100%

Әл-Әнғәм сүрәһе

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Ҡөрьән
автор Мөхәммәт Кәрим
Сығанаҡ: Ҡөрьән Кәрим (Сауд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙерге башҡорт яҙмаһы менән бирелгән транскрипцияһы, башҡортсаға тәржемәһе). — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992, 960 бит.


-

Ҡөрьән Кәрим
Д. Кинельский тәржемәһе, башҡортсаға Ф.Н.Байышев, Д.Д.Мәһәҙиев


'

6. ӘЛ-ӘНҒӘМ (МАЛ-ТЫУАР) СҮРӘҺЕ

Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
1. Күктәрҙе һәм Ерҙе яратҡан, ҡараңғылыҡты һәм нурҙы яһаған Аллаға маҡтау! Ә унан һуң иман килтермәгән кешеләр үҙ раббыларына тиңләштерәләр.
2. Ул — шулдыр: һеҙҙе балсыҡтан яратты, шунан һуң уаҡыт билдәләне, билдәләгән уакыт Уның ҡулында. Ә бынан һуң шикләнәһегеҙ!
3. Ул — күктәрҙә һәм Ерҙә Алла. Һеҙҙең йәшергән нәмәгеҙҙе лә, һәм асыҡ нәмәгеҙҙе лә белә, һәм һеҙҙең ҡаҙанғанығыҙҙы ла белә.
4. Раббыларының аяттарынан ниңдәй генә аят килһә лә, улар унан йөҙ сөйөрҙөләр!
5. Уларға хәҡиҡәт килгәс, улар уны ялған һананылар. Улар көлөп мыҫҡыллаған нәмәләре тураһында уларға хәбәр киләсәк әле!
6. Беҙ уларға тиклем ни саҡлы быуындарҙы һәләк иткәнде улар әллә күрмәнеләрме? Һеҙҙе нығытҡанға ҡарағанда ла нығыраҡ итеп Беҙ уларҙы Ер йөҙөндә нығыттыҡ, уларға мул ямғырҙар менән Күкте ебәрҙек, һәм уларҙа йылғаларҙы аға торған иттек, ә һуңынан гонаһтары өсөн уларҙы һәләк иттек һәм уларҙан һуң икенсе быуынды бар ҡылдык.
7. Әгәр Беҙ һиңә ҡиртасҡа яҙылған китап иңдерһәк, иман килтермәгән кешеләр ҡулдары менән тотоп ҡарарҙар ине лә: «Был — асыҡтан-асыҡ сихыр ғына бит»,— тип әйтерҙәр ине.
8. Һәм улар: «Уға фәрештә ебәрелгән булһа ине!»— тип әйтерҙәр. Әгәр Беҙ фәрештә ебәргән булһаҡ, эш хәл ителгән булыр ине, һәм бынан һуң уларға кисектерелмәҫ ине.
9. Әгәр Беҙ уны [бәйғәмбәрҙе] фәрештә итһәк, уны ир кеше рәүешендә итер инек һәм үҙҙәре ҡаплап ҡараңғылатҡанды уларға ҡараңғылатыр, аңлашылмаусан итер инек.
10. Улар һиңә ҡәҙәр булған рәсүлдәрҙе мыҫҡыл иттеләр, һәм уларҙан көлгән кешеләр үҙҙәре көлгән нәмәгә тарынылар.
11. «Ер йөҙөндә йөрөгөҙ һәм шунан ялған тип һанаған кешеләрҙең яҙмыштары нисек булғанын ҡарағыҙ!» — тип әйт.
12. Әйт: «Күктәрҙә һәм Ерҙә булған нәмәләр кемдеке?» Әйт: «Алланыҡы! Ул Үҙенә рәхмәт тейешле тапты, Ул һеҙҙе һис шикһеҙ буласаҡ ҡиәмәт көнөнә йыйыр. Үҙ-үҙҙәренә зыян килтергән кешеләр иман килтермәйҙәр.
13. Төндә йәшәгән дә, көндөҙ йәшәгән дә — Алланыҡы. Ул ишетеүсе, белеүсе».
14. «Әллә мин күктәрҙе һәм Ерҙе барлыҡҡа килтереүсе Алланан башҡа үҙемә икенсе яҡлаусы тотормонмо? Ул туҡландыра, ә Уны туҡландырмайҙар»,— тип әйт. «Миңә беренсе мосолман булырға әмер ителде. Күп илаһҡа табыныусыларҙан булмағыҙ!» — тип әйт.
15. «Мин, әгәр Раббымдың ҡушҡанын тыңламаһам, бөйөк көндөң ғазабынан ҡурҡам!» — тип әйт.
16. Шул көндө ул [ғазап] кемдән ситләштерелһә, Ул уны ғәфү иткән булыр. Был — оло табыш!
17. Әгәр һиңә Алла берәй бәлә-ҡаза менән ҡағылһа, Алланан башҡа унан һис бер ҡотҡарыусы булмаҫ. Ә әгәр Алла һиңә хәйерле нәмә менән тейһә — Алла һәр нәмәгә ҡөҙрәтле!
18. Ул Үҙенең ҡолдары өҫтөнән хакимлыҡ итә. Ул хикмәтле, хәбәрҙар!
19. Әйт: «Шаһитлыҡ яғынан ниндәй нәмә олораҡ?» Әйт: «Алла һеҙҙең менән минең арамда шаһит. Миңә был Ҡөрьән һеҙҙе һәм ул барып еткән кешеләрҙе иҫкәртеү-өгөтләү өсөн үәхи ителде. Ә бит һеҙ Алла менән тағы икенсе илаһтар бар тип шаһитлыҡ итмәйһегеҙме ни?» Әйт: «Мин шаһитлыҡ ҡылмайым». Әйт: «Ул — берҙән-бер илаһ, һәм һеҙҙең Уға тиңдәш тотоуығыҙға мин ҡатнашмайым!»
20. Беҙ китап биргән кешеләр быны үҙ улдарын белгән кеүек белә. Үҙ-үҙҙәренә зыян килтергән кешеләр иман килтермәйҙәр.
21. Аллаға яла яҡҡандан йәки Беҙҙең аяттарыбыҙҙы ялған һанаусынан да залимыраҡ кеше юҡ! Ысынлап та, залимдар бәхетле булмаҫ!
22. Ул көндө уларҙың барыһын да йыйырбыҙ һәм Уға тиңдәш тотҡан кешеләргә: «Һеҙ уйлап сығарған тиңдәштәрегеҙ ҡайҙа?»— тип әйтербеҙ.
23. Шунан уларҙың: «Беҙҙең Раббыбыҙ Алла менән ант итәбеҙ, беҙ мөшриктөрҙән булманыҡ»,— тип әйтеүҙән башҡа фетнәләре булмаҫ.
24. Ҡара, нисек улар үҙ өҫтәренә ялғанды һөйләйҙәр, һәм уларҙың уйлап сығарған нәмәләре уларҙан юғалды!
25. Улар араһында һине тыңлаусылар ҙа бар, ләкин Беҙ, улар уны аңламаһын өсөн, күңелдәренә ҡорма ҡорҙоҡ, ә ҡолаҡтарын һаңғырауландырҙыҡ. Улар һәр аятты күрә, әммә иман килтермәй. Улар һинең яныңа һүҙ көрәштереү өсөн килгәндә, кафырҙар: «Был фәҡәт әүәлгеләрҙең әкиәттәре генә бит!» — тип әйтәләр.
26. Улар уға эйәреүҙән тыялар һәм үҙҙәре лә унан алыҫлашалар, әммә тик үҙ-үҙҙәрен генә һәләк итәләр һәм белмәйҙәр.
27. Һин, улар ут алдына килтереп баҫтырылғас, уларҙың: «Аһ, әгәр ҙә беҙ кире ҡайтарылһаҡ ине! Раббыбыҙҙың аяттарын ялған тип иҫәпләмәҫ инек һәм беҙ ҙә иман килтергән кешеләрҙән булыр инек!» — тип әйтәсәктәрен курһәң ине.
28. Эйе, улар алдында элек үҙҙәре йәшергән нәмәләре асыҡланды. Әгәр улар ҡайтарылһалар, улар элек унан үҙҙәре тыйылған нәмәгә ҡайтырҙар ине. Ысынлап та, улар алдаҡсы.
29. Һәм улар: «Был — беҙҙең донъябыҙ ғына бар, һәм беҙ терелтеп күтәрелмәйәсәкбеҙ»,— тип әйттеләр.
30. Һин уларҙы Раббылары ҡаршыһына килтерелгәс күрһәң ине. Алла уларға: «Был хәҡиҡәт түгелме ни?» — тип әйтер. «Эйе, хәҡиҡәт, Раббыбыҙ менән ант итәбеҙ!» — тип әйтерҙәр. Ул: «Кафыр булғанығыҙ өсөн ғазапты татығыҙ инде!» — тип әйтер.
31. Алла менән осрашыуҙы ялған тип иҫәпләгән кешеләр зыян күрҙеләр, һәм иҫкәрмәҫтән [ҡиәмәт] сәғәте һуҡҡас: «Аһ, ниндәй ҡайғы беҙгә унда ҡулыбыҙҙан ысҡындырған өсөн!» — тип әйтерҙәр. Улар [гонаһ] ауырлыҡтарын йөкмәп барырҙар. Ах, ниндәй насар уларҙың йөкмәгән нәмәләре!
32. Донъя тереклеге ул — уйын һәм күңел асыу ғыналыр, ә тәҡүәле кешеләргә ахирәт йорто хәйерлерәк. Әллә һеҙ уйлап еткермәйһегеҙме?
33. Беҙ беләбеҙ, уларҙың әйткән һүҙҙәре һиңе көйөндөрә. Улар һине ялғансы тимәй бит, ләкин залимдар Алланың аяттарынан баш тарта.
34. Һәм, инде һинән элек килгән рәсүлдәр ҙә ялғанға һаналды, улар ялғансыға һаналыуҙарына һәм интектерелеүҙәренә Беҙҙең ярҙамыбыҙ килгәнсе түҙҙеләр. Алланың һүҙен алмаштырыусы юҡ. Һәм һиңә рәсүлдәр тураһында хәбәрҙәр килде.
35. Әгәр уларҙың йөҙ сөйөрөүҙәре һиңә ауыр булһа, һәм, әгәр Ер ярығын йәки Күккә баҫҡыс таба алһаң, килер инең һин уларға аят менән! Әгәр Алла теләһә, уларҙы тура юлда йыйыр ине, шулай булғас, наҙандарҙан булма һин!
36. Ул тыңлаған кешеләргә яуап бирә, һәм Алла үлектәрҙе терелтә һәм һуңынан улар Уға ҡайтарылалар.
37. Һәм улар: «Әгәр уға Раббыһынан берәр аят иңдерелһә ине!» — тиҙәр. Әйт: «Аят иңдерергә Алланың көсө етә, әммә уларҙың күбеһе белмәй бит!»
38. Һеҙҙең кеүек өммәттәр рәүешендә булмаған Ер йөҙөндә хайуан һәм ике ҡанатында осоусы ҡош юҡ. Беҙ китапта бер нәмәне лә төшөрөп ҡалдырманыҡ, аҙаҡ улар Раббылары ҡаршыһына килтереләсәктәр.
39. Беҙҙең аяттарыбыҙҙы ялғанға һанаған кешеләр ҡараңғылыҡта һаңғырау һәм телһеҙҙәр. Алла кемде теләһә, шуны юлдан яҙҙыра һәм кемде теләһә шуны тура юлда итә.
40. Әйт: «Үҙегеҙ тураһында уйламанығыҙмы ни, әгәр һеҙгә Алланың ғазабы килһә йәки сәғәте һукһа, һеҙ Алланан башҡаны ярҙамға саҡырасаҡһығыҙмы ни, әгәр хәҡиҡәтте һөйләүсе булһағыҙ?»
41. Эйе, һеҙ Уны ғына саҡыраһығыҙ, һәм, әгәр теләһә, һорағанығыҙҙан Ул һеҙҙе ҡотҡара, һәм һеҙ Уға тиңдәш иткән нәмәгеҙҙе онотаһығыҙ.
42. Беҙ һинән элек тә рәсүлдәр ебәрҙек өммәттәргә, һәм Беҙ уларға ҡайғы һәм бәлә-ҡаза һалдыҡ — моғайын, улар буйһонорҙар!
43. Уларға Беҙҙең ҡөҙрәтебеҙ килгән саҡта улар буйһонһалар ине! Әммә уларҙың күңелдәре ҡаты булды һәм эшләгән эштәрен уларға шайтан зиннәтләп күрһәтте.
44. Иҫтәренә төшөрөлгән нәмәне онотҡас, Беҙ уларға һәр нәмәнең ишектәрен астыҡ. Һәм үҙҙәренә бирелгән нәмәләргә шатланған уаҡытта Беҙ уларҙы иҫкәрмәҫтән тотоп алдыҡ, һәм бына улар — өмөтһөҙ.
45. Һәм золом эшләгән кешеләрҙең һуңғыһы киҫелде. Аллаға — ғәләмдәрҙең Раббыһына — маҡтау!
46. Әйт: «Уйлап ҡаранығыҙмы һеҙ, әгәр Алла һеҙҙең ишетеү һәм күреү һәләтегеҙҙе алһа һәм һеҙҙең күңелдәрегеҙгә ҡорма ҡорһа, Алланан башҡа ниндәй илаһ һеҙгә быны эшләр?» — тип. Ҡара, нисек Беҙ аяттарҙы аңлатабыҙ! Унан һуң улар йөҙ сөйөрәләр.
47. Әйт: «Уйлап ҡаранығыҙмы һеҙ үҙегеҙ тураһында, әгәр һеҙгә Алланың ғазабы иҫкәрмәҫтән йәки асыҡ рәүештә килһә, залим кешеләрҙән башҡалар һәләк ителерҙәрме ни?» — тип.
48. Беҙ рәсүлдәрҙе тик һөйөнсөләү һәм өгөтләү-иҫкәртеү өсөн генә ебәрәбеҙ, әгәр берәү иман килтерһә һәм яҡшылыҡ эшләһә, уларға хәүеф тә юҡ һәм улар көйөнмәҫтәр ҙә!
49. Беҙҙең аяттарыбыҙҙы ялғанға һанаған кешеләргә, боҙоҡ булғандары өсөн, ғазап тейер!
50. Әйт: «Мин һеҙгә миндә Алланың хазиналары тип әйтмәйем, мин ғәйеп нәмәне белмәйем, һәм мин һеҙгә мин фәрештә тип әйтмәйем. Мин фәҡәт миңә үәхи ителгән нәмәгә генә эйәрәм». Әйт: «Һуҡыр менән күҙле берҙәй булырмы ни? Әллә һеҙ уйлап ҡарамайһығыҙмы ни?»
51. Раббыларына йыйылыуҙан ҡурҡҡандарҙы шуның менән өгөтлә-иҫкәрт. Уларға Унан башҡа һаҡсы һәм яҡлаусы юҡ — моғайын, тәҡүәле булырҙар!
52. Иртә һәм кис менән, Уның йөҙөнә ынтылып, Раббыларына доға ҡылғандарҙы ситкә ҡыума! Уларҙың хисаптары һис бер нәмәлә һинең өҫтөңдә түгел, һәм һинең хисабың һис бер нәмәлә уларҙың өҫтөндә түгел, уларҙы ҡыуып, һиңә залимдарҙан булырға.
53. Бына шулай һынаныҡ Беҙ уларҙың берәүҙәрен икенселәре менән. «Әллә беҙҙең арабыҙҙан ошоларға Алла рәхмәтен бирҙеме?» — тип әйтһендәр өсөн. Алла шөкөр итеүселәрҙе яҡшыраҡ белә!
54. Әгәр һиңә Беҙҙең аяттарыбыҙға ышанған кешеләр килһә: «Сәләм һеҙгә!» — тип әйт. Раббығыҙ рәхмәтте Уҙенә шулай итеп яҙған: әгәр арағыҙҙан берәй кеше наҙанлығы арҡаһында яман эш эшләһә, шунан тәүбә ҡылһа, һәм изге эштәр эшләһә,— был саҡта Ул — ярлыҡаусы, рәхимле!
55. Аяттарҙы Беҙ шулай итеп аңлатабыҙ, гонаһлы кешеләрҙең юлдары асыҡ беленһен өсөн!
56. Әйт: «Алланан башҡа һеҙ доға ҡылған нәмәгә миңә табынырға тыйылған». Әйт: «Һеҙҙең хыял-теләктәрегеҙгә мин эйәрмәйем, әгәр эйәрһәм, аҙашҡандарҙан булыр инем, һәм тура юлдан барыусыларҙан булмаҫ инем».
57. Әйт: «Мин үҙемдең Раббымдан асыҡ аят менән, ә һеҙ уны ялғанға һананығыҙ. Һеҙ ашыҡтырған нәмә миндә юҡ. Хөкөм итеү фәҡәт Аллала ғына, Ул хәҡиҡәткә эйәрә, Ул — ҡарар итеүселәрҙең иң яҡшыһы!»
58. Әйт: «Әгәр һеҙ ашыҡтырған нәмә миндә булһа, эш һеҙҙең менән минең арала хәл ителгән булыр ине. Боҙоҡ кешеләрҙе Алла яҡшыраҡ белә!
59. Ғәйеп нәмәләрҙең асҡыстары Уның ҡулында, уларҙы фәҡәт Ул ғына белә. Ҡорола һәм диңгеҙҙә булған нәмәләрҙе Ул белә. Япраҡ тик Уның белеүе менән генә төшә, һәм асыҡ китапта булмаған ер ҡараңғылығындағы орлоҡ та, еүеш нәмә лә, ҡоро нәмә лә юҡ.
60. Һәм Ул һеҙҙе төндә уафат ҡыла һәм көндөҙ нәмә тапҡанығыҙҙы белә, һәм Ул һеҙҙе билдәләнгән уаҡыт тамам булһын өсөн унда [көндөҙ] терелтә. Һуңынан — һеҙҙең Уға ҡайтыуығыҙ, һуңынан Ул һеҙгә нимәләр эшләгәнегеҙ хаҡында хәбәр итәсәк.
61. Ул — Үҙ ҡолдары өҫтөнән тулы хаким. Ул һеҙҙең өҫтөгөҙгә һаҡсылар ебәрә. Һеҙҙең берегеҙгә үлем килһә, Беҙҙең рәсүлдәребеҙ уны уафат ҡыла, һәм улар эштәрендә кәмселек килтермәй.
62. Шунан улар Аллаға, үҙҙәренең хаҡ Раббыларына ҡайтарыласаҡтар. Эйе, хакимлыҡ Аллала һәм Ул иң етеҙ хисап эшләүсе!»
63. Әйт: «Һеҙҙе ҡоро ер һәм диңгеҙ ҡараңғылығынан кем ҡотҡара? Баҫыңҡы һәм йәшерен рәүештә, «Әгәр Һин беҙзе бынан ҡотҡарһаң, беҙ шөкөр итеүселәрҙән булырбыҙ»,— тип кемгә доға ҡылаһығыҙ?»
64. Әйт: «Алла һеҙҙе бынан һәм һәр ҡайғынан ҡотҡара, һуңынан һеҙ Уға тиңдәштәр тотаһығыҙ».
65. Әйт: «Ул һеҙгә ғазапты өҫтөгөҙҙән йәки аяҡтарығыҙ аҫтынан ебәрергә, һәм һеҙҙе төрлө төркөмдәргә индерергә һәм берегеҙҙең ғәйрәтен икенсегеҙгә татытырға ҡөҙрәтле». Ҡара, Беҙ нисек аяттарҙы таратабыҙ — моғайын, улар аңларҙар!
66. Һәм һинең халҡың быны ялған тип һананы, ә ул хаҡ ине. Әйт: «Мин һеҙҙең үәкилегеҙ түгел.
67. Һәр хәбәрҙең үҙ урыны була, һәм һеҙ белерһегеҙ!»
68. Әгәр һин Беҙҙең аяттарыбыҙ тураһындағы буш һүҙҙәр упҡынына сумғандарҙы күрһәң, улар икенсе һүҙгә күскәнсе уларҙан борол. Һәм, әгәр шайтан һине онотторһа, иҫеңә төшкәндән һуң залимдар менән ултырма.
69. Тәҡүәле кешеләр өҫтөндә уларҙың хисабынан һис бер нәмә юҡ, тик иҫкә төшөрөү генә — моғайын, тәҡүәле булырҙар!
70. Үҙ диндәрен уйынға һәм көлкөгә һанаған кешеләрҙе ҡалдыр, уларҙы фани донъя әүрәтте! Уның менән, йән ҡаҙанған нәмәһе өсөн һәләк буласаҡ, тип иҫкәрт. Алланан башҡа уға һаҡсы ла, ярҙамсы ла юҡ! Ул һәр торлө алмаш тәҡдим итһә, унан алмаш ҡабул ителмәҫ. Былар — ҡаҙанған нәмәләре арҡаһында һәләк булғандар. Уларға, кафыр булғандары өсөн, эсемлектәре ҡайнар һыу һәм интектергес газап!
71. Әйт: «Беҙ, Алланан башҡа, беҙгә файҙа ла, зыян да килтермәгән нәмәгә доға ҡылырбыҙмы ни, һәм, беҙҙе Алла тура юлға сығарғандан һуң, кире әйләнербеҙме ни, Ер йөҙөндә шайтандар алдаған һәм аптырап ҡалған кеше кеүек? Уны юлдаштары: «Беҙҙең эргәгә кил!»— тип тура юлға саҡыралар». Әйт: «Ысынлап та, Алла юлы — тура юл, һәм беҙгә ғәләмдәр Раббыһына бирелергә,
72. һәм, «Намаҙ тороғоҙ һәм тәҡүәле булығыҙ, һеҙ Уға йыйылырһығыҙ!» — тип әмер бирелде».
73. Ул хаҡлыҡ менән күктәрҙе һәм Ерҙе яратты; ниндәйҙер көн Ул: «Бул!» — тип әйтһә, шул була. Уның һүҙе хаҡ сур өрөлгән көндө хакимиәт — Уныҡы, ғәйеп нәмәне лә, асыҡты ла белеүсе, Ул — хикмәтле, хәбәрҙар!
74. Бына Ибраһим үҙенең атаһы Азарға: «Әллә һин һындарҙы илаһтар тип тотаһыңмы? Мин һине һәм һинең халҡыңды асыҡтан-асыҡ аҙашыуҙа күрәм»,— тине.
75. Шулай уҡ Беҙ Ибраһимға, ул инанғандарҙан булһын өсөн, күктәр һәм Ер батшалығын күрһәттек.
76. Уны төн ҡараңғылығы ҡаплағас, ул йондоҙ күрҙе һәм: «Ошо минең Раббым!» — тине. Йондоҙ байығас: «Мин байыусыны яратмайым»,— тине.
77. Ҡалҡып килгән Айҙы күргәс: «Ошо минең Раббым!»— тине. Ә Ай батҡас: «Әгәр Раббым мине тура юлға күндермәһә, мин аҙашҡан кешеләрҙән булырмын»,— тине.
78. Ул сығып килгән Ҡояшты күргәс: «Ошо минең Раббым, ул оло»,— тине, ә Ҡояш байығас, әйтте: «Эй, халҡым! Һеҙ Уға тиңдәш тотҡанға мин ҡатнашмайым.
79. Мин йөҙөмдө күктәрҙе һәм Ерҙе бар итеүсегә хәниф булып йүнәлдерәм, һәм мин күп илаһтарға табыныусыларҙан түгел».
80. Һәм халҡы уның менән һүҙ көрәштерҙе. Ул әйтте: «Һеҙ минең менән Алла тураһында һүҙ көрәштерәһегеҙме ни, Ул мине тура юлға күндергән саҡта? Мин һеҙҙең Уға тиңдәш тотоуығыҙҙан ҡурҡмайым, әгәр Раббым ғына берәй нәмә теләмәһә. Минең Раббым һәр нәмәне белем менән солғай. Һеҙ иҫкә алмайһығыҙмы ни?
81. Һеҙ Уға тиңдәш тотҡан нәмәнән мин нисек ҡурҡайым ти; һеҙ ҡурҡмайһығыҙ бит, уның турала Ул һеҙгә һис тә хоҡуҡ бирмәгән нәмәне Аллаға тиңдәш тотоп? Был ике фирҡәнең именлеккә ҡайһыһы хаҡлыраҡ, әгәр һеҙ белә торған булһағыҙ?»
82. Иман килтергәндәр һәм имандарын золом менән ҡапламағандар, уларға — именлек, һәм улар тура юлдан барыусылар.
83. Ошо Беҙҙең Ибраһимға уның халҡына ҡаршы биргән дәлилебеҙ. Беҙ теләгән кешене дәрәжәләр менән күтәрәбеҙ. Ысынлап та, һинең Раббың — хикмәтле, белеүсе!
84. Һәм Беҙ уға Исхаҡты һәм Яҡупты бүләк иттек: барыһын да тура юлдан алып барҙыҡ; һәм бынан элек Нухты алып барҙыҡ, ә уның тоҡомонан Дауытты, Сөләймәнде, Әйүпте, Йосопто, Мусаны һәм Һарунды. Бына шулай бирәбеҙ Беҙ изгелек эшләгәндәргә тейешлеһен!
85. Һәм Зәкәриәне, Яхъяны, Ғайсаны һәм Ильясты — улар барыһы ла изгеләрҙән.
86. Һәм Исмәғилде, Әл-Йасағты, Юнысты һәм Лутты — быларҙың һәммәһен дә Беҙ ғәләмдәрҙән юғары иттек.
87. Һәм уларҙың аталарынан һәм тоҡомдарынан, һәм туғандарынан — Беҙ уларҙы һайланыҡ һәм тура юлға күндерҙек.
88. Был — Алла юлы, уның менән Ул Үҙенең ҡолдарынан теләгәнен алып бара. Әгәр улар Уға тиңдәш тотһа, уларҙың эшләгән эштәре юҡҡа сығыр ине.
89. Бына шуларға Беҙ китап, хикмәт һәм бәйғәмбәрлек бирҙек; әгәр ошолар быға иман килтермәһә, Беҙ уларҙы быға ышанған халыҡтарға йөкләттек.
90. Алла алып барған кешеләр ошо, һәм уларҙың тура юлынан бар! «Мин уның өсөн һеҙҙән әжер һорамайым, ул тик ғәләмдәргә иҫкәртеү генә»,— тип әйт.
91. Улар: «Алла кешегә бер нәмә лә иңдермәне»,— тип, Алланы хаҡлы ололау менән ололаманылар. Әйт: «Кешеләргә нур һәм ҡулланма итеп Муса килтергән китапты кем иңдерҙе? Һеҙ уны ҡиртастарға урынлаштыраһығыҙ, уны асып һәм күп нәмәне йәшереп. Һеҙ үҙегеҙ ҙә һәм атайҙарығыҙ ҙа белмәгән нәмәгә өйрәтелдегеҙ бит». Әйт: «Алла!» Һуңынан уларҙы үҙҙәренең буш һүҙҙәре менән уйнауҙа ҡалдыр.
92. Был — һиңә Беҙ иңдергән мөбәрәк һәм һиңә ҡәҙәр иңдерелгәнде раҫлаусы китап, ул һиңә ҡалалар әсәһен һәм уның тирәһендәге халыҡтарҙы һәм ахирәткә ышанған һәм Уға иман килтергәндәрҙе һәм намаҙҙарын ҡалдырмаған кешеләрҙе өгөтләү-иҫкәртеү өсөн.
93. Кем залимыраҡ һуң Аллаға ялғанды уйлаған йәки «Миңә үәхи бирелде»,— тигәндән, уға һис бер нәмә лә бирелмәйенсә, йәки: «Алла иңдергән шикеллене мин дә иңдерәм»,— тигән кешенән? Күрһәң икән һин залимдарҙың үлем упҡынында булғандарын, ә фәрештәләр ҡулдарын йәйеп: «Йәндәрегеҙҙе сығарығыҙ, һеҙ бөгөн Алла өҫтөнән хаҡ булмаған һүҙҙе әйткәнегеҙ өсөн һәм Уның аяттарынан тәкәбберләнеп йөҙ сөйөргәнегеҙ өсөн хурлыҡлы ғазап менән язаланасаҡһығыҙ!» — тигәндәрен.
94. Бына һеҙ, тәү тапҡыр барлыҡҡа килтерелгән рәүештә, яныбыҙға яңғыҙ килдегеҙ, һәм Беҙ биргән нәмәләрҙе артығыҙҙа ҡалдырҙығыҙ, һәм һеҙ иптәштәребеҙ тип иҫбатлаған яҡлаусыларығыҙҙы ла эргәгеҙҙә күрмәйбеҙ. Инде һеҙҙең уйлаған нәмәгеҙ менән арағыҙ өҙөлдө, һәм ул һеҙҙән юғалды.
95. Ысынлап та, Алла орлоҡто һәм емештең төшөн бар итеүсе; үлектән терене һәм теренән үлекте сығара! Был һеҙгә Алла, һеҙ ни ҡәҙәр алдатылғанһығыҙ!
96. Ул иртәнсәк таң аттыра, төндө тыныслыҡ, ә Ҡояш менән Айҙы хисаплау итә. Был бөйөк, хикмәтленең тәҡдире!
97. Ул — Ер һәм диңгеҙ ҡараңғылығында юл табыу өсөн һеҙгә йондоҙҙарҙы яратты. Беҙ аяттарҙы белгән кешеләр өсөн аңлаттыҡ.
98. Ул — һеҙҙе бер йәндән үрсетеүсе, ә һуңынан — һеҙҙең тороу урынығыҙ һәм һаҡланыу урынығыҙ. Беҙ аяттарҙы төшөнгән кешеләр өсөн аңлаттыҡ!
99. Ул — Күктән һыу төшөрҙө һәм ул һыу арҡаһында Беҙ төрлө нәмәләрҙе үҫтерҙек; Беҙ шул һыуҙан үҫемлектәр үҫтерҙек, уларҙан теҙелеп ултырған орлоҡтар сығарасаҡбыҙ; һәм хөрмә ағасынан емешле тәлгәштәр; һәм йөҙөм ағасынан баҡсалар сығарабыҙ; һәм зәйтүнде һәм анарҙы — оҡшаш һәм оҡшаш түгелдәрен. Емеш биргән саҡта быларҙың емештәренә һәм уларҙың өлгөрөп бешеүҙәренә ҡарағыҙ! Ысынлап та, иман килтергән кешеләргә бында аяттар бар!
100. Улар ендәрҙе Аллаға тиңдәш яһаны, ғәмәлдә Алла Үҙе уларҙы бар итһә лә, һәм һис бер белемһеҙ Уның улдары һәм ҡыҙҙары бар тип, ялған һөйләнеләр. Уға — маҡтау, һәм уларҙың һөйләгәндәренән Ул юғары!
101. Күктәрҙе һәм Ерҙе бар ҡылыусы! Нисек инде Уның балаһы булһын, ғәмәлдә Уның ҡатыны булмағас, Ул бит һәр нәмәне бар ҡылды, һәм Ул һәр нәмә тураһында белә!
102. Ошо һеҙҙең өсөн — Алла, Раббығыҙ! Унан башҡа илаһ юҡ, Ул һәр нәмәне барлыҡҡа килтереүсе! Уға ғибәҙәт ҡылығыҙ! Ул һәр нәмәгә үәкил!
103. Күҙҙәр Уны күрмәй, ә Ул күҙҙәрҙе күрә, Ул — үткер, хәбәрҙар!
104. Раббығыҙҙан һеҙгә асыҡ аяттар килде, кем аңлаһа — үҙе өсөн, ә кем һуҡыр булһа — үҙе өҫтөнә. Мин һеҙҙең өсөн һаҡлаусы түгел.
105. Шулай аңлатабыҙ Беҙ аяттарҙы, һәм: «Һин уҡығанһың [өйрәнгәнһең]»,— тип әйтһендәр өсөн, һәм белгән халыҡтарға Беҙ уны аңлатыр өсөн.
106. Раббыңдан һиңә: «Унан башҡа илаһ юҡ»,— тип үәхи ителгәнгә эйәр һәм мөшриктәрҙән йөҙ сөйөр.
107. Әгәр Алла теләһә, улар Уға тиңдәш тотмаҫтар ине. Беҙ һине уларға һаҡлаусы итмәнек һәм һин улар өҫтөнән үәкил түгел.
108. Алланан башҡа улар доға ҡылған нәмәне хурламағыҙ, ул саҡта, улар, һис белемһеҙ, дошманлыҡтан Алланы хурларҙар. Шулай һәр өммәткә уларҙың эштәрен зиннәтләнек! Шунан һуң уларҙың Раббыларына ҡайтыуҙары булыр, һәм Ул үҙҙәре башҡарған эштәре тураһында уларға хәбәр бирер.
109. Һәм улар Алла менән — үҙҙәренең иң ҡаты анттары менән — ант бирҙеләр: әгәр уларға аят килһә, улар, әлбиттә, иман килтерәсәктәр. Әйт: «Аяттар Алла ҡаршыһында, әгәр аяттар килһә, уларҙың иман килтермәгәнен нисек белерһегеҙ?»
110. Һәм Беҙ уларҙың йөрәктәрен дә, күҙҙәрен дә әйләндерәбеҙ, уға тәүге тапҡыр иман килтермәгәндәре шикелле, һәм уларҙы һуҡыр рәүештә аҙашып йөрөгән хәлдә ҡалдырабыҙ.
111. Әгәр Беҙ уларға фәрештәләр төшөрһәк, һәм улар менән үлектәр һөйләшһә, һәм Беҙ улар алдына барлыҡ нәмәне йөҙгә-йөҙ йыйһаҡ, Алла теләмәһә, улар барыбер иман килтермәҫ ине, тик уларҙың кубеһе наҙан.
112. Һәм бына, шулай итеп, Беҙ һәр бәйғәмбәргә дошман — кешеләрҙән һәм ендәрҙән шайтандар — яһаныҡ; уларҙың береһе икенсеһенең күңеленә матур-матур ҡыҙыҡтырыу һүҙҙәре һала. Әгәр Раббың теләһә, улар быны эшләмәҫ ине. Ҡалдыр уларҙы һәм уларҙың ялған уйлауҙарын!
113. Әйҙә, ауышһын уға ахирәткә ышанмаған кешеләрҙең күңелдәре, әйҙә, ҡәнәғәтләнһендәр уның менән һәм ҡаҙанғандарына ҡаҙанһындар.
114. Мин Алланан башҡа берәүҙе хөкөм итеүсе итергә теләрменме ни? Ул бит һеҙгә асыҡ аңлайышлы китапты иңдерҙе, һәм Беҙ ундай китап биргән кешеләр ул китаптың Раббыңдан хәҡиҡәт менән бирелгәнен беләләр. Шикләнеүселәрҙән булма!
115. Хаҡлыҡ һәм ғәҙеллек менән Раббыңдың һүҙҙәре тамам булды. Уның һүҙҙәрен үҙгәртеүсе юҡ, Ул ишетә, белә!
116. Әгәр һин Ер йөҙөндәгеләрҙең күпселегенә эйәрһәң, улар һине Алла юлынан яҙҙырыр. Улар тик үҙҙәренең фараздарына ғына эйәрә һәм улар тик ялғанды уйлап сығара!
117. Ысынлап та, Раббың Уның юлынан яҙған кешеләрҙе яҡшыраҡ белә, һәм тура юлдан барғандарҙы ла Ул яҡшыраҡ белә.
118. Әгәр һеҙ Уның аяттарына ышанһағыҙ, [боғаҙлағанда] өҫтөндә Алланың исеме иҫкә алынған нәмәләрҙе ашағыҙ!
119. Нимә булды һеҙгә, ни өсөн һеҙ өҫтөндә Алла исеме иҫкә алынған нәмәне ашамайһығыҙ, Ул һеҙгә мәжбүри рәүештә эшләгәндән башҡа нәмә харам икәнлекте аңлатты бит? Ә күптәр һис белемһеҙ үҙ хыял-шәһүәттәре менөн юлдан яҙҙыралар. Ысынлап та, Раббың сиктән уҙыусыларҙы иң яҡшы белеүсе!
120. Гонаһтың асығын да, йәшеренен дә ҡуйығыҙ. Ысынлап та, гонаһ эшләгән кешеләр эшләгән нәмәләре өсөн язаланыр!
121. Өҫтөндә Алла исеме иҫкә алынмаған нәмәләрҙе ашамағыҙ, ул, һис шикһеҙ, боҙоҡлоҡ! Шайтандар үҙ дуҫтарының күңелдәренә һеҙҙең менән һүҙ ҡарыштырыуҙы һала, әгәр уларҙы тыңлаһағыҙ, һис шикһеҙ, күп илаһтарға табыныусыларҙан булырһығыҙ.
122. Элек үлек булған, һәм Беҙ уны терелтеп уға нур биргән,— ул шуның менән кешеләр араһында йөрөй, — ҡараңғылыҡта булып унан сыҡмаған кешегә оҡшашмы ни? Кафырҙарға шулай зиннәтләнгән эшләгән эштәре!
123. Шулай уҡ Беҙ һәр ҡаланың атаҡлы кешеләрен унда мәкер ҡылһындар өсөн гонаһлы иттек, әммә улар үҙ-үҙҙәренә генә мәкер ҡыла һәм быны белмәйҙәр.
124. Әгәр уларға аят килһә, улар: «Алланың рәсүлдәренә бирелгән нәмә беҙгә бирелгәнгә ҡәҙәр иман килтермәйәсәкбеҙ»,— тиҙәр. Үҙенең рисәләтен ҡайҙа урынлаштырырға икәнде Алла яҡшыраҡ белә. Гонаһлы булғандар Алла ҡаршыһында кәмһетеләсәк һәм мәкерле булғандары өсөн уларҙы ҡаты ғазап тотор!
125. Әгәр Алла берәй кешене тура юлға күндерергә теләһә, ислам өсөн уның күкрәген киңәйтә, әгәр юлдан яҙҙырырға теләһә, күкрәген тар, ҡыҫынҡы итә, әйтерһең ул Күккә олғаша. Иман килтермәгән кешеләргә Алла бына шулай боҙоҡлоҡ бирә.
126. Был — Раббыңдың тура булған юлы. Беҙ аяттарҙы иҫкә төшөрөүсе кешеләргә аңлаттыҡ.
127. Уларға Раббылары ҡаршыһында тыныслыҡ йорто, һәм Ул эшләгән эштәре өсөн уларҙың ярҙамсыһы.
128. Һәм уларҙың барыһын да йыяған көндө: «Эй һеҙ, ендәр мәғшәре! Һеҙ был кешеләрҙән күпте теләнегеҙ!» Һәм кешеләрҙән уларҙың дуҫтары: «Раббыбыҙ, беҙҙең ҡайһы берҙәребеҙ икенселәребеҙҙән файҙаланды һәм беҙ Һин билдәләгән әжәлебеҙгә килеп еттек», — тип әйтерҙәр. Ул: «Һеҙҙең урынығыҙ ут, унда мәңгегә ҡалыу өсөн, әгәр Алла башҡаны теләмәһә инде»,— тип әйтер. Ысынлап та, Раббың — хикмәтле, белеүсе!
129. Шулай Беҙ ҡылған эштәре өсөн залимдарҙың бәғзеләрен икенселәренә яҡынайтабыҙ.
130. Эй, ендәр һәм кешеләр мәғшәре! Һеҙгә үҙ арағыҙҙан Минең аяттарымды һөйләгән һәм ошо көнөгөҙ менән осрашыу тураһында һеҙҙе өгөтләгән-иҫкәрткән рәсүлдәр килмәнеме ни? Улар: «Беҙ үҙ-үҙебеҙгә ҡаршы шаһитлыҡ ҡылабыҙ!» — тип әйтерҙәр. Уларҙы фани донъя ҡыҙыҡһындырҙы, һәм улар үҙ-үҙҙәренә ҡаршы кафыр булыуҙары тураһында шаһитлыҡ ҡылдылар.
131. Был һинең Раббыңдың ҡалаларҙы, уларҙың халыҡтары вайымһыҙ саҡта, золомло рәүештә һәләк итеүсе булмағанлыҡтан.
132. Һәр кемгә эшләгән эшенә ҡарап — дәрәжәләре, һәм Раббың уларҙың эштәренән ғәмһеҙ түгел.
133. Раббың бай һәм рәхмәт эйәһе, әгәр теләһә, Ул һеҙҙе бөтөрөр ине лә, һеҙҙе икенсе халыҡ тоҡомонан үҫтергән шикелле, һуңынан һеҙҙе теләгәне менән алмаштырыр ине.
134. Һеҙгә үәғәҙә ителгән нәмә, ысынлап та, киләсәк, һәм быны һеҙ көсһөҙләндерә алмайһығыҙ!
135. Әйт: «Эй, халҡым! Үҙ мөмкинлегегеҙгә ҡарап эшләгеҙ, мин эшләйем, шунан һуң һеҙ белерһегеҙ, йәннәт йортоноң кемгә булғанын. Ысынлап та, залимдар бәхеткә ирешмәйәсәк!»
136. Улар Ул үҫтергән игендән һәм малдарҙан Аллаға өлөш сығаралар, һәм: «Был — Аллаға!» — тиҙәр,—уларҙың әйтеүҙәре буйынса,—«Ә был — беҙҙең тиңдәш тотҡандарыбыҙға»,— тиҙәр. Уларҙың тиңдәштәренә булған нәмә Аллаға барып етмәй, ә Аллаға булған нәмә уларҙың тиңдәштәренә барып етә. Уларҙың хөкөмдәре насар!
137. Үҙ тиңдәштәре күп илаһтарға табыныусыларҙың күптәренә, уларҙы һәләк итер өсөн һәм уларҙың диндәрен ҡараңғылатыр өсөн, үҙ балаларын үлтереүҙе матур итеп күрһәттеләр. Әгәр Алла теләһә, улар быны эшләмәҫ ине. Ҡалдыр һин уларҙы һәм уларҙың ялған уйлауҙарын!
138. Һәм улар әйтәләр: «Был малдар һәм игенлектәр тыйылған, улар менән беҙ теләгән кеше генә тамаҡлана»,— уларҙың әйтеүҙәре буйынса, һәм арҡалары рөхсәт ителмәгән малдар, һәм өҫтөндә улар Алла исемен — Уға ҡарата ялғанды уйлап — иҫкә алмаған малдар. Ялғанды уйлағандары өсөн Ул язалаясаҡ уларҙы!
139. Һәм улар: «Был малдарҙың ҡарынындағылар беҙҙең ирҙәребеҙгә таҙалыр, ә ҡатындарыбыҙға харам»,— тиҙәр. Әгәр ҙә ул үлек булһа, ул саҡта улар бында ҡатнашыусылар. Уларҙың ошо тасуирлауҙары өсөн Алла уларҙы язалаясаҡ, Ул —хикмәтле, белеүсе!
140. Белмәйенсә, ахмаҡлыҡ менән үҙ балаларын үлтереүселәр, һәм Аллаға ялғанды уйлап, Алла биргән ризыҡты тыйыусылар отолорҙар. Инде улар юлдан яҙҙы, тура юлдан барыусы булманылар.
141. Ул — терәүҙәрҙә һәм терәүһеҙ үҫә торған баҡсаларҙы бар ҡылды, һәм төрлө емешле хөрмә ағастарын һәм төрлө орлоҡло игендәрҙе, һәм зәйтүнде, һәм анарҙы — оҡшаш һәм оҡшаш түгелдәрен. Улар емеш биргәс, емештәрен ашағыҙ, һәм урған саҡта тейешлеһен түләгеҙ, тик исраф ҡылмағыҙ. Ысынлап та, Ул исраф ҡылыусыларҙы яратмай!
142. Һәм малдарҙан — йөк ташыу өсөн һәм салыу өсөн. Алла һеҙгә ризыҡлаған нәмәләрҙе ашағыҙ, шайтан эҙе менән бармағыҙ! Ул бит һеҙҙең асыҡтан-асыҡ дошманығыҙ!
143. Һигеҙ — ишле, һарыҡтарҙан — икәү, кәзәләрҙән —икәү, «Әллә икеһенең дә аталарынмы йәки инәләренме, йәки инәләренең ҡарынында булғандымы Ул харам ҡылды? Әгәр дөрөҫ һөйләй торған булһағыҙ, миңә белеп әйтегеҙ»,— тип әйт.
144. Һәм дөйәләрҙән — икәү һәм һыйырҙан — икәү. «Әллә икеһенең дә аталарынмы йәки инәләренме, йәки инәләренең ҡарыны эсендә булғандымы Ул харам ҡылды? Йәки Алла ошоларҙы уасыят иткән саҡта һеҙ шаһит булдығыҙмы?» — тип әйт. Һис бер белемһеҙ кешеләрҙе аҙаштырыр өсөн ялғанды яҡҡан кешенән дә залимыраҡ кем булыр? Ысынлап та, залим халыҡтарҙы Алла тура юлдан алып бармай!
145. Әйт: «Миңә үәхи ҡылынған нәмәлә мин ашаған кешенең ашаған нәмәһендә харам ҡылынған әйберҙе тапмайым, әгәр ул үләкһә булмаһа, йәки ағыҙылған ҡан булмаһа, йәки ул сусҡа ите булмаһа,— сөнки ул бысраҡтыр,— йәки Алланан башҡаның исеме әйтеп салынған бысраҡ булмаһа. Әгәр кемдер — үҙе боҙоҡ йәки енәйәтсе булмай тороп — ашарға мәжбүр ителә икән, ул уаҡытта Раббың — ярлыҡаусы, рәхимле!
146. Йәһүҙилеккә бирелгәндәргә Беҙ харам ҡылдыҡ барлыҡ бер тояҡлыларҙы [бер тырнаҡлыларҙы], ә һыйырҙарҙан һәм һарыҡтарҙан майҙары арҡаларында йәки эсәктәрендә йөрөтөлгәндән йәки һөйәктәре менән ҡатнашҡандан башҡаларын харам ҡылдыҡ. Бының менән Беҙ уларҙы боҙоҡлоҡтары өсөн язаланыҡ: Беҙ бит дөрөҫлөктө ҡылыусы!
147. Әгәр улар һине алдаҡсы тип иҫәпләһә, әйт: «Раббығыҙ — киң рәхмәт эйәһе, һәм Уның ғәйрәте гонаһлы халыҡтарҙан ҡайтарылмаҫ».
148. Уға тиңдәш тотҡан кешеләр: «Әгәр ҙә Алла теләһә, беҙ ҙә Уға тиңдәш тотмаҫ инек, һәм беҙҙең аталарыбыҙ ҙа, һәм һис бер нәмәне тыймаған булыр инек»,— тип әйтерҙәр. Беҙҙең ғәйрәтебеҙҙе татып ҡарағанға саҡлы уларға тиклем булғандар ҙа шулай алданы. Әйт: «Һеҙҙең ниндәй ҙә булһа белемегеҙ бармы? Күрһәтегеҙ уны беҙгә. Һеҙ бит фараздарға ғына эйәрәһегеҙ, һәм һеҙ тик ялғанды ғына уйлайһығыҙ!»
149. Әйт: «Ышандырырлыҡ дәлил Аллала ғына, әгәр Ул теләгән булһа, һеҙҙең барығыҙҙы ла тура юлға сығарыр ине».
150. Әйт: «Алла быны харам ҡылды тип шаһитлаусы шаһиттарығыҙҙы килтерегеҙ!» Әгәр улар шаһитлыҡ итһәләр, һин улар менән шаһитлыҡ ҡылма, һәм Беҙҙең аяттарыбыҙҙы ялғанға иҫәпләүселәрҙең һәм ахирәткә ышанмаусыларҙың хыялдарына эйәрмә. Улар Раббыларына тиңләштерәләр!
151. Әйт: «Килегеҙ, мин Раббығыҙ һеҙгә нимәне харам ҡылғанын уҡыйым: Уға һис бер нәмәне тиңдәш тотмаҫҡа; һәм ата-әсәгә яҡшылыҡ ҡылыу; ярлылыҡтан үҙ балаларығыҙҙы үлтермәгеҙ — Беҙ уларҙы һәм үҙегеҙҙе лә ризыҡландырырбыҙ; боҙоҡлоҡтарҙың асыҡ булғанына ла, йәшерен булғанына ла яҡын килмәгеҙ; Алла харам ҡылған йәнде — хаҡлыҡ менән генә булмаһа,— үлтермәгеҙ. Ошоно Ул һеҙгә уасыят ҡылды — моғайын, һеҙ аҡыллы булырһығыҙ!
152. Етемдең малына ул бәлиғ булып нығынғанға саҡлы яҡын бармағыҙ — әгәр яҡшылыҡ өсөн генә булмаһа; үлсәмде һәм ауырлыҡты билдәләүҙе ғәҙел ҡылығыҙ. Беҙ кешегә уның көсө еткәндән тыш йөкмәтмәйбеҙ. Һүҙ әйтһәгеҙ, ғәҙел булығыҙ, туғандарығыҙға менәсәбәтле булһа ла, һәм Алла уасыятын үтәгеҙ. Быны һеҙгә Ул уасыят ҡылған — моғайын, һеҙ иҫтә тоторһоғоҙ!
153. Был — Минең тура юлым: ошо юлдан барығыҙ, һеҙҙе Уның юлынан айырмаһындар өсөн, башҡа юлдарҙан китмәгеҙ. Быны һеҙгә Ул уасыят ҡылды — моғайын, һеҙ тәҡүәле булырһығыҙ».
154. Унан һуң Беҙ Мусаға яҡшылыҡ эшләгән кешегә тамамлау өсөн китап бирҙек, һәм һәр нәмәгә аңлатма итеп, һәм тура юл итеп, һәм рәхмәт итеп — моғайын, улар Раббылары менән осрашасаҡтарына ышанырҙар!
155. Был — Беҙ һиңә иңдергән китап — мөбәрәк, уға эйәрегеҙ, һәм тәҡүәле булығыҙ — моғайын, һеҙ ярлыҡау алғандарҙан булырһығыҙ! —
156. «Китап беҙгә ҡәҙәр бары ике халыҡҡа иңдерелгәйне, һәм Беҙ, ысынлап та, уны өйрәнеүҙәренә битараф булдыҡ»,— тип һеҙ әйтмәҫ өсөн.
157. Йәки: «Әгәр беҙгә китап иңдерелгән булһа, беҙ уларға ҡарағанда турараҡ юлда булыр инек!» — тип һеҙ әйтмәҫ өсөн. Һеҙгә Раббығыҙҙан асыҡ аят һәм ҡулланма, һәм рәхмәт килде инде. Алланың аяттарын ялғанға иҫәпләп, уларҙан йөҙ сөйөргән кешенән дә залимыраҡ кеше кем? Беҙҙең аяттарыбыҙҙан йөҙ сөйөргән кешеләрҙе йөҙ сөйөргәндәре өсөн яуыз ғазап менән язалаясаҡбыҙ!
158. Улар фәрештәләр килгәнде көтәме, әллә һинең Раббың килгәнде көтәме, әллә Раббыңдың берәй аяты килгәнде көтәме? Раббыңдың берәй аяты килгән көндө йәнгә уның иманы ярҙам итмәҫ, ул элек иман килтермәгәс йәки үҙенең иманында изгелек ҡаҙанмағас. Әйт: «Көтөгөҙ, беҙ көтәбеҙ!»
159. Ысынлап та, үҙ диндәрен бүлеүселәр һәм төркөмдәргә айырылыусылар,— һин һис уларҙан түгел. Уларҙың эшен Алла ҡаршыһына, һуңынан уларға нимә ҡылғандарын әйтер.
160. Кем изге эш менән килһә, уға шундайҙан уҡ ун өлөш булыр, ә кем яман эш менән килһә, уға шул уҡ нәмә генә бирелер, һәм уларға йәбер ҡылынмаҫ!
161. Әйт: «Ысынлап та, Раббым мине тура юлға күндерҙе, тура дин итеп, хәниф Ибраһим өммәтенә. Һәм ул күп илаһтарға табыныусыларҙан булманы».
162. Әйт: «Ысынлап та, минең намаҙым һәм тәҡүәлегем, тереклегем һәм үлемем Аллала, ғәләмдәр Раббыһында.
163. Уның тиңдәше юҡ. Был миңә бойоролдо, һәм мин — беренсе мосолман».
164. Әйт: «Мин Алланан башҡа икенсе раббыны эҙләрменме ни?» Ул — һәр нәмәнең Раббыһы. Һәр йән нимә ҡаҙанһа, шул үҙенең өҫтөндә була, һәм йөкмәгән йән икенсенең йөгөн йөкләмәҫ. Ә һуңынан — һеҙҙең Раббығыҙға ҡайтыуығыҙ, һәм Ул һеҙгә һеҙҙең ни өсөн бәхәсләшкәнегеҙҙе әйтер.
165. Ул һеҙҙе Ер йөҙөндә бер-берегеҙҙе алмаштырыусылар итте һәм һеҙгә биргәнендә һеҙҙе һынау өсөн берегеҙҙе икенсегеҙҙән дәрәжәлә күтәрҙе, ысынлап та, Раббың яза биреүҙә етеҙ, һәм, ысынлап та, Ул — ярлыҡаусы, рәхимле!