Jump to content

Әль-Ләйл сүрәһе

From Wikisource


Әл-Ләйл СҮРӘҺЕ
автор Мөхәммәт Кәрим
Сығанаҡ: Ҡөрьән Кәрим (Сауд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙерге башҡорт яҙмаһы менән бирелгән транскрипцияһы, башҡортсаға тәржемәһе). — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992, 960 бит.


-

Ҡөрьән Кәрим
Д. Кинельский тәржемәһе, башҡортсаға Ф.Н.Байышев, Д.Д.Мәһәҙиев


'


1. ӘЛ-ЛӘЙЛ (ТӨН) СҮРӘҺЕ

Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!

1. Ҡаплаған уаҡыттағы төн менән ант итәм!

2. Һәм балҡыған уаҡыттағы көн менән ант итәм!

3. Һәм ирҙе һәм ҡатынды барлыҡҡа килтереүсе менән ант итәм!

4. Ысынлап та, һеҙҙең ынтылыштарығыҙ төрлө-төрлө!

5. Кем [хәйер-саҙаҡа] бирә һәм [Алланан] ҡурҡа,

6. һәм иң гүзәл нәмәне [үәхиҙе] хаҡ тип иҫәпләй,

7. Беҙ уға эштәрен уңышлы, еңел итербеҙ.

8. Ә кем бөхилләнә һәм байый,

9. һәм иң гүзәл нәмәне ялған тип иҫәпләй,

10. Беҙ уны ауырлыҡҡа йүнәлдерербеҙ.

11. Һәләк булған уаҡытта мөлкәте ҡотҡармаҫ уны.

12. Ысынлап та, тура юлдан алып барыу Беҙҙең өҫтөбөҙҙә.

13. Һәм, ысынлап та, ахирәт тә, был донъя ла Беҙҙеке.

14. Бына Мин һеҙҙе ялҡынлы ут менән иҫкәрттем-өгөтләнем.

15. Унда гонаһлылар ғына яныр,

16. ялған тип иҫәпләүселәр һәм йөҙ сөйөрөүселәр.

17. Ә тәҡүәле унан [уттан] алыҫ булыр.

18. Мал-мөлкәттәрен сафланыу [зәкәт] өсөн тотоусы,

19. һәм уның һис кемгә лә изгелек күрһәтер бурысы юҡ,

20. мәгәр бөйөк Раббыһының йөҙөн теләп кенә булмаһа инде.

21. Һәм Ул унан риза буласаҡ.