Jump to content

Саба сүрәһе

From Wikisource
Ҡөрьән
автор Мөхәммәт пәйғәмбәр
Сығанаҡ: Ҡөрьән Кәрим. Илшат Хафизи тәржемәһе.


-

Ҡөрьән Кәрим
башҡортсаға тура ғәрәп теленән Илшат Хафизи


'

34 — Сәбә, (Сәбә иле) сүрәһе

(Сәбә сүрәһе 54 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән. «Сәбә» — бер төбәктең һәм шунда йәшәүсе бер ҡәбиләнең, исеме)


Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Күктәрҙә һәм Ерҙә булғандарҙың хужаһы Аллаһҡа ғына маҡтау тейеш. Әхирәттә лә ул ғына маҡтауға лайыҡ. Ул — хикмәт эйәһе, бар нәмәнән хәбәрҙар. 2. Ер эсендәгеләрҙе лә, унан сыҡҡандарҙы ла, Күктән ингәнде лә, Күккә ашҡанды ла Ул белеп тора. Ул — миһырбан эйәһе һәм ярлыҡаусы. 3. Инҡарсылар: — Ҡиәмәт беҙгә килмәйәсәк, — тинеләр. Әйт һин уларға: — Яңғылышаһығыҙ! — тип. - Һис шикһеҙ, киләсәк. Барса йәшерен булғандарҙы белеп тороусы Раббы хаҡы өсөн киләсәк. Күктәрҙә һәм Ерҙә туҙан бөртөгө кеүек нәмә лә Унан ҡасып ҡала алмаҫ. Хатта унан бәләкәйерәк булған нәмәләр ҙә, унан ҙурҙары ла, хаҡтыр, ап-асыҡ итеп Китапҡа яҙыл​ған. 4. Аллаһ иман килтереп, изгелек ҡылғандарҙы бүләкләү өсөн шулай Китапҡа (Ләүхел Мәхфүзгә) яҙҙы. Улар өсөн яр​лыҡау һәм ләззәтле ризыҡтар бар. 5. Аяттарыбыҙҙың тәьҫирен зәғифләндерергә маташыу​сылар өсөн дә, иң хәтәр — әрнеткес ғазап буласаҡ. 6. Белемле кешеләр Раббынан һиңә индерелгән Ҡөръәндең хаҡ икәнен беләләр; уның (Ҡөръәндең) мотлаҡ өҫтөн һәм маҡтауға лайыҡ булған юлға өндәүсе икәнен күрәләр, ләкин (7) кәферҙәр үҙ-ара әйтте: — (Мәйеттәр) сереп, тетелеп тупраҡҡа әүерелгәс, яңынан тереләсәк, тип һөйләнеүсе кешенең кем икәнен күрһәтәйекме? — тинеләр. (8)— Бәлки, ул Аллаһҡа ҡаршы нахаҡ һүҙ һөйләйнер. Әллә һуң ул енләнгәнме? Юҡ шул, Әхирәткә инанмағандар ғына (Әхирәттә) ға​запҡа дусар, (был донъяла улар) аҙашҡан хәлдә йәшәй. 9. Күккә — баш остарына, Ергә-аяҡ аҫтарына ҡарамайҙармы ни һуң улар? Әгәр Беҙ ихтыяр итһәк, (Ҡарунды йотторған кеүек) уларҙы ла ергә йотторор инек. Йәки (Әйкә халҡы өҫтөнә яуҙырған кеүек) өҫтәренә Күктән таш яуҙырыр инек. Шик юҡтыр, бында Раббыға итәғәт иткән һәр кеше өсөн (Аллаһтың бәндәләрен яңынан терелтәсәгенә) ҡәтғи дәлилдәр бар. 10. Хаҡтыр, Дауытҡа Беҙ (башҡаларҙан) өҫтөнлөк бир​ҙек. — Әй, һеҙ, тауҙар, уның менән бергә тәсбих әйтегеҙ, — тинек. Ҡоштарға ла шулай ҡуштыҡ. Уға (Дауытҡа) күндәм, йомшаҡ тимер бирҙек. (11) — Тимерҙән көбөләр (һуғыш кейемдәре) яһа, үлсәп нескә итеп тек, — тинек. — Изгелек ҡы​лығыҙ. Сөнки Хәҡиҡәт — ул Мин. Нимә ҡылһағыҙ ҙа Мин яҡшы күреп торам. 12. Сөләймәнгә елде тәғәйенләнек, ул иртәнге ел менән бер айлыҡ юлды, төнгө ел менән бер айлыҡ юлды үтәр ине. Эрегән баҡырҙан йылға ағыҙыуҙы уға тапшырҙыҡ. Уның әме​рендә Раббының рөхсәте менән күндерелгән ҡайһы бер ендәр ҙә бар ине. Уларҙың берәйһе әмеребеҙҙән баш тартһа, уға көйҙө​рөүсе яза татыта инек. 13. Ул ендәр Сөләймән нимә теләһә, шуны эшләй ине: ҡа​лалар һала, һәйкәлдәр яһай, күл ҙурлығындағы һыу ҡойоноу һауыттары, ныҡлы терәккә ҡуйылған ҙур-ҙур ҡаҙандар, тиһеңме. Әй, Дауыт нәҫеле, шөкөр итегеҙ. Ләкин бәндәләремдән шөкөр итеүселәр бик тә әҙ. (14) Сөләймәнде үлемгә хөкөм иттек; ләкин уның үлгәнен берәү ҙә белмәне, фәҡәт уның таянған таяғын ҡорт ашап бөтөргәс, мәйете йығылып киткәс кенә ендәр уның үле икәнен аңланы. Әгәр ҙә ендәр йәшерен эштәрҙе белеүсе булһалар, меҫкен хәлдә ғазап сикмәгән бу​лырҙар ине. 15. Хаҡтыр, Сәбә ҡәүеме йәшәгән ерҙәрҙә һабаҡ алыр​лыҡ ғибрәттәр бар. Береһе — уңда, береһе һулда уларҙың ике баҡсаһы бар ине. (Уларға әйтелде): — Раббығыҙ биргәнде ашағыҙ һәм Уға шөкөр итегеҙ. Бына һеҙгә бай мәмләкәт һәм Аллаһ һеҙгә мәрхәмәтен мул бирә. 16. Ләкин улар йөҙ сөйөрҙө. Шул сәбәпле Беҙ уларға Арим ташҡынын ебәрҙек. Уларҙың ике баҡсаһын да, әсе һәм ашарға яраҡһыҙ емеш бирә торған, затһыҙ ҡыуаҡтар ғына ҡалдырып, харап иттек. (17) Бына, Беҙ уларҙы шөкөрһөҙлөктәре өсөн шулай язаланыҡ. Беҙ шөкөр итмәгәндәрҙе генә язалайбыҙ. (Тәфсирселәр: Арим — ул бер үҙәндең исеме, ҡот осҡос мул ямғыр​ҙарҙан һуң хәтәр ташҡын шул үҙәндә йәшәүселәрҙе һәләк итә, тип фаразлайҙар. М. Ғәли әйтеүенсә, Сәбә ул Йәмәндәге шәһәр, уның икенсе исеме лә бар — Маараб; ул Санадан өс көнлөк юлда торған Маарабтағы быуа ярылып, шәһәрҙе һыу ташҡыны баҫа, барыһы ла һәләк була. Был — тарихи ваҡиға.) 18. Уларҙың ватаны менән бәрәкәт һәм муллыҡ биргән илдәр (Сәбә менән Шам-Сүрия) араһында, күҙгә күренеп торған нисә ауыл, шәһәрҙәр һәм юлдар һалдырҙыҡ. — Төндәр буйы, көндәр буйы һеҙ һис ҡурҡыуһыҙ йөрөгөҙ, сәйәхәт итегеҙ, — тинек. (Ысындан да, Ҡөръәндә һүрәтләнә торған был юл, юл буйындағы ауыл​дар, шәһәрҙәр, сауҙа юлы булған. Был сауҙа юлының ике илде лә бик ныҡ байытҡанлығы мәғлүм.) 19. Быға ҡаршы улар: — Йә, Раббыбыҙ, сәфәр юлындағы ауылдар араһын йыраҡ​лаштыр, — тип, үҙҙәренә золом ҡылдылар. Беҙ уларҙы төрлө ғибрәтле мәҙәктәргә керетеп ҡалдырҙыҡ, һәм уларҙы (ауыл​дарҙы) таратып, йырағайтып ултырттыҡ. Шик юҡтыр, был ваҡиғаларҙа сабырҙар, шөкөр итеүселәр өсөн һабаҡ алыр​лыҡ ғибрәттәр бар. 20. Хаҡтыр, Иблис уларҙың (хөсөтлө) теләктәрен изгелекле тип күрһәтте, һәм уларҙың барыһы ла уға эйәрҙе. Иман килтергән бер нисә әҙәмдән башҡалары. (21) Ләкин Иблис​тең уларға (иманлыларға) ҡеүәте етмәне. Әхирәт көнөнә ышаныр-ышанмаҫ булғандар менән ысын күңелдән инанғандарҙы айырып күрһәтер өсөн (Иблискә) аҙҙырыу иреген бирҙек. Һинең Раббың барыһын да күҙәтеп һаҡта тороусы. 22. (Эй, Мөхәммәд) әйт һин уларға: — Аллаһты инҡар итеп, үҙегеҙ уйлап сығарған Илаһтарға күпме генә ялбарһағыҙ ҙа, уларҙың күктәрҙә лә, Ерҙә лә туҙан бөртөгөн ҡыймылдатырға ла көстәре етмәҫ. Күктә лә, Ерҙә лә уларҙың (Аллаһ менән) уртаҡ эше юҡ. Аллаһтың да улар араһынан ярҙамсыһы булмаҫ. (Ул ярҙамға мохтаж түгел.) 23. Аллаһ хозурында (Үҙе рөхсәт биргәндәрҙән башҡа) бүтәндәрҙең шәфәғәте файҙа бирмәҫ. Ниһайәт, уларҙың йөрәгенән ҡурҡыу киткәс, улар әйтер: — Раббығыҙ нимә әйтте? — тип әйтерҙәр. Улар ҙа: — Хаҡ булғанды бойорҙо, — тип әйтерҙәр. Аллаһ — бөйөк​тер, мөһәбәттер. 24. (Эй, Мөхәммәд) әйт һин: — Күктәрҙе һәм Ерҙән һеҙгә ризыҡ биреүсе кем ул? — тип һора ла: — Аллаһ, — тип әйт. Шулай булғас йәки беҙ йәки һеҙ тура юлда, йәки икебеҙҙең беребеҙ аҙашҡан. (25) Әйт һин: — Беҙ ҡылған гөнаһтарға һеҙ яуаплы түгел, — тип. Беҙ ҙә һеҙ ҡылғандар өсөн яуап бирмәйбеҙ. (26) Әйт: — Раббыбыҙ барығыҙҙы ла бер урынға туплаясаҡ, шунан һуң барыбыҙҙы ла хәҡиҡи хөкөмгә тартасаҡ. Ул — иң ғәҙел хөкөмдар һәм барыһын да белеп тороусы. (27) Әйт: — Аллаһҡа тиң һанағандарығыҙҙы миңә күрһәтегеҙ әле, — тип. Юҡ шул, (күрһәтә алмаҫтар) сөнки берҙән-бер еңеүсе, барыһы менән дә хикмәт менән идара итеүсе — бары тик Аллаһ ҡына. 28. Беҙ һине бөтөн кешеләргә бары тик һөйөнөслө хәбәр бирер өсөн һәм киҫәтер өсөн генә күндерҙек. Ләкин кешеләр​ҙең күбеһе был турала һис нимә белмәй. 29. — Әгәр ҙә һеҙ хаҡлы икән, вәғәҙә иткәнегеҙ (Ҡиәмәт) ҡасан килер? — тип һорайҙар. (30) Әйт: — Һеҙгә шундай бер Көн вәғәҙә ителде, уны бер генә сәғәткә лә кисектерә алмаҫһығыҙ, бер генә сәғәткә лә иртәрәк килтерә алмаҫһығыҙ, — тип. (31) Кәферҙәр әйтте: — Беҙ бынан элек килгән китаптарға ла, Ҡөръәнгә лә ышанмаясаҡбыҙ, — тине. Раббының хозурына килтереп баҫ​тырғас, һин ул залимдарҙың бер-берҙәренә нисек аҡырған​дарын күрһәң (иҫең-аҡылың китер ине). Зәғиф (фәҡир) һаналғандар тәкәбберҙәргә: — Һеҙ булмаһағыҙ, әлбиттә, беҙ иман килтергән була инек, — тип ҡысҡырыр. 32. Маһайған тәкәбберҙәр иһә зәғиф һаналғандарға: — Тура юлға саҡырылғанығыҙҙан һуң беҙ һеҙҙе аҙаш​тырҙыҡмы? Хаҡтыр, һеҙ үҙегеҙ гөнаһҡа баттығыҙ, — тип әйтер. (33) Зәғифтәр тәкәббер залимдарға: — Юҡ, — тип ҡысҡырыр. — Кис-көндөҙ хәйлә-тоҙаҡ ҡороу булды эшегеҙ. Сөнки һеҙ өҙлөкһөҙ Аллаһты инҡар итеүебеҙҙе теләнегеҙ. Уға тиң башҡа Илаһтарға табынырға ҡуш​тығыҙ. Ғазабыбыҙҙы күргәс, улар эстән ут янырҙар. Беҙ ҙә инҡар итеүселәрҙең муйындарына тимер бығауҙар тағырбыҙ. Улар бары тик ҡылған гөнаһтары өсөн генә язаланасаҡ. 34. Ниндәй генә шәһәргә киҫәтеүсе күндерһәк тә, бай етәкселәр: — Беҙ һеҙгә күндерелгәнде инҡар итәбеҙ, — тинеләр. (35) Тағын әйттеләр: — Беҙҙең малыбыҙ ҙа, балаларыбыҙ ҙа күп. Шулай бул​ғас, беҙгә яза булмаясаҡ, — тинеләр. (36) Һин әйт: — Раббым теләгәненә мул ризыҡ бирер һәм теләмәгәненә ризығын кәметер. Ләкин был турала күп кеше белмәй. 37. Һеҙҙе хозурыбыҙға малығыҙ ҙа, балаларығыҙ ҙа яҡын​лаштырмаҫ. Иман килтереп, изгелек ҡылғандарҙан тыш. Уларға изгелектәре өсөн өҫтәмә бүләктәр бирелер. Улар йәннәттә именлек эсендә ҡаласаҡ. 38. Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарырға маташыусылар яза​ға дусар ителәсәк. 39. Әйт: — Раббым теләгән ҡолдарына ризыҡ бирер, теләмәгәне​нең ризығын кәметер. Күпме хәйер бирһәгеҙ, Аллаһ уның урынына һеҙгә ниғмәт бирер. Ризыҡландырыусыларҙың иң хәйерлеһе — Аллаһ. 40. Ул Көндө Аллаһ барығыҙҙы ла бергә йыясаҡ. Шун​да Ул фәрештәләргә: — Һеҙгә табынғандар ошолар инеме? — тип әйтәсәк. (41) Фәрештәләр: — Һин — бөйөк, беҙҙең дуҫыбыҙ улар түгел — Һин. Бәлки, улар ендәргә табынғандыр. Күбеһе уларға табынды, — тип әйтер. (42) Бөгөн бер-берегеҙгә файҙа ла, зыян да ҡыла ал​маҫһығыҙ. Залимдарға Беҙ: — Ялғанға һанаған уттың ғазабын татығыҙ, — тип әй​тербеҙ. 43. Ап-асыҡ аяттарыбыҙҙы уҡыған саҡта улар: — Ул — һеҙҙе ата-бабаларығыҙ табынған боттарҙан биҙҙе​рергә теләүсе, башҡаһы түгел. (Ҡөръәнде) ул үҙе уйлап сығар​ған да, ялған таратып йөрөүҙән башҡаны белмәй, — тинеләр. Өҫтәренә Хәҡиҡәт (Ҡөръән) ингәс, инҡарсылар: — Көн кеүек асыҡ, был күҙ буяуҙан башҡа нәмә түгел, — тинеләр. 44. Беҙ уларға уҡып (боҙоҡ) һабаҡ алырҙай (боттарға та​бынығыҙ, тигән) китап ебәрмәнек, һинән элек (мөшрик бу​лығыҙ тип) киҫәтеүсе лә күндермәнек. (45) Уларҙан элек йәшәгәндәр (пәйғәмбәрҙәрҙе) инҡар итте. Былар (Мәккә кәферҙәре) әүәлгеләргә (бөйөк мәҙәниәткә ирешкән Сәбә, Ғәд һәм Сәмүд халыҡтарына) биргәнебеҙҙең ундан беренә лә ирешә алманылар. Пәйғәмбәрҙәремде ялғансыға сығарҙылар. Мин биргән әжер (яза) нисек (хәтәр) булып сыҡты? 46. (Эй, Мөхәммәд) әйт һин уларға: — Һеҙгә бер генә өгөт бирәм. Икешәр, икешәр булып та, берәмләп тә Аллаһ тарафына йүнәлегеҙ ҙә, (фекерләп) уйлап ҡарағыҙ. Юлдашығыҙҙа (Пәйғәмбәрҙә) һис бер тилелек (аҡылдан яҙғанлыҡ) юҡ. Ул бары тик һеҙҙе (ваҡытында хаҡ юлға баҫмаһағыҙ) дәһшәтле яза килеп тотасағы тураһында киҫәтер өсөн ебәрелгән бер Пәйғәмбәр генә, — тип. 47. Әйт: — Мин һеҙҙән һис бер түләү һорамайым. (Хәйерегеҙ) яны​ғыҙҙа ҡалһын. Минең әжерем Аллаһ хозурында. Ул — һәммә барсаһына шаһит.(48) Әйт: — Шөбһәһеҙҙер, Раббым хәҡиҡәтте уртаға ҡуйыусы. Сөнки Ул бөтөн йәшертен эштәрҙе яҡшы белеп тора. (49) Әйт: —Хәҡиҡәт (Ислам, Ҡөръән, Пәйғәмбәр) килде, инде хәҙер яманлыҡ китер һәм кире ҡайтмаҫ. 50. Әйт: — Әгәр ҙә хаҡ юлдан тайпылһам, үҙ башыма тайпылған булырмын. Тура юлды тапһам, мин бары тик Раббымдың уахи иткәне (Ҡөръәде) аша тура юлды табырмын. Шөбһәһеҙ, Ул бик яҡында ғына, барыһын да ишетеп тора. 51. (Эй, Мөхәммәд, уларҙың) ҡурҡыуға төшкән саҡтарын бер күрһәң ине. Инде уларға ҡотолош булмаҫ, оҙаҡламай улар барыбер йыраҡ түгел бер урында тотоласаҡ. (52) Бына шул ваҡытта инде улар: — Беҙ уға (Ҡөръәнгә) иман килтерҙек, — тип әйтер. Ҡайҙан килеп инде (ни ҡәҙәр кәферлек ҡылған замандарҙан һуң) бөгөн генә иманға ҡайта алһын? (53) Гәрсә, улар бынан алда (Аллаһты ла, Ҡөръәнде лә, Пәйғәмбәрҙе лә) инҡар итте. Һәм ситтән генә йәшертен тоҙаҡтар (хәйләләр)ҡороп яталар ине. 54. Ләкин бынан әүәлгеләргә булған кеүек, быларҙың да (мәкерле) теләктәре араһына кәртә ҡоролдо. Шик юҡтыр, улар (Аллаһ бармы, юҡмы, Ҡөръән хаҡмы, түгелме, тип) икеләнеүҙәре арҡаһында үҙҙәрен ҡурҡыныс мөхиткә ҡуйҙы​лар.