Jump to content

Әл-Әхзәб сүрәһе

From Wikisource
Ҡөрьән
автор Мөхәммәт пәйғәмбәр
Сығанаҡ: Ҡөрьән Кәрим. Илшат Хафизи тәржемәһе.


-

Ҡөрьән Кәрим
башҡортсаға тура ғәрәп теленән Илшат Хафизи


'


33 — Әхзәб (Төркөмдәр) сүрәһе


(Әхзәб сүрәһе 73 аяттан тора. Мәҙинә-и Мөнәүәрәлә ингән. «Әхзәб» һүҙе: төркөм, ғәскәр, фирҡә, өйөр кеүек мәғәнә​ләрҙе үҙ эсенә ала.) Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.


1. Әй, Пәйғәмбәр, Аллаһтан ҡурҡ. Кәферҙәргә, мона​фиҡтарға буйһонма. Хаҡтыр, Аллаһ — барыһын да бе​леп тороусы берҙән-бер хөкөм һәм хикмәт эйәһелер. 2. Раббың индергәндәр буйынса ғына ғәмәл ҡыл. Шик юҡтыр, Аллаһ бөтөн ҡылмыштарығыҙҙан хәбәрҙар. 3. Аллаһҡа тәүәккәл ит. Ярҙамсы булараҡ, Аллаһ етәр. 4. Аллаһ бер кешегә ике йөрәк бирмәне. Зиһар (арҡа һырты) тип иғ​лан иткән ҡатындарығыҙҙы әсәйегеҙ һүрәтендә таныманы. Уллыҡа алынған улығыҙҙы ла үҙ улығыҙ итеп таныма​ны. Былар (был уйҙырма йолалар) һеҙҙең үҙ ауыҙығыҙҙан сыҡҡан һүҙҙәр генә. Аллаһ дөрөҫөн һөйләй һәм тура юлға иреш​терә. («Боронғо ғәрәптәрҙә шундай бер ғәҙәт бар ине. Берәй ир үҙ ҡа​тынына: һин миңә әсәйемдең арҡаһы кеүекһең, тип әйтһә, ул ҡатын ирҙең үҙ әсәһе кеүек булып ҡалыр. Шул сәбәпле, улар инде бынан һуң енси мөнәсәбәттәргә керә алмай. Был — айрылышыу, тигән һүҙ була. Ошо йола «зиһар» тип атала ине. Кешенең күкрәгендә ике йөрәк була алмаған кеүек, бер ҡатын бер үк ваҡытта иренә әсә лә, ҡатын да була алмай, йәнәһе». «Йәғни, никахлы ҡатын да, айырылғаны ла үҙ иренең әсәһенә әүе​релә алмай. Йәки уллыҡҡа алынған ир бала өйләнеп үлһә, уның тол ҡатынын үгәй атаһы ҡатынлыҡҡа ала ала». Хәсән Чантай һәм Ибраһим Дөнмәз тәфсирҙәренән.) 5. Уллыҡҡа алынған балаларға атаһының исеме менән өндәшегеҙ. Аллаһ ҡаршыһында иң дөрөҫө шул булыр. Аталары​ның исеме мәғлүм булмаһа, уларға дин ҡәрҙәштәрегеҙ һәм күреп-белгән таныштарығыҙға булған мөнәсәбәттә булығыҙ. Яңғылышып өндәшһәгеҙ, был эш тә гөнаһ булмаҫ. Белгән килеш, насар ниәт менән өндәшһәгеҙ генә гөнаһ булыр. Аллаһ — ярлы​ҡаусы һәм миһырбан эйәһе. 6. Иман килтергәндәргә Пәйғәмбәр үҙ йәндәренән дә яҡыныраҡтыр. (Пәйғәмбәрҙең) ҡатындары уларға (иманлыларға) әсә кеүектер. Ләкин туғандары, Аллаһтың Китабына күрә, бер-берҙәренә башҡа мосолмандарҙан һәм мөһажирҙарҙан яҡыныраҡ. Әммә диндәш дуҫтарығыҙға изгелек ҡылығыҙ. Былар Китапҡа шулай яҙылған. (7) Һәм Беҙ пәй​ғәмбәрҙәрҙән һүҙ алдыҡ. Һинән, Нухтан, Ибраһимдан, Мусанан һәм Мәрйәм улы Ғайсанан. Хаҡтыр, Беҙ уларҙан ҡәтғи ант һүҙе алдыҡ. («Ант һүҙе: бары тик бер Аллаһҡа ғына ғибәҙәт ҡылырбыҙ һәм өммәттәребеҙҙе лә шуға өндәрбеҙ. Һәм ошо антыбыҙға тоғро ҡаласаҡбыҙ». Хәсән Чантай тәфсиренән.) 8. Аллаһ уларҙы (пәйғәмбәрҙәрҙе) антҡа тоғро булғандар​ҙың тоғролоғон һынар өсөн ант иттерҙе. Кәферҙәр өсөн хәтәр яза әҙерләне. 9. Әй, иман килтергән кешеләр, Аллаһтың һеҙгә булған мәрхәмәтен онотмағыҙ! Һеҙҙең өҫкә яу килгәндә, яуға ҡар​шы Беҙ өйөрмә ҡуптарҙыҡ һәм һеҙҙең күҙгә күренмәй торған ғәскәрҙәр (фәрештәләр) күндерҙек. Аллаһ һеҙҙең нимә ҡылғанығыҙҙы белеп тора. 10. Улар (дошман яуы) өҫтән дә, аҫтан да һеҙгә ябырыл​ғанда, күҙҙәрегеҙ (ҡурҡыуҙан) аҡайған ине, ҡотоғоҙ ботоғоҙға еткән (йәки, йөрәктәрегеҙ боғаҙығыҙға килгән) ине; һәм Аллаһ тураһында төрлө-төрлө (шикле) уйҙар башығыҙға килгән саҡта; (11) бына шулай итеп, иман килтергәндәрҙе һынау аша кисерҙек. Һәм улар дәһшәтле тетрәнеүгә дусар ителде. 12. Шул ваҡытта динһеҙлек сире менән ауырығандар менән монафиҡтар әйтте: — Аллаһ менән уның илсеһе ҡоро вәғәҙәләре менән беҙҙе алданы, — тинеләр. 13. Араларында: — Әй, Йәҫриб һуғышсылары, һеҙ дошманға ҡаршы тора алмаясаҡһығыҙ, ҡасығыҙ, — тип ҡысҡырыусылар ҙа булды. Ҡай​һылары иһә: — Йорт-ерҙәребеҙ һаҡһыҙ ҡалды (өйөбөҙгә ҡайтар беҙҙе), —тип Пәйғәмбәрҙән рөхсәт һорай ине. Йорт-ерҙәре һаҡһыҙ түгел ине уларҙың, (һуғыш ҡырын ташлап) ҡасыу ине уларҙың теләге. (Йәҫриб — Мәҙинә шәһәренең боронғо атамаһы ине.) 14. Әгәр (мөшриктәр Мәҙинә шәһәренең) төрлө яғынан баҫып кереп (монафиҡтарҙы Пәйғәмбәргә, мосолмандарға ҡар​шы), фетнә сыуалышында ҡатнашырға ҡушһалар, һис шик юҡ, ике лә уйлап тормаҫтан, улар (монафиҡтар) ҡушҡанды үтәр ине. Өйҙәрендә оҙаҡ тормаҫтар ине. 15. Хаҡтыр, улар бынан әүәл (Жиһад һуғышында) артҡа боролоп ҡасмаҫҡа тип Аллаһҡа һүҙ биргәндәр ине. Аллаһҡа бирелгән һүҙ өсөн яуап бирергә тура киләсәк. 16. (Эй, Мөхәммәд) әйт һин уларға: — Үлемдән йәки үлтерелеүҙән ҡасһағыҙ ҙа файҙа булмаҫ. Ҡасҡан тәҡдирҙә лә ғүмерегеҙ оҙон булмаҫ, — тип. 17. Әйт һин: — Аллаһ һеҙгә берәй яман эш теләһә, һеҙҙе ул бәләнән кем килеп ҡотҡарыр? Һеҙгә рәхмәт индерергә теләһә, ул рәхмәтте кем тотҡарлай алыр? —тип. Улар Аллаһтан баш​ҡа үҙҙәренә бер дуҫ та таба алмаҫ, ярҙамсылары ла булмаҫ. 18. Аллаһ һуғышҡа барыуҙан тыйыусыларҙы: — (Һуғышҡа бармағыҙ) беҙҙең менән булығыҙ, — тип ҡо​тортоусыларҙы бик яҡшы белеп тора. Уларҙың бик әҙе һу​ғышта ҡатнашты. (19)Ҡатнашҡандары ла (бына беҙ ҙә кәферҙәргә ҡаршы һуғыштыҡ, беҙгә лә ғәнимәт малы тейеш, тип әйтер өсөн) хөсөтлөк (һаранлыҡ) менән генә килде. Йөрәктәренә ҡурҡыу төшһә, һин уларҙы, үлем иҫереклеге менән, күҙ-баштары аҡай​ған килеш, һинән ярҙам көтөп, шашып ҡалғандарын күрер​һең. Ҡурҡыныс уҙып киткәндән һуң, улар үҙҙәренең әсе тел​дәре менән йөрәктәрегеҙҙе үтәләй тишеп сығар. Улар ғәнимәт малына хирыс (нәпсе). Улар иман килтермәҫ. Шуға күрә, Аллаһ уларҙың (ихлас булмаған) ҡылмыштарын юҡҡа сығарҙы. Был эш Аллаһ өсөн бик тә еңел нәмә. 20. Дошман ғәскәрҙәре йыраҡ китмәне (уларҙың кире боро​лоуы ла мөмкин), тип ҡурҡтылар. Улар сүл эсенә ҡасып, бәҙәүи ғәрәптәре янында йәшәп, (һуғыш ҡырына кире ҡайт​ҡан дошман ғәскәрҙәре тураһында) һораштырып ятырға хыялла​на ине. Улар һеҙҙең менән бергә (һуғыш ҡырында) булһа ла, ысынлап һуғышмаҫ ине. 21. Хаҡтыр, Әхирәт көнөндә Аллаһ менән ҡауышыуға ышанғандар өсөн һәм Аллаһты күп зикер иткәндәр өсөн Пәйғәмбәрҙә үрнәк сифаттар бар. 22. Дошмандарҙы күргәс: — Бына был Аллаһтың һәм Пәйғәмбәрҙең беҙгә биргән вәғәҙәһе (һынауы), — тинеләр. — Аллаһ менән Пәйғәмбәр дөрөҫ әйткән икән. (Кәфер яуының һөжүм итеүе) мөьминдәрҙең иманын һәм Аллаһҡа буйһоноуҙарын арттырҙы ғына. 23. Мөьминдәр араһында Аллаһҡа биргән анттарында тороусылар бик күп. Уларҙың ҡайһылары вәғәҙәһен аҙағына саҡлы килтереп еткерҙе (Жиһадта шәһит китте). Сабыр ғына (әжәлен) көткәндәре лә бар. Улар бер нисек тә анттарын боҙманы. 24. Аллаһ тоғро булғандарға тоғролоҡтары сәбәбе менән әжерен дә бирәсәк. Ихтыяр итһә, Аллаһ монафиҡтарҙы язалаясаҡ йәки (тәүбә итһәләр) ярлыҡаясаҡ. Шик юҡтыр, Аллаһ — ярлыҡаусы һәм сикһеҙ миһырбан эйәһе. 25. Аллаһ кәферҙәрҙе һис бер хәйергә ирештермәйенсә (еңелдерҙе, ғәнимәт ала алманылар, мосолмандарҙың, динен ҡаҡшата алманылар), маҡсаттарына ирешмәгән хәлдә сигенергә мәжбүр итте. Аллаһ һуғышта мөьминдәргә ярҙам итте (дауыл ҡуптарҙы, Күктән фәрештәләр ғәскәре ебәрҙе). Аллаһ — көс-ҡөҙрәт эйәһе, һәр ваҡыт еңеүсе. 26. Китаплы халыҡ (йәһүдиләр) булып та мөшрик ғәскә​ренә ярҙам иткәндәре өсөн, Аллаһ уларҙың йөрәктәренә ҡурҡыу һалды, нығытмалары араһынан сығырға мәжбүр итте. Уларҙың бер өлөшөн һеҙ үлтерҙегеҙ, башҡаларын әсир итте​геҙ. (27) Уларҙың йорт-ерҙәрен, малдарын, һеҙ аяҡ баҫма​ған (уңдырышлы) тупраҡтарҙы һеҙгә бирҙек. Бар нәмәгә Аллаһтың ҡөҙрәте етә. 28. (Ул заман бер иргә туғыҙ ҡатын рөхсәт ителә ине. Рәсүлүллаһтың ҡатындары ла йортта булмаған зиннәттәр талап итә башланылар. Шунан һуң был сүрә индерелде. ) — Әй, Пәйғәмбәр, ҡатындарыңа әйт: — Әгәр ҙә һеҙ был донъяла муллыҡ, зиннәт эсендә йәшәргә теләйһегеҙ икән, улайһа, әйҙәгеҙ, мин һеҙҙең һәр берегеҙгә үҙ өлөшөгөҙҙө биреп, матур ғына айырып, иреккә ебәрермен, — тип. (29) — Әгәр ҙә һеҙ Аллаһҡа иман килтереп, Пәйғәмбә​ренә эйәреп һәм Әхирәт йортонда йәшәргә теләһәгеҙ; шик юҡтыр, изгелек ҡылғандарығыҙ бөйөк бер әжергә лайыҡ була​саҡ. 30. Әй, Пәйғәмбәр ҡатындары, берәйегеҙ тәрбиәһеҙ эш менән тотолһа, уның язаһы (ғәҙәти ҡатындарға бирелә торған язанан) ике тапҡыр артыҡ булыр. Был эште башҡарыу Аллаһ​ҡа бер ни ҙә тормай. (31) Аллаһҡа һәм Пәйғәмбәргә итәғәт итеүсе, изгелек ҡылыусыларығыҙ булһа, уларға бүләкте лә (башҡа ҡатындарға ҡарағанда) икеләтә арттырып бирербеҙ. Һәм улар өсөн Беҙ (йәннәттә) бик тә затлы ризыҡтар ҙа әҙерләп ҡуйҙыҡ. 32. Әй, Пәйғәмбәр ҡатындары, һеҙ башҡа ҡатындар кеүек түгелһегеҙ. Аллаһтан ҡурҡһағыҙ, (сит ирҙәр менән) ҡыланып һөйләшмәгеҙ. Ҡыланып һөйләшеү күңелендә енси аҙғынлыҡ сире булған ирҙәрҙе өмөтләндерер. Һөйләшеүегеҙ ғәҙәти һәм әҙәпле булырға тейеш. (33)(Мәғрүрәнә) өйөгөҙҙә ултыры​ғыҙ. Элеккеге дҗәһилиәт ваҡытындағы ҡатындар кеүек (ҡап​сыҡлап, зиннәттәрегеҙҙе башҡаларға күрһәтеп) йөрөмәгеҙ. На​маҙҙы тәртибенсә уҡығыҙ. Зәкәт бирегеҙ. Аллаһҡа, Пәйғәм​бәргә итәғәт итегеҙ. Эй, Пәйғәмбәр йортондағылар, Аллаһ һеҙҙе керһеҙ (гонахһыҙ) итеп, паҡтарҙан паҡ яһарға теләй. (34) Аллаһтың өйөгөҙҙә уҡылған аяттарын, ғибрәтле миҫалдарын отоп алығыҙ (һәм башҡаларға һөйләгеҙ). Шик юҡ​тыр, Аллаһ һәр нәмәнең асылын белеп, һәр нәмәнән хәбәрҙар торор. 35. Шик юҡтыр, мосолман ирҙәр һәм мөслимәләр, мөьмин ирҙәр һәм мөьминәләр, йәндәре-тәндәре менән Аллаһҡа бирелгән итәғәттәге ирҙәр һәм итәғәт боҙмаған ҡатын​дар, (анттарына, дингә, ҡатынына) тоғро ирҙәр һәм тоғро ҡатындар, сыҙам-сабыр ирҙәр һәм түҙем-сабыр ҡатындар, мөтәүәзи (тыйнаҡ) ирҙәр, мөтәүәзи (әҙәпле) ҡатындар, саҙаҡа биреүсе ирҙәр, саҙаҡа биреүсе ҡатындар, ураҙа тотоусы ирҙәр, ура​ҙа тотоусы ҡатындар, намыҫтарын һаҡлаусы ирҙәр, ғиффә​ттәрен һаҡлаусы ҡатындар, Аллаһты сикһеҙ зикер итеүсе ирҙәр, зикер итеүсе ҡатындар бар. Аллаһ быларға ярлыҡау һәм бөйөк әжер әҙерләп ҡуйҙы. 36. Аллаһ менән Пәйғәмбәр бер эшкә хөкөм сығарған​дан һуң, мөьмин ир менән мөьминә ҡатын-ҡыҙ үҙ ихтыярҙа​ры менән ул хөкөмдө боҙоп, үҙҙәре ғәмәл ҡылырға тейеш түгел. Аллаһҡа һәм Пәйғәмбәргә ҡаршы ғәмәл ҡылғандар, мот​лаҡ, аҙашҡан булыр. 37. (Эй, Рәсүлем Мөхәммәд) иҫеңдәме, нисек итеп Аллаһ һиңә ниғмәт бирҙе, изгелек ҡылған кешегә лә һин: - Ҡатыныңды айырма, Аллаһтан ҡурҡ, — тигән инең. Ләкин Аллаһҡа асыҡ мәғлүм булған нәмәне һин (ке​шеләрҙән) йәшереп ҡалдырҙың. Юҡһа, (кешеләрҙән түгел) Аллаһтан ҡурҡырға кәрәк ине. Зәйед ҡатыны менән араһын кәрәгенсә өҙөп бөтөргәндән һуң, ул ҡатынды һиңә никахланыҡ. Уллыҡҡа алынған үгәй балаларының ҡатындарын, тәртип менән айырылышҡандан һуң, үгәй атаға никахлау мөьминдәр өсөн гөнаһ түгел, тинек. Аллаһтың әмере еренә еткерелде. («Сабый сағында әсирлеккә алынған Зәйедте хәҙрәти Мөхәммәд азат итеп, уллыҡҡа алды. Бәлиғ булғас, Мөхәммәд туғандан туған һеңлеһе Зәйнәпте Зәйедкә никахлатты. Ләкин бай нәҫелле Зәйнәп ҡол Зәйед менән тыныс тормош ҡора алманы. Зәйед тә уның тәкәбберлегенә түҙмәйенсә, айырылырға теләне. Шул ваҡыт хәҙрәти Мөхәммәд уға сабыр итергә ҡушты. Ләкин барыбер Зәйед Зәйнәпте талаҡ итте. Мөхәммәд Аллаһ рөхсәтенән һуң Зәйнәп менән ни​кахлашты». Ғәли Турғут тәфсиренән.) 38. Аллаһ хәләл ҡылған нәмәне башҡарғандан Пәйғәм​бәргә гөнаһ юҡтыр. Элек йәшәп китеүселәр (пәйғәмбәрҙәр) ҙә Аллаһ хәләл ҡылғанды ғына башҡаралар ине. Аллаһтың әмерҙәре, һис шикһеҙ, еренә еткерелә, улар (Ләүхел Мәх​фүзгә) яҙып ҡуйылған тәҡдирҙер. 39. Ул пәйғәмбәрҙәр — Аллаһ индергән әмерҙәрҙе (ке​шеләргә) ирештереүселәр, Аллаһтан ҡурҡыусылар, Унан баш​ҡа бер кемдән дә ҡурҡмаусылар. (Хаттин ашҡандарҙан) иҫәп-хисап алыр өсөн бер Аллаһ Үҙе етәр. 40. Мөхәммәд һеҙҙең арағыҙҙағы бер генә ирҙең дә атаһы түгел. Ул фәҡәт Аллаһтың Рәсүле һәм пәйғәмбәрҙәрҙең (мөһөрле) һуңғыһылыр. Аллаһ һәр нәмәнең асылын белеп тора. (41) Әй, иманлы халыҡ, Аллаһты һәр ваҡыт иҫкә алы​ғыҙ. (42) Һәм Уны иртә-кис (маҡтап) тәсбих тартығыҙ. 43. Һеҙҙе ҡараңғылыҡтан (наҙанлыҡтан, динһеҙлектән) яҡтылыҡҡа сығарыу өсөн рәхмәтен һәм мәрхәмәтен һәм фәрештәләрен күндергән — Улдыр. Аллаһ мөьминдәргә сикһеҙ мәрхәмәтле. 44. Аллаһ менән ҡауышҡан Көндө уларға өндәшеү: — Сәләм! — һүҙе булыр. Аллаһ улар өсөн бик тә мәртәбәле (йомарт) бүләктәр әҙерләне. 45. Әй, Пәйғәмбәр, Беҙ һине, ысындан да, шаһит, һөйөнсө алыусы һәм киҫәтеүсе булараҡ күндерҙек. 46. Аллаһтың фатихаһы менән (тура юлға) саҡырыусы, нур сәсеүсе бер ҡәндил (яҡтыртҡыс) сифатында күндерҙек. (47) Мосолмандарҙан һөйөнсө ал: улар Аллаһтың бөйөк Сәғәдәтенә ирешәсәктәр. (48) Кәферҙәргә, монафиҡтарға баш эймә. Уларҙың рәнйетеүҙәренә иғтибар итмә, түҙ. Аллаһҡа инан, иманыңа таян. Ярҙамсы булараҡ та, таяныс булараҡ та Аллаһ һиңә етәр. 49. Әй, иманлы ир кешеләр, мөьминәләрҙе никахлап алғандан һуң, зөфәф мөнәсәбәтенә кермәгән осраҡта (уларға теймәҫ борон), айырырға теләһәгеҙ, ул ҡатындан ғиддәт талап итергә һеҙҙең хаҡы​ғыҙ юҡ. Был осраҡта ҡатындың күңеленә хуш килерлек мал биреп, яҡшы мөғәмәлә менән өйөнә оҙатығыҙ. («Зөфәф кисәһе - никахтан һуң ир менән ҡатындың бер ятаҡта төн уҙҙырыу мөддәтеҙер. Зөфәф алдынан был ҡатынды яратмаясағығыҙҙы һиҙенеп, уның һеҙгә оҡшамаған ғәҙәттәрен күреп, уның сирле икәнен белеп, енси яҡынлыҡ ҡылмайынса талаҡ итһәгеҙ, шәриғәт ҡанундары боҙолмай. Ғиддәт — айырылған ҡатындың башҡа иргә сығырға ярамаған ваҡыты». Хәсән Чантай тәфсиренән.) 50. Эй, Пәйғәмбәр, мәһерен биргән ҡатындарыңды, Аллаһ һиңә ғәнимәт булараҡ биргән (һуғышта әсир алынған) һәм һинең ҡолоң булған йәриәләрҙе, (атайың менән бер туған) ағайыңдың, (атайың менән бер туған) туғаныңдың, (әсәйең менән ту​ған) ағайыңдың һәм (әсәйең яғынан булған) апайыңдың ҡыҙҙарын, һинең менән бергә (һижрәт иткән) күсенеп килгән ҡыҙҙар​ҙы һиңә никахта хәләл ҡылдыҡ. Иман килтергән мөьминә үҙен Пәйғәмбәргә (мәһер алмайынса ғына) бағышларға теләп, һин дә уны алырға теләһәң, (бындай никах) башҡа мосолман ирҙәренә харам булып, бары тик һиңә генә рөхсәт ителәсәк. Хаҡтыр, һиңә уңайһыҙ булмаһын өсөн, (башҡа мосолмандарға) ҡатындар һәм йәриәләр мәсьәләһендә Беҙ теүәл мәғлүмәт биргән инек инде. Аллаһ — сикһеҙ мәрхәмәтле һәм ярлыҡаусылыр. 51. (Ҡатындарың менән төн уҙҙырыу тәртибен һин боҙа ала​һың; уларҙың бөгөн) теләмәгәнен (яңғыҙ) ҡалдырып, теләгәнен яныңа (саҡырып)алдыра алаһың. (Сираттан) ҡалғандарын яныңа алдырһаң да, зыян юҡ. Был эш уларҙың ҡыуанып, үҙ өлөшөнә тейгәндәргә шөкөр итеп йәшәүҙәренә ҡулай булыр. Аллаһ күңелегеҙҙәген белеп тора. Аллаһ — бөтөнөһөн дә белеүсе са​быр миһырбан эйәһелер. 52. Бынан һуң (һиңә тигән туғыҙ ҡатындан башҡа) ҡа​тын алыу һәм ошо ҡатындарыңды алмаштырыу (берһен айырып, яңыһын алыу), хатта ни ҡәҙәр генә гүзәл булһалар ҙа, (һин үлеп ғашиҡ булһаң да) һиңә хәләл булмаҫ. Ҡол рәүешендәге йәриәләреңдән башҡа. Аллаһ — барыһын да күҙәтеп тороусы. 53. Әй, иман килтергән кешеләр, мәжлескә саҡырылма​ған килеш, Пәйғәмбәр өйөнә кермәгеҙ, табын әҙер булыуҙан иртә килмәгеҙ. Фәҡәт (табынға) махсус әйткәс кенә керегеҙ. Ашап-эскәс тә таралышығыҙ. Кәңәш-табыш итер өсөн дә, әңгәмә ҡорор өсөн дә (рөхсәтһеҙ) кермәгеҙ. Сөнки Пәйғәмбәрҙе ҡыйын хәлгә ҡуйыуығыҙ ихтимал, ул (һеҙҙән ҡыйынһына.) Аллаһ дөрөҫлөктө әйтеүҙән ҡыйынһынмаҫ. Берәй нәмә кәрәк булған саҡта, шаршау аша Пәйғәмбәрҙең ҡатындарынан һорап алығыҙ. Был һәм һеҙҙең өсөн, һәм дә уларҙың күңел сафлығы өсөн шулай кәрәк. Аллаһтың Пәйғәмбәрен ҡыйын хәлдәргә ҡуймағыҙ, (вафат булғандан һуң) уның ҡатындары менән никахлашмағыҙ. Был — Аллаһ ҡаршыһындағы иң ҙур гөнаһтар​ҙың береһе. (54) Аллаһ асыҡ ғәмәлдәрегеҙҙе лә, йәшертендәрен дә бик яҡшы белеп тора. 55. (Ҡатындарың) аталары, улдары, аға-энеләре, бер ту​ғандарының улдары, ҡыҙ ҡәрҙәштәренең улдары, үҙ (мөьмине) ҡатындарың, хеҙмәтсе йәриәләр ҡаршыһында (пәрәнжә, чадраһыҙ) йөрөһә, гөнаһ һаналмаҫ. Аллаһтан (язаһынан) ҡурҡығыҙ. Хаҡтыр, Аллаһ һәр нәмәгә шаһиттыр. 56. Шик юҡтыр, Аллаһ та, фәрештәләре лә Пәйғәм​бәргә күп салауат әйтерҙәр. Әй, иман килтергән әҙәмдәр, һеҙ ҙә уға салауат әйтегеҙ. Эй, мөьминдәр, һеҙ ҙә хәҙрәти Пәйғәмбәргә салауат әйтегеҙ һәм сәләмдәр күндерегеҙ. 57. Хаҡтыр, Аллаһ һәм дә Уның Рәсүле тураһында на​хаҡ һүҙ һөйләгәндәр әҙ түгел. Аллаһ уларҙы донъяла ла, Әхирәттә лә ләғнәтләне, рәхмәтенән айырҙы. Уларға интектереүсе, рәнйетеүсе яза әҙерләнгән. 58. Гөнаһ ҡылмағандары көйөнсә: был ир менән был ҡатын гөнаһ ҡылды, тип нахаҡ яла яҡҡандар, һис шикһеҙ, үҙ өҫтәренә ҙур гөнаһ алыр. 59. Әй, Пәйғәмбәр! Ҡатындарыңа, ҡыҙҙарыңа һәм бар​са мөьминәләргә әйт, (йомош менән урамға сыҡҡанда) өҫ кейемдәрен яҡшылап бөркәнһендәр. Был — (уларҙың затлы нәҫел ҡатыны икәнен) таныһындар һәм рәнйетмәһендәр өсөн бик тә ҡулай эш. Аллаһ — ярлыҡаусы һәм миһырбан эйәһе. 60. Хаҡтыр, ике йөҙлөләр, эстәрендә сир булғандар (енси сирҙәре булғандар), шәһәрҙә (фетнә сығарыр өсөн) яман хәбәр таратыусылар ошо ғәмәлдәренән ваз кисмәһәләр, улар өҫтөнә (яу менән) һине ебәрербеҙ. Бына шунан һуң инде улар һинең янда (күрше булып) оҙаҡ тора алмаҫтар. (61) Ләғнәтләнгән ҡәүем булараҡ, уларҙы ҡайҙа осратһалар, шунда тотоп үлтерәсәктәр. (62) Әүәл йәшәп киткәндәр хаҡындағы Аллаһтың хөкөмө шулдыр. Аллаһтың ҡанунында һис бер үҙгәреш таба алмаҫһың. 63. Кешеләр һинән Ҡиәмәт көнөнөң ҡасан киләсәге тураһында һорайҙар. Әйт һин уларға: — Ул турала бары тик Аллаһ ҡына белә, — тип. Һин ҡайҙан беләһең уны? — Бәлки, ул оҙаҡламай килер. (64) Шуныһы хаҡтыр, Аллаһ кәферҙәрҙе ләғнәтләне. Улар өсөн хәтәр ялҡынлы ут ғазабы әҙерләне. (65) Улар шунда мәңгегә ҡаласаҡ һәм уларға ярҙам итеүсе бер генә дуҫ та табылмаҫ. (66) Ут эсендә йөҙҙәре бөрөшөп янғанда улар әйтер: — Ай, валлаһи, Раббыға итәғәт иткән булһаҡ, Пәйғәм​бәргә эйәргән булһаҡ, — тип үкенерҙәр. (67) — Йә, Раббыбыҙ, беҙ үҙебеҙҙең етәкселәребеҙгә һәм кәңәшселәребеҙгә эйәр​ҙек, улар беҙҙе юлдан яҙҙырҙы, — тип әйтерҙәр. (68) — Раб​быбыҙ, уларға икеләтә яза бир һәм уларҙы ҡот осҡос итеп ләғнәтлә (рәхмәтеңдән ситкә ҡыу). 69. Әй, иман килтергән кешеләр, һеҙ ҙә Мусаны рәнйетеүселәр кеүек булмағыҙ. Барыбер Аллаһ уны һеҙ һөйләгән нахаҡтан арындырҙы. Ул Аллаһ хозурында абруй ҡаҙанды.(70) Иманлы кешеләр, Аллаһтың (язаһынан) ҡурҡығыҙ һәм дөрөҫөн һөйләгеҙ. (71) Аллаһ эшегеҙҙе уң ҡылыр һәм гөнаһтарығыҙҙы ярлыҡар. Аллаһ менән Пәйғәмбәргә итәғәт иткән кеше (хәтәр язаларҙан) ҡотолоп, Сәғәдәткә ирешәсәк. 72. Күктәргә, Ергә һәм тауҙарға Беҙ аманат тәҡдим иттек, ләкин улар (яуаплылыҡтан ҡурҡып) был йөктө үҙ өҫтәренә алманы. Әҙәм балаһы был аманатты үҙ өҫтөнә алды. Сөнки кеше — (тәбиғәте менән) залим һәм наҙандыр. 73. Монафиҡ ирҙәрҙе һәм монафиҡ ҡатындарҙы, мөшрик ирҙәр менән мөшрик ҡатындарҙы язаға тартыр өсөн, иман килтергән ирҙәр менән иманлы ҡатындарҙың тәүбәһен ҡабул итер өсөн (Аллаһ ошо аманатты кеше өҫтөнә йөкләне). Аллаһ — ярлыҡаусы, мәрхәмәт итеүселер.