Jump to content

Һәр көн һайын колхоз сәскә ата

From Wikisource
Һәр көн һайын колхоз сәскә ата (Шиғыр)
автор Author:Сабир Кинйәкәй
Ижад итеү ваҡыты: 1936 йыл. Нәшер ителгән: №1 3 ғинуар 1936”Ленин байрағы” Редакторы Исхаҡ Байбулатов..





Һәр көн һайын колхоз сәскә ата


Беҙҙең илдә һәр яңы таң,
Ҙур еңеүҙәр тейәп килтерә.
Алғы еңеүҙәргә юлдар һыҙа,
Иҫкеләрҙең нигеҙен емерә.
Һәр көн һайын колхоз япраҡ яра,
Һәр көн һайын сәскә аталар,
Кисә айырым булған хужалыҡтар,
Бөгөн колхоз юлына баҫалар.
Барған һайын колхоз нығый бара,
Нығый бара уның нигеҙе, яңыра.
Һулый барҙы , ҡойҙо сәскәләрен,
Айырымлыҡтың тамыры ҡороно.

Октябрҙең 18 йылында.
Стахановсылар булдыҡ колхоздарҙа,
Ҡыйынлыҡтар булды , ләкин еңдек,
Һәр компаниеның үҙенең ваҡытынды.
Йәшә колхоз, ҡыҙыл сәскә атҡан,
Тамыр йәй һин ныҡлы, тағын да.

Уның өсөн беҙ ризабыҙ,
Ағыҙырға һыңғы ҡанды ла.
Әйҙә алға атла, алға атла,
Алға атла тағы еңеүгә.


1936 йыл


Public domain
This work is in the public domain in countries where the copyright term is the author's life plus 70 years or less. See Copyright.