбыҙ,- тип киҫәтте лә, утауын дауам итте. Ҡыҙыҡай төрлө ҡиәфәткә инеүсе болотто күҙәтә торғас йоҡлап киткәнен дә һиҙмәй ҡалды. Уянғанда әсәһе байтаҡ ҡына ал китеп өлгөргәйне. Ҡояш та Үрге ҡайын яғына ауышҡан. Ҡыҙыулығы ла кәмегән. Ә теге болот бөтөнләй күренмәй.
Күп тә үтмәй сөгөлдөрсөләрҙе алып ҡайтырға автобус та килеп етте. Әсәһе:
- Әйҙә ҡыҙым, ҡайтабыҙ,- тип әйберҙәрҙе йыя башланы.
Иртәгәһен, таң менән Бәҙегөл дә әҙерләнергә тейеш ине лә бит, юҡ шул. Кирелеп- һуҙылып бер ыңғырашты ла әйләнде лә ятты.
Белә шул хәҙер татлы шәкәрҙең әсе тир, ауыр хеҙмәт менән һуғарылғанын.
The permission for use of this work has been archived in the Wikimedia Volunteer Response Team System; it is available for users with a VRTS account. To confirm the permission, please contact someone with a VRTS account.
|