100%

Ибраһим сүрәһе

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Ҡөрьән
автор Мөхәммәт Кәрим
Сығанаҡ: Ҡөрьән Кәрим (Сауд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙерге башҡорт яҙмаһы менән бирелгән транскрипцияһы, башҡортсаға тәржемәһе). — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992, 960 бит.


-

Ҡөрьән Кәрим
Д. Кинельский тәржемәһе, башҡортсаға Ф.Н.Байышев, Д.Д.Мәһәҙиев


'

14. ИБРАҺИМ (ИБРАҺИМ) СҮРӘҺЕ

Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
1. Әлиф ләм ра. Китап — иңдерҙек Беҙ уны һиңә, һин кешеләрҙе ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡҡа сығарһын өсөн — раббыларының рөхсәте менән бөйөк һәм данлының юлына —
2. Алла юлына, күктәрҙә һәм Ерҙә булған нәмәләр Уныҡы. Ҡаты ғазаптан кафырҙарға ҡайғы,
3. улар ахирәткә ҡарағанда был донъяны нығыраҡ ярата һәм, уны ҡыйшайтырға теләп, Алла юлынан ситләштерәләр! Былар — алыҫ аҙашыуҙа.
4. Һәм Беҙ рәсүлдәрҙе үҙ халыҡтарының теле менән генә — уларға аңлатһындар өсөн — ебәрҙек. Алла теләгәнен юлдан яҙҙыра һәм теләгәнен тура юлдан алып бара. Ул — бөйөк, хикмәтле!
5. Беҙ Үҙебеҙҙең аяттарыбыҙ менән Мусаны ебәрҙек: «Халҡыңды ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡҡа сығар һәм Алланың көндәрен уларҙың иҫенә төшөр. Ысынлап та, бында һәр сабырлыға һәм шөкөр ҡылыусыға аят бар!»
6. Бына Муса халҡына: «Алланың һеҙгә биргән ниғмәтен иҫкә төшөрөгөҙ, нисек Ул һеҙҙе Фирғәүен ырыуынан ҡотҡарыуын! Улар һеҙгә яман ғазап һалалар, улдарығыҙҙы үлтерәләр, ҡатын-ҡыҙҙарығыҙҙы иҫән ҡалдыралар. Бында — Раббығыҙҙан һеҙгә бөйөк һынау»,— тине.
7. Бына Раббығыҙ: «Әгәр шөкөр ҡылһағыҙ, Мин һеҙгә арттырырмын, әгәр ҡәҙерен белмәһәгеҙ... Ысынлап та, Минең ғазабым көслө!» — тип хәбәр итте.
8. Һәм Муса: «Әгәр һеҙ ҙә һәм Ер йөҙөндәгеләрҙең барыһы ла ҡәҙерһеҙ булһағыҙ… Ул уаҡытта Алла бай һәм данлы бит!» — тине.
9. Әллә һеҙгә хәбәр килмәнеме һеҙҙән элек йәшәгән Нух, Ғәд, Ҫәмүд халыҡтары тураһында һәм уларҙан һуң булғандар тураһында — Алланан башҡа уларҙы һис кем белмәй. Аңлайышлы аяттар менән уларға рәсүлдәре килде, ә улар ҡулдарын ауыҙҙарына ҡапланылар һәм: «Һеҙҙең менән ебәрелгән нәмәгә беҙ ышанмайбыҙ, һәм беҙ һеҙ өндәгән нәмә тураһында ныҡ шикләнәбеҙ»,— тинеләр.
10. Уларҙың рәсүлдәре: «Әллә күктәрҙе һәм Ерҙе бар ҡылыусы Алла тураһында шиктәме һеҙ? Ул һеҙҙе гонаһтарығыҙҙы ярлыҡау һәм билдәләнгән әжәлгә тиклем кисектереп тороу өсөн саҡыра бит»,— тинеләр. Улар: «Һеҙ ҙә бит беҙҙең шикелле кешеләрһегеҙ, ата-бабаларыбыҙ ҡоллоҡ ҡылған нәмәнән беҙҙе дүндерергә теләйһегеҙ. Килтерегеҙ беҙгә асыҡ дәлил!» — тинеләр.
11. Уларға рәсүлдәре әйтте: «Беҙ һеҙҙең шикелле кешеләр генә, әммә Алла Үҙенең ҡолдарынан теләгәненә яҡшылыҡ күрһәтә, беҙ һеҙгә Алла рөхсәте булмаһа, һис бер төрлө дәлил килтерә алмайбыҙ. Иман килтергәндәр Аллаға тәүәккәлләһен!
12. Һәм Ул беҙҙе юлыбыҙға күндергәс, ни өсөн беҙгә Аллаға тәүәккәлләмәҫкә ти? Һеҙ беҙҙе интектереүегеҙгә беҙ сабырлы буласаҡбыҙ. Һәм тәүәккәлләгәндәр Аллаға тәүәккәлләһен!»
13. Һәм иман килтермәгән кешеләр: «Беҙ һеҙҙе үҙебеҙҙең еребеҙҙән сығарырбыҙ йәки һеҙ беҙҙең динебеҙгә ҡайтырһығыҙ»,— тинеләр үҙ рәсүлдәренә. Һәм Раббылары уларға үәхи ҡылды: «Беҙ һис һүҙһеҙ залимдарҙы һәләк итәсәкбеҙ
14. һәм уларҙан һуң Ер йөҙөнә һеҙҙе урынлаштырасаҡбыҙ. Был — Минең алдымда тороуҙан ҡурҡҡандарға һәм Минең янауымдан ҡурҡҡандарға!»
15. Улар хәл итеүҙе һоранылар, әммә барлыҡ үҙ һүҙле йәберләүселәр ҙә уңышҡа ирешмәне.
16. Уның артында — тамуҡ, һәм уға эренле һыу эсерәләр.
17. Ул уны һемереп эсә, ләкин көскә генә йота, һәм уға һәр урындан үлем килә. Әммә ул үлек түгел, һәм уның артында — ҡаты ғазап.
18. Раббыларына иман килтермәгән кешеләрҙең мәҫәле: уларҙың ҡылған эштәре дауыллы көндә ҡойон осорған көл шикелле. Улар ҡаҙанған нәмәләре менән һис нәмә эшләй алмай. Был — йыраҡ аҙашыу!
19. Алланың күктәрҙе һәм Ерҙе хаҡлыҡ менән яратҡанын күрмәйһеңме ни? Әгәр Ул теләһә, һеҙҙе бөтөрөр һәм яңыны барлыҡҡа килтерер,
20. һәм был Алла өсөн ҙур эш түгел.
21. Һәм барыһы ла Алла ҡаршыһына килерҙәр һәм көсһөҙҙәр тәкәбберләнгәндәргә: «Беҙ һеҙгә эйәрҙек, һеҙ беҙҙе Алла ғазабының берәй нәмәһенән булһа ла ҡотҡарырһығыҙмы?» — тип әйтерҙәр. Улар: «Әгәр Алла беҙҙе тура юлға күндергән булһа, беҙ ҙә һеҙҙе алып барыр инек. Ҡайғырһаҡ та йәки туҙһәк тә беҙгә барыбер, беҙгә ҡотолоу юҡ»,— тинеләр.
22. Һәм эш эшләнеп бөткәс, шайтан әйтте: «Алла һеҙгә хаҡ үәғәҙәне үәғәҙә итте, һәм мин дә һеҙгә үәғәҙә иттем, әммә мин алданым, һәм минең һеҙҙең өҫтөгөҙҙә хакимлығым булманы. Мин бары һеҙҙе саҡырҙым, һеҙ яуап бирҙегеҙ, мине шелтәләмәгеҙ, ә үҙ-үҙегеҙҙе шелтә ҡылығыҙ. Мин һеҙгә ярҙам итмәйем, һеҙ ҙә миңә ярҙам итмәйәсәкһегеҙ, элек һеҙ мине ҡатнашыусы иткәнегеҙҙән баш тартам». Ысынлап та, залимдарға — интектергес ғазап!
23. Иман килтергән һәм изге эштәр эшләгән кешеләр аҫтында йылғалар ағып торған баҡсаларға индерелер — Раббыларының рөхсәте менән улар унда мәңге ҡалыр, унда уларҙың иҫәнләшеүҙәре: «Сәләм!» — булыр.
24. Алланың нисек мәҫәл итеп яҡшы һүҙ килтереүен күрмәнеңме ни — ул яҡшы ағас шикелле, тамыры уның ныҡ, ә ботаҡтары Күктә.
25. Ул һәр уаҡыт Раббыһы рөхсәте менән емеш бирә. Һәм Алла ла кешеләргә мәҫәлдәр килтерә — моғайын, улар иҫтәренә килерҙәр!
26. Әшәке һүҙҙең мәҫәле: ул насар ағас шикеллелер, ул ерҙән ҡуптарып ташланған, уның торорлоғо юҡ.
27. Иман килтергән кешеләрҙе Алла был донъяла һәм ахирәттә лә тоғро һүҙ менән нығыта, ә залимдарҙы Алла юлдан яҙҙыра, һәм Алла теләгән эшен эшләй.
28. Әллә һин Алланың ниғмәтен кафырлыҡҡа алмаштырғандарҙы һәм үҙ халыҡтарын һәләкәт йортона урынлаштырғандарҙы күрмәнеңме,
29. тамуҡҡа — улар унда янасаҡтар. Һәм был тороу насар!
30. Һәм улар, Уның юлынан яҙҙырыу өсөн, Аллаға тиңдәш яһанылар. «Рәхәтләнегеҙ, сөнки һеҙҙең юлығыҙ — тамуҡҡа!» — тип әйт.
31. Минең иман килтергән ҡолдарыма әйт, улар намаҙ торһондар, һатыу-алыу ҙа, дуҫлыҡ та булмаясаҡ көн килмәҫтән элек Беҙ ризыҡлағандан йәшерен дә, асыҡ та сарыф ҡылһындар,
32. Алла күктәрҙе һәм Ерҙе бар ҡылды һәм күктән һыуҙы төшөрҙө, һәм уның менән емештәрҙе һеҙгә ризыҡ итеп сығарҙы, һәм Үҙенең бойороғо менән диңгеҙҙә йөрөһөндәр өсөн көймәләрҙе һеҙгә буйһондорҙо, һәм һеҙгә йылғаларҙы буйһондорҙо,
33. һәм һеҙгә төн менән көндө буйһондорҙо, һәм тырыш хеҙмәтсәндәр итеп Ҡояш менән Айҙы буйһондорҙо,
34. һәм һеҙ һорағандарҙың барыһын да бирҙе. Һәм әгәр һеҙ Алланың ниғмәтен һанаһағыҙ, һанап бөтөрә алмаҫһығыҙ. Ысынлап та, кеше — йәберләүсе һәм яҡшылыҡтың ҡәҙерен белмәй!
35. Бына Ибраһим әйтте: «Раббым! Был ҡаланы именлектә ҡыл, мине һәм балаларымды һындарға ҡоллоҡ ҡылыуҙан йыраҡ тот.
36. Раббым! Улар күп кешеләрҙе юлдан яҙҙырҙылар бит, ә кем миңә эйәрһә, ул минән, ә кем миңә буйһонмаһа... Һин ярлыҡаусы, рәхимле!
37. Раббыбыҙ! Мин тоҡомомдо иген булмаған үҙәндә урынлаштырҙым, Һинең изге өйөң ҡаршыһында. Раббыбыҙ! Улар намаҙ торһон, кешеләрҙең йөрәктәрен уларҙы яратыусы итеп ҡыл, уларҙы емештәр менән ризыҡландыр — моғайын, улар шөкөр итеүселәрҙән булыр!
38. Раббыбыҙ! Беҙ нимәне йәшерәбеҙ һәм нимәне асыҡ иткәнебеҙҙе Һин беләһең бит. Ерҙә һәм күктәрҙә Алланан һис бер нәмә йәшерелмәҫ.
39. Ҡарт көнөмдә миңә Исмәғилде һәм Исхаҡты бүләк иткән Аллаға дан! Ысынлап та, Раббым — Ул доғаларҙы ишетеүсе!
40. Раббым! Мине намаҙ уҡыусыларҙан ит һәм минең тоҡомомдо ла. Раббыбыҙ! Минең доғамды ҡабул ит!
41. Раббыбыҙ! Мине, һәм минең ата-әсәмде, һәм иман килтергән кешеләрҙе хисап буласаҡ көндө ярлыҡа!»
42. Залимдар ҡылған эштәрҙән Алла битараф тип иҫәпләмә, Ул уларға ҡараштар ҡатып ҡалған көнгә саҡлы кисектерә,
43. баштарын юғары күтәргән хәлдә ашығып йүнәлерҙәр, ҡараштары әйләнеп ҡайтмаҫ, һәм йөрәктәре уларҙың — һауа (буш).
44. Кешеләрҙе уларға ғазап килә торған көн менән өгөтлә — иҫкәрт! Һәм золом ҡылғандар әйтерҙәр: «Раббыбыҙ, беҙҙе яҡын әжәлгә ҡәҙәр кисектер — беҙ Һинең саҡырыуыңды ҡабул итербеҙ һәм рәсүлдәргә эйәрербеҙ». Һеҙҙә үҙгәреү юҡ, тип ант иттегеҙ түгелме ни һеҙ?
45. Һәм һеҙ үҙ-үҙҙәренә золом ҡылған кешеләрҙең урындарына урынлаштығыҙ. Уларға нимә ҡылғаныбыҙ һеҙгә асыҡ булды, һәм Беҙ һеҙгә мәҫәлдәр килтерҙек.
46. Ә улар мәкерҙәре менән мәкер ҡылдылар, әммә уларҙың мәкерҙәре Аллала, гәрсә уларҙың мәкерҙәренән тауҙар хәрәкәтләнһә лә.
47. Алла Үҙенең рәсүлдәренә биргән үәғәҙәһен боҙоусы тип иҫәпләмә: Алла бөйөк, үс алыу эйәһе бит.
48. Ер икенсе ер менән алмаштырылған көндө, һәм — күктәр ҙә. Һәм берҙән-бер, ҡеүәтле Алла ҡаршыһына баҫырҙар!
49. Һәм был көндө гонаһлы кешеләрҙе сылбыр менән бәйләнгән хәлдә күрерһең.
50. Кейемдәре ыҫмаланан, йөҙҙәрен ут ҡаплар,
51. һәр йәнгә Алла үҙе ҡаҙанғанын бирһен өсөн. Ысынлап та, Алла хисапта етеҙ!
52. Был — кешеләр өсөн хәбәр, һәм уның менән өгөтләһендәр, һәм Уның берҙән-бер илаһ икәнлеген белһендәр, һәм зиһендәре булғандар аҡылдарына килһендәр!