Jump to content

Һүҙ уйнатыу: Тубырсыҡ. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Тубырсыҡ
автор Гүзәл Ситдиҡова
«Һүҙ уйнатыу» циклынан. Ижад итеү ваҡыты: 2012.


Тубырсыҡ



Әсәй алдында зыр килә
Улы, ҡыҙы, туп, орсоҡ.
Ҡапыл... Ҡайҙан?
Нисек?
Кемдән?
Килеп төштө тубырсыҡ.
Энә төшһә күренерлек,
Шәмдәр балҡый...
Ҡар аҡ... Ай...
Әллә эҙләнеп йөрөймө
Өй башында ҡараҡ, ай!
- Тауҙа шомло ҡара ағай,
Ҡарасы, ҡара, ағай!
Әллә шулай шаяртамы
Биҙрә башлы ҡар ағай?!
... Кет-кет көлә балаларҙан
Баҡсалағы ҡарағай.


2012