Jump to content

Әр-Рәғд сүрәһе

From Wikisource
Ҡөрьән
автор Мөхәммәт Кәрим
Сығанаҡ: Ҡөрьән Кәрим (Сауд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙерге башҡорт яҙмаһы менән бирелгән транскрипцияһы, башҡортсаға тәржемәһе). — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992, 960 бит.


-

Ҡөрьән Кәрим
Д. Кинельский тәржемәһе, башҡортсаға Ф.Н.Байышев, Д.Д.Мәһәҙиев


'

13. ӘР-РӘҒД (КҮК КҮКРӘҮ) СҮРӘҺЕ

Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
1. Әлиф ләм мим ра. Ошолар — китаптың аяттары. Раббыңдан һиңә иңдерелгән нәмә — хаҡтыр. Әммә кешеләрҙең күбеһе иман килтермәй.
2. Алла — Ул күктәрҙе терәкһеҙ — һеҙ уларҙы күрер инегеҙ,— күтәрҙе, шунан тәхеткә урынлашты һәм Ҡояш менән Айҙы буйһондорҙо: бар нәмә билдәләнгән уаҡытҡа ҡәҙәр йөрөй. Ул эште идара итә, аяттарҙы аңлата — моғайын, һеҙ Раббығыҙ менән осрашыуға ышанырһығыҙ!
3. Һәм Ул Ерҙе йәйҙе һәм уның өҫтөндә тауҙар һәм йылғалар яһаны, һәм унда һәр төрлө емеште икешәрләп ишле яһаны. Ул көнде төн менән ҡаплай. Ысынлап та, бында — уйлаған кешеләргә аяттар бар.
4. Ер йөҙөндә бер-береһенә күрше булған киҫәктәр, һәм йөҙөм баҡсалары, сәсеүлектәр, бер тамырҙан булған һәм бер тамырҙан булмаған, һәм бер төрлө һыу менән һуғарыла торған хөрмә ағастары бар. Беҙ ашау өсөн уларҙың береһен икенсеһенән артыҡ итәбеҙ. Ысынлап та, аҡыллы кешеләр өсөн аяттар бар!
5. Әгәр һин ғәжәпләнһәң, ул саҡта уларҙың: «Әллә беҙ тупраҡ булғас, яңынан яратылабыҙмы һуң?» — тигән һүҙҙәре ғәжәп. Былар — Раббыларына иман килтермәгән кешеләр. Уларҙың муйындарында сылбыр, былар — тамуҡта яныусылар, улар унда мәңге ҡалыр.
6. Улар һине яҡшылыҡтан элек яманлыҡ менән ашыҡтыра, әммә уларға тиклем өлгөлө язалар үтте инде. Һәм, ысынлап та, Раббың кешеләргә хатта улар золом ҡылғанда ла ярлыҡау эйәһе! Һәм, ысынлап та, Раббың яза ҡылыуҙа көслө!
7. Һәм иман килтермәгән кешеләр: «Уға Раббыһынан аят иңдерелгән булһа ине!» — тиҙәр. Ысынлап та, һин — өгөтләүсе-иҫкәртеүсе генә, һәм һәр халыҡтың юл күрһәтеүсеһе бар!
8. Алла һәр инәнең нәмә йөкләгәнен белә һәм аналыҡтың күпмегә ҡыҫылғанын һәм күпмегә ҙурайғанын белә. Уның ҡаршыһында һәр нәмә миҡдарлы.
9. Ғәйеп һәм асыҡ нәмәне белеүсе, бөйөк һәм юғары дәрәжәле!
10. Арағыҙҙан һүҙҙе йәшергән кеше лә, һүҙҙе асыҡ иткән кеше лә, һәм, төндә йәшеренеп, көндөҙ сыҡҡан да берҙәй.
11. Уның алдында ла, артында ла күҙәтеп тороусылар бар, улар уны Алланың бойороғо менән һаҡлай. Ысынлап та, Алла халыҡтарҙа булған нәмәне улар үҙҙәре үҙгәрткәнгә тиклем үҙгәртмәй. Әгәр Алла бер халыҡҡа яманлык теләһә, уны ҡайтарырға мөмкинлек юҡ һәм уларҙың Унан башҡа яҡлаусыһы юҡ!
12. Ул һеҙҙе ҡурҡытыу һәм өмөтләндереү өсөн йәшенде күрһәтә. Ул ауыр болоттарҙы булдыра.
13. Һәм күк күкрәү ҙә Уны данлап тәсбих әйтә, фәрештәләр ҙә — Унан ҡурҡып. Ул йәшендәр ебәрә һәм Үҙе теләгәндәрҙе — улар Алла тураһында һүҙ ҡарыштырғанда — улар менән һуға. Ул — язалауҙа көслө!
14. Һәм Уға хаҡ доғалар, ә Унан башҡа улар доға ҡылған нәмәләрҙең уларға яуабы ни бары һыу ауыҙына килеп етһен тип, һыуға ҡарап ҡулын һуҙған, ә ул һыу килеп етмәгән кеүек. Кафырҙарҙың доғалары тик аҙашыуҙа ғына бит!
15. Аллаға ирекле һәм ирекһеҙҙән сәждә ҡылалар күктәрҙә һәм Ерҙә булғандар, һәм уларҙың күләгәләре иртән һәм кисен.
16. Әйт: «Күктәрҙең һәм Ерҙең Раббыһы кем?» Әйт: «Алла!» Әйт: «Алланан башҡа үҙҙәренә файҙаға ла, зарарға ла эйә булмаған нәмәләрҙе яҡлаусы итеп алдығыҙмы ни һеҙ?» Әйт: «Һуҡыр менән күҙле берҙәй булырмы, йәки ҡараңғылыҡ менән нур бер булырмы?» Әллә Ул барлыҡҡа килтергән кеүек барлыҡҡа килтереүсе тиңдәштәрҙе яһанылармы улар Аллаға, һәм уларға барлыҡҡа килтергән нәмәләре оҡшаш булып күрендеме? Әйт: «Барлыҡ нәмәләрҙе яратҡан — Алла, Ул — берҙән-бер, ҡеүәтле!»
17. Ул Күктән һыуҙы төшөрҙө, һәм үҙ һанынса үҙәндәрҙән аҡты һәм ағым күтәрелеп торған күбектәрҙе алып китте, биҙәк һәм башҡа кәрәк нәмәләрҙе теләп, уларҙың утта ҡыҙҙырған нәмәләре ошо күбеккә оҡшай. Бына шулай бирә Алла хаҡ менән ялғанды. Әммә күбек юҡҡа сыға, ә кешеләргә файҙалы булған нәмә Ерҙә ҡала. Алла миҫалдарҙы шулай килтерә:
18. Аллаға яуап биргән кешеләргә — изгелек, ә яуап бирмәгәндәргә,— әгәр уларҙа Ер йөҙөндәге бөтә нәмә, һәм тағы шул тиклем булһа, улар быны фидйә итеп бирерҙәр ине,— уларға — яман хисап, һәм урындары — тамуҡ. Яман был урын!
19. Һиңә Раббыңдан иңдерелгән нәмәнең хаҡ икәнлеген белгән кеше һуҡыр кеше шикеллеме ни? Аҡылдары булғандар ғына иҫкә ала бит,
20. Аллаға биргән үәғәҙәләрен үтәүселәр һәм килешеүҙәрен боҙмаусылар;
21. һәм Алла берләштерергә ҡушҡан нәмәне берләштереүселәр, һәм Раббыларынан ҡурҡыусылар, һәм хисаптың яманынан һаҡланыусылар;
22. һәм Раббыларының йөҙөнә йүнәлеп сабыр итеүселәр, һәм намаҙ тороусылар, Беҙ ризыҡлаған нәмәләрҙе йәшерен һәм асыҡ рәүештә сарыф ҡылыусылар, һәм яманлыҡты яҡшылыҡ менән ҡыуыусылар. Быларға — йорттоң бүләге —
23. ожмах баҡсалары. Унда уларҙың изге булған ата-әсәләре, ҡатындары һәм балалары инер. Уларға фәрештәләр бөтә ишектәрҙән инер:
24. «Сабырлы булғанығыҙ өсөн һеҙгә сәләм!» Ниндәй яҡшы йорттоң бүләге!
25. Ә инде Аллаға һүҙ биргәндән һуң үәғәҙәләрен боҙоусылар һәм Алла берләштерергә ҡушҡанды киҫеүселәр, Ер йөҙөндә боҙоҡлоҡ таратыусылар, уларга — ләғнәт һәм уларға — яман йорт!
26. Алла теләгән кешегә ризыҡты киң ҡыла, һәм үлсәп, ә улар фани донъяға шатланалар, әммә был донъя ахирәткә ҡарата фәҡәт [уаҡытлы] файҙаланыу!
27. Һәм иман килтермәгән кешеләр: «Әгәр уға Раббыһы тарафынан берәй аят иңдерелһә ине!» — тиҙәр. Әйт: «Ысынлап та, Алла теләгән кешене юлдан яҙҙыра, һәм Унан ғәфү ялбарған кешене тура юлға күндерә!»
28. Иман килтергән кешеләрҙең күңелдәре Алланы иҫкә төшөргән уаҡытта тыныслана — эйе, Алланы иҫкә алыу менән күңелдәр тыныслана,
29. иман килтергәндәр һәм изгелек ҡылғандар — уларға рәхәтлек һәм яҡшы урын.
30. Шулай итеп, Беҙ һине өммәткә ебәрҙек,— уларҙан алда халыҡтар булып үткәйне инде,— Беҙ һиңә үәхи ҡылғанды уларға уҡыу өсөн, ә улар Әр-Рахманға иман килтермәйҙәр ине. Әйт: «Ул — Раббым, Унан башҡа илаһ юҡ! Уға мин тәүәккәлләнем һәм Уға минең йүнәлеүем!»
31. Әгәр Ҡөрьән менән тауҙар хәрәкәтләндерелһә йәки Ер ярғыландырылһа, йәки үлектәр һөйләштерелһә... Эйе, эштәрҙең барыһы ла Аллала! Әгәр Алла теләһә, барса кешеләрҙе лә тура юлға күндерер тип иман килтергән кешеләр өмөтһөҙләнмәйҙәрме ни? Иман килтермәгән кешеләргә эшләгән эштәре өсөн афәт килеүҙән туҡтамай, йәки Алланың үәғәҙәһе килгәнгә тиклем уларҙың йорттарына яҡын туҡтала. Ысынлап та, Алла үәғәҙәһенең уаҡытын алыштырмай!
32. Һиңә ҡәҙәр ҙә рәсүлдәр мәсхәрә ҡылындылар, һәм Мин иман килтермәгән кешеләргә кисектереү бирҙем. Шунан Мин уларҙы тотоп алдым, һәм нисек булды Минең язам!
33. Әллә һәр бер йәндең нимә ҡаҙанғанын белеүсеме? ...Һәм улар Аллаға тиңдәштәр булдырҙылар. «Уларҙың исемдәрен әйтегеҙ! Йәки Ер йөҙөндә Ул белмәгән нәмә тураһында Уға хәбәр итерһегеҙме йәки ниндәй ҙә булһа асыҡ һуҙ менәнме?» — тип әйт. Эйе, иман килтермәгән кешеләргә уларҙың мәкерҙәре зиннәтләнгән, һәм улар юлдан тайпылдырылған. Ә Алла кемде аҙаштырһа, уға юл күрһәтеүсе булмаҫ!
34. Уларға был донъяла ғазап һәм, әлбиттә, ахирәт ғазабы тағы ла ҡатыраҡ. Уларҙы Алланан һаҡлаусы юҡ!
35. Тәҡүәлеләргә үәғәҙә ҡылынған аҫтында йылғалар ағып торған ожмахтың миҫалы: уның ашамлыҡтары өҙлөкһөҙ һәм ул күләгәле. Был — тәҡүәлеләргә бүләк, ә кафырҙарға бүләк — тамуҡ.
36. Һәм Беҙ китап биргән кешеләр һиңә иңдерелгән нәмәгә шатланалар; ә фирҡәләр араһында бының бер өлөшөн инҡар итеүселәр ҙә бар. «Миңә Аллаға ҡоллоҡ ҡылырға ҡушылды һәм Уға тиңдәш тотмаҫҡа. Мин Уға саҡырам һәм Уға минең ҡайтыуым!» — тип әйт.
37. Һәм шулай уҡ Беҙ уны ғәрәп хөкөмө итеп иңдерҙек. Һиңә белем килгәндән һуң, әгәр һин уларҙың хыялдарына эйәрһәң, һиңә Алланан яҡлаусы ла, ярҙамсы ла булмаҫ!
38. Һәм Беҙ һинән элек тә рәсүлдәр ебәрҙек һәм уларға ҡатындар һәм тоҡом бирҙек. Алланың рөхсәтенән башҡа рәсүл аят килтерә торған булманы. Һәр әжәлгә — үҙенең китабы.
39. Алла теләгән нәмәне юя һәм нығыта, һәм Унда — китаптың әсәһе.
40. Йәки Беҙ уларға үәғәҙә ҡылынғандың бер өлөшөн һиңә күрһәтербеҙ, йәки һине уафат ҡылырбыҙ. Һинең өҫтөңдә — еткереү генә, ә Беҙҙең өҫтөбөҙҙә — хисап!
41. Улар Беҙҙең Ергә килгәнебеҙҙе һәм уны сиктәренән ҡыҫҡартҡаныбыҙҙы күрмәнеләрме ни? Алла хөкөм итә һәм Уның хөкөмөнә ҡамасаулаусы юҡ, ә Ул хисапта етеҙ!
42. Һәм уларҙан элек килгән кешеләр мәкер ҡорҙолар, ләкин барлыҡ мәкер Аллала. Ул һәр бер йәндең нәмә ҡаҙанғанын белеп тора һәм кафырҙар йорттоң бүләге кемгә икәнен беләсәктәр!
43. Иман килтермәгән кешеләр: «Һин ебәрелгән [рәсүл] түгел бит!» — тиҙәр. «Минең менән һеҙҙең арала Алланың һәм унда китап белеме булғандың шаһитлығы етер!» — тип әйт.