Jump to content

Һүҙ уйнатыу: Реклама. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Реклама
автор Гүзәл Ситдиҡова
«Һүҙ уйнатыу» циклынан. Ижад итеү ваҡыты: 2012.


Реклама


Май рекламаларын ҡарай торғас
Теле оҙондарға һәйбәт,
Донъя тулы бит «теле» -
Телевизор, телефонды
Ҡулланмайҙыр тик тиле.
Телебашня, теледиктор,
Телефильм, телемастер...
Ҡайһы мастерҙар - «ломастер»,
Йәғни, тик теле - мастер.
Ҡыҫҡа түгел минең дә тел,
Ҡушамат шуға - «дятел».
Һи, тумыртҡа файҙалысы,
Бик тә кәрәк бындай тел!
Телевизор аша ғына
Күрһәтһендәр телемде,
Рәхәтләнеп ашар инем
Май һыланған телемде.
Икмәк булһын, май бөтмәһен,
Кәрәк түгел реклама -
Тәмлене тел айыра ул
Нимә тип нарыҡлама!


2012