100%

Әл-Мәида сүрәһе

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Ҡөрьән
автор Мөхәммәт Кәрим
Сығанаҡ: Ҡөрьән Кәрим (Сауд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙерге башҡорт яҙмаһы менән бирелгән транскрипцияһы, башҡортсаға тәржемәһе). — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992, 960 бит.


-

Ҡөрьән Кәрим
Д. Кинельский тәржемәһе, башҡортсаға Ф.Н.Байышев, Д.Д.Мәһәҙиев


'

5. ӘЛ-МАИДӘ (АШ ТАБЫНЫ) СҮРӘҺЕ Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
1. Әй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Килешеүҙәрҙе үтәғеҙ! Һеҙгә [ошо сүрәлә] уҡылғандарҙан башҡа хайуандарҙан һәр йорт хайуаны рөхсәт ителгән, һәм һеҙ ихрам бәйләһәгеҙ, һунарсылыҡ тыйыла. Ысынлап та, Алла теләгән нәмәһен хөкөм итә!
2. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Алланың да, тыйылған айҙарҙың да, ҡорбан хайуандарҙың да, биҙәлгәндәрҙең дә, Раббыларының йомартлығын һәм ризалығын теләп, «Харам йортҡа» йүнәлгән кешеләрҙең дә йолаларын боҙмағыҙ! Һеҙгә рөхсәт ителгән уаҡытта булһағыҙ, һунарсылыҡ итегеҙ, һеҙҙе, «Харам мәсет»тән тыйып, сиктән уҙыуға килтергән кешеләргә булған нәфрәтегеҙ гонаһҡа этмәһен. Изгелектә һәм тәүәккәллектә бер-берегеҙгә ярҙам итегеҙ һәм дошманлыҡта һәм гонаһта ярҙам итмәгеҙ. Алланан ҡурҡығыҙ: ысынлап та, ғазап биреүҙә Алла көслө!
3. Һеҙгә шулар тыйыла: үләкһә, ҡан, сусҡа ите, Алланың исеменән башҡаның исеме әйтеп салынған, быуып һәм бәреп үлтерелгән, бейектән йығылып төшөп үлгән һәм мал һөҙөп үлтергән хайуан ите,— йола буйынса боғаҙланғандан башҡа,— емтек ашаусы йыртҡыс ите һәм шулай уҡ һын алдында салынған ҡорбан ите һәм уҡ менән бүлеүегеҙ. Былар — боҙоҡлоҡ. Бөгөн иман килтермәгәндәр һеҙҙең динегеҙҙән өмөтһөҙләнде. Уларҙан ҡурҡмағыҙ. Минән ҡурҡығыҙ! Бөгөн Мин һеҙҙең өсөн диңгеҙҙе теүәлләнем һәм Үҙемдең ниғмәтемде тамамланым. Ислам динен һеҙгә дин итеп ҡәнәғәтләндем. Әгәр берәй кеше аслыҡ сәбәпле гонаһҡа ауышмайынса (ашарға) мәжбүр булһа, ул саҡта Алла ярлыҡаусы, шәфҡәтле!
4. Улар һинән үҙҙәренә нимә рөхсәт ителгәнен һорай. Әйт: «Һеҙгә яҡшы нәмәләр һәм йыртҡыс хайуандарға — уларҙы эт өйрәткәндәге кеүек — Алла һеҙгә өйрәткән нәмәне өйрәтеүегеҙ рөхсәт ителә. Улар һеҙҙең өсөн тотҡан нәмәне ашағыҙ, һәм шуның өҫтөндә Алланың исемен иҫкә алығыҙ. Алланан ҡурҡығыҙ, ысынлап та, Алла хисапта етеҙ!
5. Бөгөн һеҙгә яҡшы нәмәләр хәләл ителде, һәм китап бирелгәндәрҙең ризыҡтары һеҙгә һәм һеҙҙең ризыҡтарығыҙ уларға хәләл ителде. Һәм иман килтергәндәрҙән ғиффәтле ҡатындар һәм һеҙгә ҡәҙәр китап бирелгәндәрҙән ғиффәтле ҡатындар, әгәр үҙегеҙ ғиффәтле булып, аҙғынлыҡҡа бирелмәй һәм йәшерен һөйәркә тотмай әжерен түләһәгеҙ. Әгәр кем имандан ҡайтһа, уның эше юҡҡа сығыр һәм ахирәттә отолоусыларҙан булыр».
6. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Намаҙ уҡырға торһағыҙ, битегеҙҙе һәм ҡулдарығыҙҙы терһәккә тиклем йыуығыҙ, башығыҙҙы һыпырығыҙ һәм ашыҡ һөйәгенә ҡәҙәр аяҡтарығыҙҙы йыуығыҙ. Әгәр бысраҡ [ғөсөлһөҙ] булһағыҙ, ул саҡта сафланығыҙ; әгәр ауырыу булһағыҙ йәки юлда булһағыҙ, йәки һеҙҙән кем дә булһа бәҙрәфтән килһә, йәки ҡатындарға яҡынлыҡ ҡылһа, һыу тапмаған хәлдә таҙа ҡом менән йыуынығыҙ [тәйәммүм ҡылығыҙ], уның менән биттәрегеҙҙе һәм ҡулдарығыҙҙы ышҡығыҙ. Алла һеҙгә ауырлыҡ теләмәй, әммә Үҙенең ниғмәттәрен тамамлау өсөн һеҙҙе сафландырырға ғына теләй — моғайын, һеҙ шөкөр итерһегеҙ!
7. Алланың һеҙгә булған ниғмәтен һәм уның һеҙҙең менән төҙөгән килешеүен иҫкә алығыҙ. Ул уаҡытта һеҙ: «Беҙ ишеттек һәм буйһонабыҙ»,— тип әйткәйнегеҙ. Алланан ҡурҡығыҙ — күңелдәрҙә һаҡлағанды Алла белә!
8. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Алла ҡаршыһында ныҡ һәм ғәҙел шаһитлыҡ ҡылыусы булығыҙ. Кешеләргә ҡарата нәфрәтегеҙ һеҙҙе ғәҙелһеҙлек гонаһына алып бармаһын. Ғәҙел булығыҙ, был — тәҡүәлеккә яҡыныраҡ, ысынлап та, Алла һеҙ эшләгән эштәрҙән хәбәрҙар.
9. Иман килтереп, изге эштәр эшләгән кешеләргә Алла үәғәҙә бирҙе: уларға ярлыҡау һәм оло әжер!
10. Ә иман килтермәгән һәм Беҙҙең аяттарыбыҙҙы ялған тип әйткән кешеләр -тамуҡ уты әһелдәре.
11. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Алланың һеҙгә булған ниғмәтен иҫкә төшөрөгөҙ: кешеләр һеҙгә ҡулдарын һуҙырға теләгәндә, Ул уларҙың ҡулдарын һеҙҙән тотто. Алланан ҡурҡығыҙ! Иман килтергән кешеләр эштәрен Аллаға тәүәккәлләһен!
12. Һәм Алла Исраил балаларынан килешеү алды, һәм Беҙ уларҙан ун ике юлбашсы ебәрҙек. Һәм Алла уларға: «Мин һеҙҙең менән. Әгәр һеҙ намаҙ торһағыҙ, һәм зәкәт түләһәгеҙ, һәм Минең рәсүлдәремә иман килтерһәгеҙ, Һәм уларҙы ололаһағыҙ, һәм Аллаға яҡшы бурыс бирһәгеҙ, Мин һеҙҙе яман эштәрегеҙҙән ярлыҡармын, һәм, һис шикһеҙ, аҫтында йылғалар ағып торған баҡсаларға индерермен. Әммә бынан һуң һеҙҙән берәйһе кафыр булһа, ул тура юлдан аҙашҡан булыр»,— тип әйтте.
13. Улар үҙ килешеүҙәрен боҙғандары өсөн, Беҙ уларҙы ләғнәтләнек һәм уларҙың күңелдәрен ҡатырҙыҡ, улар һүҙҙәрҙе урындарынан күсереп боҙалар. Улар иҫтәренә тешөрөлгәндең бер өлөшөн оноттолар. Һин уларҙың күбеһенең хыянаттарын һаман белеп туҡтамайһың. Уларҙы ғәфү ит һәм кисер,— Алла яҡшылыҡ эшләгәндәрҙе ярата!
14. Һәм: «Беҙ насраниҙар!» — тигән кешеләрҙән дә Беҙ килешеү алдыҡ. Улар ҙа иҫтәренә төшөрөлгән нәмәләрҙең бер өлөшөн онотто, һәм Беҙ улар араһында ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр дошманлыҡ һәм нәфрәт уяттыҡ. Ә һуңынан Алла уларға нимә ҡылғандарын хәбәр итәсәк!
15. Эй һеҙ, китап әһелдәре! Һеҙгә Беҙҙең рәсүлебеҙ килде, ул һеҙгә китаптан һеҙ йәшергән күп нәмәләрҙе аңлата һәм күп нәмәне ғәфү итә. Һеҙгә Алланан нур һәм асыҡ китап килде.
16. Уның менән Алла Үҙенең ризалығы артынан эйәргән кешеләрҙе тыныслыҡ юлдарынан илтә. Уҙ рөхсәте менән ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡҡа сығара һәм тура юлға күндерә.
17. «Алла — ул Мәрйәм улы Әл-Мәсих»,— тигән кешеләр кафыр булды. «Әгәр Алла, Мәрйәм улы Әл-Мәсихте, уның әсәһен һәм Ерҙә булғандарҙың бөтәһен дә һәләк итергә теләһә, Аллаға ҡаршы берәй нәмә эшләргә кемдең ҡулынан килер?» — тип әйт. Күктәрҙәге һәм Ерҙәге һәм улар араһындағы хаҡимлыҡ Аллала. Ул теләгән нәмәне бар ҡыла: Алла һәр нәмәгә ҡөҙрәтле!
18. Һәм йәһүҙиҙәр, һәм насраниҙар: «Беҙ — Алланың улдары, Уның һөйөклөләре»,— тип әйтте. «Улай булғас, һеҙҙең гонаһтарығыҙ өсөн ниңә Ул һеҙҙе ғазаплай һуң? Юҡ! Һеҙ Ул бар иткән нәмәләр араһында фәҡәт кешеләр генә, Ул кемде теләһә, кисерә һәм кемде теләһә, ғазаплай. Күктәрҙә һәм Ерҙә, һәм улар араһындағы хакимлыҡ Аллала һәм ҡайтарылыу — Уға»,— тип әйт.
19. Эй һеҙ, китап әһелдәре! Беҙҙең рәсүлебеҙ һеҙгә, һеҙ: «Беҙгә һөйөнсөләүсе лә, иҫкәртеүсе-өгөтләүсе лә килмәне»,— тип әйтмәһен өсөн, рәсүлдәр килмәйенсә торған арала килде. Бына һеҙгә һөйөнсөләүсе һәм өгөтләүсе- иҫкәртеүсе килде. Алла һәр нәмәгә ҡөҙрәтле!
20. Бына Муса үҙ халҡына әйтте: «Эй, халҡым! Алланың һеҙгә ниғмәтен иҫкә алығыҙ. Ул бит һеҙгә үҙ арағыҙҙан бәйғәмбәрҙәр булдырҙы, һеҙҙе батшалар итте һәм ғәләмдәрҙән берәүгә лә бирелмәгәнен һеҙгә бирҙе.
21. Эй, халҡым! Алланан һеҙгә яҙылған мөҡәддәс ергә инегеҙ, һәм артҡа әйләнмәгеҙ,— зыян күреүселәрҙән булмаҫ өсөн».
22. Улар: «Эй, Муса, унда бит бәһлеүән кешеләр йәшәй, улар сыҡмайынса, беҙ һис унда инмәйбеҙ, ә сыҡһалар, инәсәкбеҙ»,— тип әйттеләр.
23. Алла ниғмәтен биргәндәрҙән һәм ҡурҡҡандарҙан ике ир кеше: «Һеҙ уларға ҡапҡанан инегеҙ, ҡапҡанан инһәгеҙ, һис шикһеҙ еңерһегеҙ. Әгәр иман килтергән булһағыҙ, Аллаға тәүәккәлләгеҙ!» — тинеләр.
24. Улар: «Эй, Муса, улар унда булғанда, беҙ ул ергә һис инәсәк түгелбеҙ, һин Раббың менән барып икәүләп һуғышығыҙ, ә беҙ бында ултырып торорбоҙ»,— тинеләр.
25. «Раббым, мин тик үҙ-үҙемә һәм туғандарыма ғына хужа, беҙҙең ара менән шул аҙғын халыҡтар араһын айыр»,— тине ул.
26. Ул: «Был ер уларға ҡырҡ йылға тыйылған, улар Ер йөҙөндә аҙашып йөрөйәсәк, аҙғын халыҡ өсөн ҡайғырма һин!» — тине.
27. Һәм хаҡлыҡ менән һин уларға Әҙәмдең ике улы тураһында уҡы. Бына улар икеһе лә ҡорбан салдылар. Уларҙың береһенән ҡорбан ҡабул ителде, ә икенсеһенән ҡабул ителмәне. Ул: «Мин һине, һис шикһеҙ, үлтерәсәкмен!» — тине. Тегеһе әйтте: «Алла тик тәҡүәлеләрҙән генә ҡабул итә.
28. Һәм әгәр һин мине үлтереү өсөн миңә ҡул һуҙһаң, мин һине үлтереү өсөн ҡул һуҙмам. Мин бит ғәләмдәр Раббыһы Алланан ҡурҡам.
29. Мин һинең, миңә ҡарата булған гонаһыңды һәм үҙ ғонаһыңды алып, һинең ут әһелдәренән булыуыңды теләйем. Был — залимдарҙың язаһы».
30. Һәм уның күңеле туғанын үлтереүҙе еңел эш итеп күрһәтте — һәм ул уны үлтерҙе һәм зыян күреүселәрҙән булды.
31. Туғанының мәйетен нисек ерләргә икәнен күрһәтеү өсөн Алла уға ерҙе соҡоусы ҡарғаны ебәрҙе. Ул: «Ҡайғы миңә! Үҙ туғанымды ерләү өсөн ошо ҡарғалай булырға хәлемдән килмәй»,— тине, һәм ул үкенеүселәрҙән булды.
32. Ошоноң өсөн Беҙ Исраил балаларына тейешле яҙҙыҡ: әгәр кемдер бер йәнде — йән урынына йән йәки Ер йөҙөндә боҙоҡлоҡ ҡылған өсөн булған осраҡтарҙан башҡа — үлтерһә, ул бөтә кешеләрҙе үлтергән һымаҡ булыр. Ә кем уны терелтһә, барлыҡ кешеләрҙе терелткән кеүек булыр. Асыҡ аяттар менән уларға Беҙҙең рәсүлдәребеҙ килде. Бынан һуң уларҙың күптәре Ер йөҙендә исраф ҡылдылар.
33. Ысынлап та, кемдәр Аллаға һәм Уның рәсүленә ҡаршы һуғыша һәм Ер йөҙөндә боҙоҡлоҡ булдырырға тырыша — уларҙың язаһы: улар үлтерелер, йәки әүернә ағасына ҡаҙаҡланып ҡуйылыр, йәки уларҙың ҡул һәм аяҡтары арҡырыға ҡырҡылыр, йәки улар торған ерҙәренән ҡыуылыр. Был — уларға донъяла хурлыҡ, ә ахирәттә оло ғазап булыр,—
34. һеҙ өҫтөнлөк алмаҫ борон тәүбә иткән кешеләрҙән башҡаларға. Белегеҙ, Алла ярлыҡаусы, рәхимле!
35. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Алланан ҡурҡығыҙ, Аллаға яҡын булыуҙың сараһын эҙләгеҙ һәм Алла юлында һуғышығыҙ — моғайын, һеҙ бәхетле булырһығыҙ!
36. Иман килтермәгән кешеләрҙең ҡулында — ҡиәмәт көнөнөң ғазабынан ҡотолор өсөн фидйә түләргә — Ер йөҙөндәге нәмәләрҙең барыһы ла, һәм тағы ла шул ҡәҙәр нәмәләр булһа ла, уларҙан ҡабул ителмәҫ, һәм уларға — интектергес ғазап!
37. Улар уттан сығырға теләр, әммә һис тә сыға алмаҫтар. Улар өсөн — мәңгелек ғазап!
38. Уғры ирҙең һәм уғры ҡатындың ҡулдарын ҡырҡығыҙ, ҡылған эштәренә яза һәм Алланан ғибрәт булһын өсөн. Алла бөйөк, хикмәтле!
39. Әгәр берәй кеше, золом ҡылып, һуңынан тәүбәгә килһә һәм төҙәтһә, әлбиттә, Алла уның тәүбәһен ҡабул итер, ысынлап та, Алла кисереүсе, рәхимле!
40. Әллә һин, күктәрҙәге һәм Ерҙәге хакимлыҡ Алланыҡы икәнен белмәйһеңме? Ул теләгән кешеһен ғазаплай һәм теләгән кешеһен ғәфү итә. Алла һәр нәмәгә ҡөҙрәтле!
41. Эй һин, рәсүл! Ауыҙҙары менән: «Беҙ иман килтерҙек!» — тип, ә күңелдәренән иман килтермәгән кешеләрҙән кафырлыҡҡа йүнәлеүселәр һине ҡайғыртмаһын, һәм йәһүҙиҙәрҙән — улар ялғанды тыңлай һәм һинең ҡаршыңа килмәгән икенсе кешеләрҙе тыңлай, һәм һүҙҙәрҙең урындарын алмаштырып боҙалар, һәм: «Әгәр был һеҙгә бирелһә, уны алығыҙ, бирелмәһә, һаҡланығыҙ!» — тиҙәр. Алла берәүҙең фетнәлеген теләһә, Алла ҡаршыһында уға һис бер нәмә менән ярҙам итә алмаҫһың. Алла был кешеләрҙең күңелдәрен сафландырырға теләмәне. Донъяла уларға хурлыҡ, ә ахирәттә — оло ғазап!
42. Улар һәр саҡ ялғанды тыңлайҙар, рөхсәт ителмәгән нәмәләрҙе ҡомһоҙланып ашайҙар. Әгәр улар һиңә килһә, уларҙың араһында хөкөм ҡыл йәки уларҙан йөҙ сөйөр. Уларҙан йөҙ сөйөрһәң, һиңә бер нәмә менән дә зыян итә алмаҫтар. Хөкөм итергә булһаң, ғәҙеллек менән хөкөм ит. Ысынлап та, Алла ғәҙелдәрҙе ярата!
43. Нисек инде улар һинән хөкөм иттерһен, уларҙа Әт-Тәүрат бар бит, ә унда Алланың хөкөмө? Аҙаҡ улар бынан һуң йөҙ сөйөрәләр, былар иман килтергән кеше түгелдер!
44. Беҙ эсендә ҡулланма һәм нур булған Әт-Тәүратты иңдерҙек. Ысын күңелдән бирелгән бәйғәмбәрҙәр уның буйынса йәһүт динендә булғандарҙы хөкем итәләр, ә раббаниҙар һәм дин ғалимдары — Алла китабынан уларға һаҡларға тапшырылған нәмәгә тура килтереп хөкөм итәләр, һәм улар был турала шаһит. Кешеләрҙән ҡурҡмағыҙ, Минән ҡурҡығыҙ. Минең аяттарым бәрәбәренә аҙ хаҡ алмағыҙ! Ә кем Алла иңдергән менән хөкөм итмәй, улар — кафыр!
45. Һәм Беҙ унда шуларҙы тейешле ҡылдыҡ: йән өсөн — йән, күҙ өсөн — күҙ, танау өсөн — танау, ҡолаҡ өсөн — ҡолаҡ, һәм теш өсөн — теш, һәм йәрәхәттәргә — үс алыу. Әгәр берәй кеше быны саҙаҡа биреп түләһә, был уның гонаһынан фидйә була. Ә кем Алла иңдергән менән хөкөм итмәй, ул — залим.
46. Уға ҡәҙәр Әт-Төүратта иңдерелгәндәрҙе раҫлап, уларҙың эҙенән Беҙ Мәрйәм улы Ғайсаны ебәрҙек, һәм Беҙ уға Әл-Инжилде бирҙек — унда ҡулланма һәм нур,— һәм уға ҡәҙәр Әл-Тәүратта иңдерелгән хәҡиҡәтте раҫлау, һәм тәҡүәлеләргә ҡулланма һәм үәғәз итеп.
47. Әл-Инжил эйәләре уның эсендә Алла иңдергән нәмә менән Хөкүм ҡылһындар. Әгәр берәй кеше Алла иңдергән нәмә буйынса хөкөм итмәһә, улар — боҙоҡлоҡ ҡылыусылар.
48. Һәм Беҙ, уға тиклем китаптарҙан иңдерелгәндең ысынлығын раҫлау һәм уны һаҡлау өсөн, хаҡлыҡ менән һиңә китап иңдерҙек. Улар араһында Алла иңдергән буйынса хөкөм ҡыл, һиңә килгән хәҡиҡәттән ситкә тайпылып, уларҙың хыял-шәһүәттәренә эйәрмә, һеҙҙең һәр ҡайһығыҙға йүнәлеш һәм юл яһаныҡ. Алла, теләһә, һеҙҙе бер өммәт яһар ине. Әммә Ул һеҙгә биргән нәмәһендә һеҙҙе һынап ҡарарға теләне. Изге эштәрҙә бер-берегеҙҙе уҙырға тырышығыҙ. Һеҙҙең барығыҙҙың да ҡайтыуы — Аллаға, һәм Ул һеҙгә бәхәсегеҙҙең нимә тураһында барыуын хәбәр итер!
49. Алла иңдергән нәмә менән улар араһында хөкөм ит, уларҙың хыял-шәһүәттәренә эйәрмә, һәм уларҙан һаҡлан; улар Алла һиңә иңдергән нәмәләрҙең бәғзеләренән яҙҙырмаһындар. Әгәр улар йөҙ сөйөрһә, бел: Алла уларға ҡайһы бер гонаһтары өсөн яза бирергә теләй. Ысынлап та, кешеләрҙең күпселеге — боҙоҡ!
50. Әллә улар йәһилиәт уаҡытындағы хөкөмдө теләйҙәрме? Ә ышанған халыҡҡа хөкөм яғынан Алланан да кем яҡшы?
51. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Йәһүҙиҙәрҙе лә, насраниҙарҙы ла дуҫ итеп алмағыҙ, улар бер-береһе менән дуҫ. Әгәр һеҙҙән берәй кеше уларҙы дуҫ итһә, ул үҙе лә шуларҙан. Ысынлап та, Алла залим халыҡтарҙы тура юлдан алып бармай!
52. Һин күңелдәрендә сир булған кешеләрҙе күрәһең, улар: «Беҙ тормошта боролош булыуҙан ҡурҡабыҙ»,— тип кафырҙар араһына ашығалар. Ихтимал, Алла еңеү килтерер йәки Үҙ тарафынан башҡа бер әмер килтерер, һәм шул уаҡытта улар күңелдәрендәге йәшерен нәмәләре өсөн бик ныҡ үкенер,
53. һәм иман килтергән кешеләр әйтерҙәр: «Ошолар Алла менән ант иттеләрме ни — үҙҙәренең иң көслө анттары менән — үҙҙәрен, һис шикһеҙ, һеҙҙең менән, тип?» Уларҙың эштәре әрәм булды һәм улар отолоусыларҙан булдылар!
54. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Әгәр һеҙҙән берәй кеше үҙ диненән мөртәт булһа, ул уаҡыт... Алла уларҙы ярата һәм улар ҙа Алланы ярата торған, иман килтергән кешеләр алдында түбәнселекле, кафырҙарға ҡарата бөйөк, Алла юлында һуғыша һәм шелтәләүсенең шелтәһенән ҡурҡмай торған кешеләрҙе килтерер. Был — Алланың йомартлығы, Ул уны теләгән кешегә бирә, Алла бар нәмәне биләүсе, белеүсе!
55. Һеҙҙең яҡлаусығыҙ — Алла, Уның рәсүле, һәм, иман килтереп, намаҙ тороусы, зәкәт түләүсе һәм рәкәғәт ҡылыусылар ғына.
56. Алланы һәм Уның рәсүлен һәм иман килтергән кешеләрҙе дуҫ тотҡан кеше... Алла төркөмө бит, улар еңәсәк.
57. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Һеҙгә тиклем китап бирелгәндәрҙән динегеҙҙе көлкөгә һәм уйынға һалыусыларҙы һәм кафырҙарҙы дуҫ итмәгеҙ. Иман килтергән булһағыҙ, Алланан ҡурҡығыҙ!
58. Һеҙ намаҙға саҡырған саҡта улар быны көлкөгә һәм уйынға һанай, сөнки улар бер нәмә лә аңламаған кешеләр.
59. «Эй һеҙ, китап әһелдәре! Әллә һеҙ беҙгә Аллаға иман килтергән өсөн, һәм беҙгә иңдерелгәнгә, һәм элек иңдерелгәндәргә ышанған өсөн, һәм күбегеҙ боҙоҡ булған өсөн үсләшәһегеҙме?» — тип әйт.
60. Әйт: «Алланың язаһы яғынан быға ҡарағанда ла яманыраҡ булған нәмә тураһында әйтәйемме икән? Кемде Алла ләғнәтләгән һәм кемгә асыу иткән, һәм уларҙы маймылға һәм сусҡаға әйләндергән, һәм кем Әт-Тағутҡа табынған. Былар — урындары яғынан яманыраҡтар һәм тура юлдан нығыраҡ аҙашҡан.
61. Әгәр бындайҙар һеҙҙең эргәгә кидһә: «Беҙ иман килтерҙек»,— тиҙәр. Тик улар кафырлыҡ менән инделәр һәм уның менән сыҡтылар. Алла уларҙың нәмә йәшергәндәрен иң яҡшы белеүсе.
62. Һәм һин уларҙан күптәрҙең гонаһ ҡылыуҙа, дошманлашыуҙа һәм харам нәмәләрҙе ашауҙа бер-береһе менән ярышыуҙарын күрәһең. Насар уларҙың ҡылған эштәре!
63. Раббаниҙарға һәм дин ғалимдарыңа уларҙы гонаһлы һүҙҙәренән һәм харам нәмәләрҙе ашауҙарынан ни өсөн тыймаҫҡа инде? Насар уларҙың ҡылган эштәре!
64. Һәм йәһүҙиҙәр: «Алланың ҡулы бәйле!» — тинеләр. Уларҙың ҡулдары бәйләнгән, һәм әйткәндәре өсөн ләғнәтләнделәр улар. Юҡ! Уның ҡулдары киң йәйелгән: нисек теләй, шулай сарыф ҡыла. Һәм, әлбиттә, һинең Раббың тарафынан һиңә иңдерелгән нәмә уларҙың күптәрендә аҙашыу һәм кафырлыҡты арттыра. Беҙ улар араһына ҡиәмәт көнөнә тиклем дошманлыҡ һәм асыу һалдыҡ. Улар ҡасан ғына һуғыш уты ҡабыҙһалар ҙа, Алла уны һүндерә. Улар Ер йөҙөндә боҙоҡлоҡ таратырға тырышып йөрөй, ә Алла боҙоҡлоҡ таратыусыларҙы һөймәй!
65. Әгәр китап әһелдәре иман килтерһә һәм тәҡүәле булһа, Беҙ уларҙы насар эштәренән таҙартыр инек тә, рәхәтлек баҡсаларына индерер инек.
66. Һәм әгәр улар Әт-Тәүратты һәм Әл-Инжилде һәм Раббыларынан уларға иңдерелгәнде тоғролоҡ менән тотһалар, улар үҙҙәренең өҫтөнән дә, аяҡтары аҫтынан да ашарҙар. Улар араһында ғәҙеллек менән тороусылар ҙа бар, әммә уларҙан күптәр насар эш ҡылыусы!
67. Эй, рәсүл! Раббыңдан иңдерелгәнде еткер. Әгәр һин быны эшләмәһәң, Уның рисәләтен тапшырған булмаҫһың. Алла һине кешеләрҙән яҡлар. Ысынлап та, Алла кафырҙарҙы тура юлдан алып бармай!
68. «Эй һеҙ, китап әһелдәре! Һеҙ Әт-Тәүратты һәм Әл-Инжилде һәм Раббығыҙҙан һеҙгә иңдерелгәнде тоғролоҡ менән тотҡанға ҡәҙәр һеҙ бер нәмәгә лә нигеҙләнмәйһегеҙ»,— тип әйт. Әммә һиңә Раббыңдан иңдерелгән нәмә уларҙан күптәрҙә аҙашыу һәм кафырлыҡ арттыра. Кафыр кешеләр хаҡында ҡайғырма һин!
69. Ысынлап та, иман килтергәндәр, һәм йәһүҙилекте тотоусылар, һәм йондоҙҙарға табыныусылар, һәм насраниҙар — быларҙан Аллаға һәм ахирәт көнөнә иман килтергән һәм изге эштәр эшләгән кешеләргә хәүеф тә юҡ һәм улар көйөнмәҫтәр ҙә!
70. Беҙ Исраил балаларынан килешеү алдыҡ һәм уларға рәсүлдәр ебәрҙек. Һәр саҡ рәсүл уларҙың күңеле яратмаған нәмә менән килгән һайын улар берәүҙәрен алдаҡсы һананы, ә икенселәрен үлтерәләр.
71. Һәм улар бынан фетнә булмаҫ тип уйланылар, һәм һуҡыр, һәм һаңғырау булдылар. Бынан һуң Алла уларға ҡайтты, һәм бынан һуң да уларҙың күптәре һуҡыр һәм һаңғырау булды, ә Алла уларҙың ни эшләгәндәрен күрә!
72. Уларҙан: «Алла — ул Мәрйәмдең улы Әл-Мәсихтер!» — тигәндәр кафыр булды. Ә Әл-Мәсих уларға: «Эй һеҙ, Исраил балалары! Аллаға — Раббыма һәм Раббығыҙға ғибәҙәт ҡылығыҙ!» — тине. Аллаға тиңдәш тотҡан кешегә Алла ожмахты тыйҙы. Уларҙың һыйыныр урындары — тамуҡ, һәм залимдарға ярҙам итеүсе юҡ!
73. «Алла өстөң өсөнсөһө»,— тигәндәр кафыр булды, ә берҙән-бер илаһтан башҡа илаһ юҡ. Әгәр улар шулай әйтеүҙән тыйылмаһалар, араларынан кафырланғандарға интектергес ғазап тейер.
74. Улар Аллаға тәүбә ҡылмаҫтармы һәм Алланан ярлыҡау һорамаҫтармы һуң? Алла ярлыҡаусы, рәхимле!
75. Мәрйәм улы Ғайса рәсүл генә бит, уға ҡәҙәр ҙә рәсүлдәр булып үтте, ә уның әсәһе тоғро ҡатын. Улар икеһе лә ризыҡ ашай торғайны. Ҡара, Беҙ уларға аяттарҙы нисек аңлатабыҙ, шунан һуң ҡара — ни тиклем юлдан яҙҙырылған улар!
76. «Һеҙгә ҡарата зыянға ла, файҙаға ла хужа булмағанға Алланан тыш табынаһығыҙмы ни, ә бит Алла ишетә һәм белә»,— тип әйт.
77. «Эй һеҙ, китап әһелдәре! Хаҡһыҙ рәүештә динегеҙҙә сиктән уҙмағыҙ, һәм элек аҙашҡан һәм күп кешеләрҙе аҙаштырған һәм тигеҙ юлдан яҙғандарҙың хыял-шәһүәттәренә эйәрмәгеҙ!» — тип әйт.
78. Исраил балалары араһынан кафыр булғандар Дауыт һәм Мәрйәм улы Ғайса телдәрендә ләғнәтләнделәр. Был уларға буйһонмағандары һәм сиктән сыҡҡандары өсөн.
79. Улар үҙҙәренең тыйылған эштәренән туҡтаманылар. Насар уларҙың эшләгән эштәре!
80. Һин уларҙан күптәрҙең иман килтермәгән кешеләр менән дуҫлашыуын күрәһең. Ниндәй насар уларҙың күңелдәре алдан әҙерләп ҡуйған һәм Алланы уларға асыуландырған нәмә! Һәм улар мәңге ғазапта!
81. Әгәр улар Аллаға, һәм бәйғәмбәргә, һәм уға иңдерелгәнгә иман килтергән булһалар, уларҙы дуҫ итмәҫтәр ине, ләкин уларҙың күбеһе боҙоҡ кешеләр!
82. Һин, әлбиттә, иман килтергән кешеләргә дошманлыҡта иң көслө кешеләр тип йәһүҙиҙәрҙе һәм күп илаһҡа табыныусыларҙы табырһың, һәм, әлбиттә, иман килтергән кешеләргә яратыуҙа иң яҡын кешеләр тип, «Беҙ — насраниҙар»,— тигәндәрҙе табырһың. Был — улар араһында ҡиссистар һәм раһиптар булғанға һәм улар тәкәбберләнмәгәнгә.
83. Улар рәсүлгә иңдерелгән нәмәне ишетһәләр, һин уларҙың күҙҙәре хәҡиҡәтте белгәнлектән йәш менән тулғанды күрәһең, улар әйтәләр: «Раббыбыҙ, беҙ иман килтерҙек, беҙҙе шаһиттар менән яҙ!
84. Ни өсөн беҙгә Аллаға һәм беҙгә хәҡиҡәттән килгәндәргә иман килтермәҫкә, Раббыбыҙҙан беҙҙе изге кешеләр менән [йәннәткә] индереүен теләгәс?»
85. Улар шулай әйткән өсөн, Алла уларҙы аҫтында йылғалар ағып торған йәннәт баҡсалары менән бүләкләне, улар унда мәңге ҡалыр. Бына ошо инде яҡшылыҡ ҡылғандарға яза.
86. Ә иманһыҙҙар, Беҙҙең аяттарыбыҙҙы ялғанға иҫәпләгән кешеләр — былары тамуҡ әһелдәре!
87. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Алла хәләл иткән һәйбәт нәмәләрҙе харам ҡылмағыҙ һәм сиктән уҙмағыҙ. Ысынлап та, Алла сиктән уҙғандарҙы яратмай!
88. Алла һеҙгә ризыҡ иткән хәләл һәм һәйбәт нәмәләрҙе ашағыҙ, һәм үҙегеҙ иман килтергән Алланан ҡурҡығыҙ!
89. Алла һеҙҙең әйткән анттарығыҙҙағы еңел аҡыллылыҡ өсөн шелтәләмәй, ләкин, анттарығыҙҙы бәйләүегеҙ өсөн шелтәләй. Бының йоломо — ғаиләгеҙҙе туйҙырған нәмәләрҙең уртасаһы менән ун ярлыны туйҙырырға, йәки уларҙы кейендерергә, йәки ҡолдо азат итергә. Әгәр берәй кеше быларҙы тапмаһа, өс көн ураҙа тоторға тейеш. Ант итһәгеҙ, анттарығыҙҙың йоломо ошо. Анттарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Алла ошолай аңлата һеҙгә Үҙенең аяттарын,— моғайын, һеҙ шөкөр итерһегеҙ!
90. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Хәмер, отош уйыны, һындар, уҡтар [отош уйыны өсөн] — шайтан эшенән булған шаҡшылыҡтар. Уларҙан һаҡланығыҙ, моғайын, һеҙ бәхетле булырһығыҙ!
91. Хәмер һәм отош уйыны менән шайтан һеҙҙең арағыҙға дошманлыҡ һәм нәфрәт һалырға теләй, һеҙҙе Алланы иҫкә алыузан һәм намаҙ уҡыуҙан тайҙырырға теләй. Тыйылырһығыҙмы һеҙ?
92. Аллаға буйһоноғоҙ, рәсүлгә буйһоноғоҙ һәм һаҡланығыҙ! Әгәр йөҙ сөйөрһәгеҙ, шуны белегеҙ: Беҙҙең рәсүлебеҙ өҫтөндә тик асыҡ еткереү генә.
93. Иман килтергән һәм изге эштәр эшләгән кешеләргә ашаған нәмәләрендә гонаһ юҡ, әгәр улар тәҡүәле булһалар һәм иман килтерһәләр һәм изге эштәр эшләһәләр, бынан һуң тәҡүәле булһалар, һәм иман килтерһәләр һәм яҡшы эштәр башҡарһалар,— Алла изге эш эшләгән кешеләрҙе ярата!
94. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Үҙенән йәшерен рәүештә ҡурҡҡандарҙы белеү өсөн һеҙҙең ҡулдарығыҙ һәм һөңгөләрегеҙ һунарҙа алған нәмә менән Алла һеҙҙе һынар. Бынан һуң кем сиктән уҙһа,— кем интектергес ғазап!
95. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Һеҙ ихрамда уаҡытта кейекте үлтермәгеҙ, әгәр һеҙҙән берәй кеше алдан уйлап үлтерһә, язаһы үлтергән хайуан шикелле йорт хайуаны булыр. Һеҙҙең арағыҙҙан ғәҙел ике кеше быны Ҡәғбәгә ебәрелә торған ҡорбан итеп хөкөм ҡылыр, йәки йолом — ярлыларҙы туйҙырыу, йәки быға тигеҙ итеп — үҙенең эшләгән эшенең зыянын татыһын өсөн — ураҙа тотоу булыр. Элек булған эште Алла ғәфү итә. Әгәр берәү яңынан ҡабатлаһа, Алла унан үс алыр. Алла бөйөк, үс алыу эйәһе!
96. Һеҙгә диңгеҙҙә ау аулау һәм уның менән һеҙгә һәм юлсыларға ризыҡланыу хәләл. Һеҙгә ихрамда уаҡытта йоро ерҙә һунарсылыҡ итеү тыйыла. Алланан ҡурҡығыҙ, һеҙ Уға йыйыласаҡһығыҙ!
97. Алла Ҡәғбәне, «Харам өй»ҙө кешеләр өсөн булдырҙы, һәм изге айҙы, һәм ҡорбанлыҡ хайуанын, һәм биҙәктәрҙе. Был — һеҙгә Алланың күктәрҙә һәм Ерҙә булған нәмәләрҙе белеүен белдереү өсөн, һәм Алланың һәр нәмәне белеүсе икәнен белдереү өсөн.
98. Белегеҙ: Алла яза ҡылыуҙа ҡаты һәм Алла ярлыҡаусы, рәхимле!
99. Рәсул өҫтөндә — еткереү генә, ә Алла һеҙҙең күрһәткәнегеҙҙе һәм йәшергәнегеҙҙе белә!
100. «Әгәр һине әшәкелектең күплеге ғәжәпләндерһә лә, әшәкелек менән яҡшылыҡ бер булмаҫ»,— тип әйт. Эй, аҡылдары булғандар, Алланан ҡурҡығыҙ — моғайын, бәхетле булырһығыҙ!
101. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Һеҙгә асылғанда һеҙҙе ҡайғыртасаҡ нәмәләр тураһында һорашмағыҙ. Әгәр һеҙ ул турала Ҡөрьән иңгән уаҡытта һораһағыҙ, улар һеҙгә асылыр. Улар өсөн Алла ярлыҡаны инде. Алла ярлыҡаусы, баҫынҡы!
102. Улар тураһында һеҙгә ҡәҙәр булған кешеләр һорағайнылар, һуңынан улар шул сәбәпле кафыр булып китте.
103. Алла бахирә, саибә, уасилә, хамир хаҡында бер нәмә лә ҡушманы, әммә кафырҙар Аллаға яла яға, һәм уларҙың күбеһе белдекһеҙ.
104. Әгәр уларға «Алла иңдергән нәмәгә һәм рәсүлгә килегеҙ»,— тиһәләр, улар: «Аталарыбыҙҙы нимәлә торғандарын тапҡанбыҙ, шул беҙгә етер!» — тиҙәр. Уларҙың аталары бер нәмә лә белмәһә ләме һәм тура юлда булмаһа ламы?
105. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Үҙегеҙҙең йәнегеҙ тураһында ҡайғыртыу — һеҙҙең өҫтөгөҙҙә. Әгәр һеҙ тура юлдан барһағыҙ, аҙашҡан кешеләр һеҙгә зыян итә алмаҫ. Барығыҙ ҙа Аллаға ҡайтасаҡһығыҙ, һәм Ул һеҙгә эшләгән эштәрегеҙ тураһында хәбәр итер!
106. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Сәфәрҙә йөрөгәнегеҙҙә үлем бәләһенә тарыһағыҙ һәм һеҙҙең берәүегеҙгә үлем сәғәте етһә, уасыят уаҡытында арағыҙҙан ике ғәҙел кеше йәки һеҙҙән булмаған ике кеше һеҙҙең өсөн шаһит булһын. Әгәр шикләнһәгеҙ, уларҙы намаҙҙан һуң тотоғоҙ, һәм улар: «Беҙ уны яҡындарыбыҙға булһа ла, бер ниндәй ҙә хаҡҡа һатмаясаҡбыҙ һәм Алла антын йәшермәйәсәкбеҙ, ысынлап та, ул саҡта беҙ гонаһлы булырбыҙ!» — тип, Алла менән ант итерҙәр.
107. Әгәр уларҙың икеһе лә гонаһта ғәйепләнеүгә хаҡлы булһа, ул саҡта уларҙың урынына икенсе икәү баҫа, уларға ҡарата беренсе икәү ғәйепле булғандарҙан, һәм улар: «Беҙҙең шаһит булыуыбыҙ теге икәүҙекенә ҡарағанда дөрөҫөрәк. Беҙ сиктән уҙмайбыҙ, әгәр сиктән уҙһаҡ, беҙ залим кешеләрҙән булырбыҙ»,— тип, Алла менән ант итерҙәр.
108. Был — шаһитлыҡты ошо рәүештә ҡалыуҙарына йәки уларҙың анттарынан һуң тағы анттар ҡабатланыр тип ҡурҡыуҙарына яҡыныраҡ булыр. Алланан ҡурҡығыҙ һәм тыңлағыҙ, боҙоҡ кешеләрҙе Алла тура юлға күндермәй!
109. Ул көндө Алла рәсүлдәрҙе йыйыр һәм: «Һеҙгә ниндәй яуап бирелде?» — тип һорар. Улар: «Беҙҙең белемебеҙ юҡ, Һин йәшерен нәмәләрҙе беләһең бит»,— тип әйтерҙәр.
110. Шул уаҡыт Алла әйтер: «Эй һин, Мәрйәм улы Ғайса, һиңә һәм һинең әсәңә булған Минең ниғмәтемде иҫкә төшөр. Мин һине Изге рух менән көсәйттем, һин бишектә лә, ҙурайғас та кешеләр менән һөйләштең, һәм хикмәтте, һәм Әт-Тәүратты, һәм Әл-Инжилде өйрәттем. Бына һин Минең рөхсәтем менән балсыҡтан ҡош яһайһың һәм уға өрәһең, һәм Минең рөхсәтем менән ул ҡош була, һәм Минең рөхсәтем менән тома һуҡырҙарҙы һәм махау ауырыулы кешеләрҙе шифалайһың, һәм Минең рөхсәтем менән үлектәрҙе тергеҙәһең. Һәм бына һин асыҡ аяттар менән уларға килгәс, Мин һинән Исраил балаларын тыйҙым. Һәм уларҙан кафыр булғандары: «Был — фәҡәт асыҡтан-асыҡ сихыр ғына бит!» — тинеләр.
111. Һәм бына Мин хауариҙарҙың күңелдәренә: «Миңә һәм Минең рәсүлемә иман килтерегеҙ»,— тигән үәхи ҡылдым. Улар; «Беҙ иман килтерҙек, беҙҙең бирелеүебеҙгә [мосолман булыуыбыҙға] шаһит бул!» — тинеләр».
112. Бына шул уаҡыт хауариҙар: «Эй һин, Мәрйәм улы Ғайса, Раббың Күктән беҙгә ашамлыҡ менән ашъяулыҡ төшөрә аламы?» — тинеләр. Ул: «Әгәр һеҙ иман килтергән булһағыҙ, Алланан ҡурҡығыҙ!» — тине.
113. Улар: «Беҙ уны ашарға теләйбеҙ, һәм беҙҙең күңелдәребеҙ тынысланыр, һәм унан һинең һүҙеңдең дөрөҫлөгөн белербеҙ, һәм беҙ шул турала шаһит булырбыҙ»,— тинеләр.
114. Мәрйәм улы Ғайса: «Әй, Алла, Раббыбыҙ! Беҙгә Күктән ашамлыҡ менән ашъяулыҡ төшөр, был — беҙҙең беренселәребеҙгә лә, һуңғыларыбыҙға ла байрам булыр, һәм Һинән аят булыр. Ризыҡландыр беҙҙе. Һин — ризыҡ биреүселәрҙең иң яҡшыһы!» — тине.
115. Алла: «Мин һеҙгә уны ебәрермен, әммә бынан һуң һеҙҙән кем дә булһа кафыр булһа, Мин уны шундай ғазап менән ғазаплармын, ундай ғазап менән Мин ғәләмдәрҙең береһен дә ғазапламайым!» — тине.
116. Һәм бына Алла әйтте: «Эй һин, Мәрйәм улы Ғайса, әллә һин кешеләргә: «Алланан башҡа мине һәм минең әсәйемде ике илаһ итеп тотоғоҙ»,— тип әйттеңме?» Ул әйтте: «Дан Һиңә! Әйтергә хаҡым булмаған нәмәне нисек инде миңә әйтергә мөмкин? Әгәр мин әйтһәм, Һин уны беләһең бит. Һин минең күңелемдәген беләһең. Һин — йәшерендәрҙе белеүсе.
117. Һин әмер иткәндән башҡа, мин уларға бер нәмә лә әйтмәнем, «Аллаға — Раббыма һәм Раббығыҙға — ҡоллоҡ ҡылығыҙ!» — тинем. Мин улар араһында булған саҡта, уларға ҡарата шаһит булдым. Инде Һин мине уафат иткәс, Һин Үҙең булдың уларҙың күҙәтеүсеһе, һәм Һин — һәр нәмәнең шаһиты!
118. Һин уларҙы ғазаплайһың икән — улар Һинең ҡолдарың. Әгәр инде ғәфү итһәң, Һин бөйөк, хикмәтле бит!»
119. Алла: «Ошо көндө хаҡ һөйләүсе кешеләргә хаҡлыҡтары файҙа бирер. Уларға аҫтында йылғалар ағып торған йәннәт баҡсалары булыр, улар унда мәңге ҡалыр!» — тине. Алла уларҙан ҡәнәғәт, улар Алланан ҡәнәғәт. Был — оло табыш!
120. Күктәрҙә һәм Ерҙә һәм уларҙа булған нәмәләр өҫтөндәге хакимиәт Аллала! Һәм Ул һәр нәмәгә ҡөҙрәтле!