Jump to content

Әлфиәгә яңы күлдәк(хикәйә).А.Хәлилов

From Wikisource
Әлфиәгә яңы күлдәк (хикәйә )
автор Азат Хәлилов
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл, Башҡортостан китап нәшриәте "Әсе шәкәр" Азат Хәлилов -2006


Әлфиәгә яңы күлдәк


 Әлфиәләрҙең атаһы менән әсәһе, йомоштары сығып, күрше ауылға китте. Ҡыҙҙарына үҙҙәре ҡайтҡансы йорт эштәрен эшләй торорға ҡуштылар. Ҡаҙ менән өйрәк бәпкәләрен кинйәкәй Әлфиә ышандырып алып ҡалды. Әсәһе ҡыҙына, яңы күлдәк алып ҡайтырмын, аҡ ерлеккә ал борсаҡ төшөрөлгәнен һайлармын, тине. Гөлфиә шундай күлдәк кейеп йөрөй. Ҡыҙыҡайҙың эй күҙе ҡыҙа ине дуҫына...
Күл буйына бәпкә көтөргә Гөлфиә лә барҙы. Ҡыҙҙар ҡаҙ-өйрәктәрҙе күлгә төшөрҙө. Унан онотолоп ҡомда уйнаны. Балсыҡтан төрлө уйынсыҡтар яһап киптерҙеләр. Уйнап туйыуҙарына яҡын-тирәлә ҡаҙҙар ҙа, өйрәктәр ҙә юҡ ине инде. Әлфиә иламһырап күл буйлап йөрөнө лә өйҙәренә йүгерҙе. Инә ҡаҙ уны асыулы ҡаңғылдап ҡаршы алды. «Бәпкә һаҡламай, ҡайҙа йөрөнөң?»— тигән һымаҡ ишетелде уның яңғырауыҡлы тауышы. Инә ҡаҙҙың борсолоуы юҡҡа түгел икән шул. Ике бәпкә юғалған. Әлфиә нимә эшләргә белмәй торғанда, ҡапҡанан әсәһе күренде. Тулы тоҡ тотҡан атаһы ла килеп инде. Уларҙы күреү менән, Әлфиә илап ебәрҙе.
— Ни булды, балам?— тип, әсәһе ҡыҙын күтәреп үк алды.
—- Мин, мин, бәпкәләрҙе...
— Күреп торам, ҡыҙым, ҡаҙҙарҙы бик яҡшы көткәнһең. Атаһы, ҡайҙа әле теге бүләк?
Атаһының ҡулында нәҡ үҙе теләгән ал борсаҡлы күлдәкте күргәс, Әлфиә тағы ла нығыраҡ иларға тотондо.
Ул арала, ике бәпкә ҡыуалап, ихатаға күрше Хәнифә инәй килеп инде.
— Әлфиә, бәпкәләрең беҙҙекеләргә ҡушылған икән, бына килтерҙем үҙҙәрен,— тип йылмайҙы. Ҡыҙыҡай ҙа илауҙан туҡтаны. Эштең нимәлә икәнлеген аңлаған атаһы менән әсәһе лә көлөп ебәрҙе. Унан икәүләп бәпкәләр эргәһендә ғәйепле генә баҫып торған ҡыҙҙарына яңы күлдәк кейҙерҙеләр. Эйе, эйе, саҡ ҡына ла асыуланманылар. Сөнки улар ғәйебен таный белгән кешенең башҡаса хаталанмаҫҡа тырышасағын яҡшы аңлай.


1996 йыл