Jump to content

Ҡәбер

From Wikisource
Ҡәбер (шиғыр)
автор Author:Сабир Кинйәкәй
Ижад итеү ваҡыты: 1938. Нәшер ителгән: 1960. Сығанаҡ: "Йыр сафта ҡала" Башҡорт АССР-ы Культура министерствоһының Башҡортостан китап издательствоһы, Өфө, 1960 йыл,184 бит


Ҡәбер



Яр башында,
Күккә тартылып үҫкән
Япа–яңғыҙ имән төбөндә,
Рәшәткәле яңғыҙ ҡәбер тора,
Төрлө уйҙар һалып күңелгә.
Туҡтап үтә унда юлаусылар
Уҙған саҡта уның янынан.
Ҡыҙыл йондоҙ уның баш осонда
Сағылып тора ҡояш нурынан.
Һәр яҙ һайын ҡалҡыу ҡәбер өҫтө
Еҫле сәскәләргә төрөнә.
Ҡарт имән дә, ботаҡтарын эйеп,
Яһап тора уға күләгә.
Ниндәй ҡәбер былай ул бер үҙе,
Кем ул, унда ҡасан күмелгән
Һыу ҡыҙымы, әллә йәш егетме.
Әйтсе йылға!
Әйтсе ҡарт имән!
Телһеҙҙәр шул улар,
Эс серҙәрен,
Шаһит булғандарын һөйләргә,
Ҡәбер - иҫтәлек ул
Ер тетрәткән,
Меңдәр ғүмерен киҫкән көндөргә.
Мең туғыҙ йөҙ
Егерменсе йылдың
Ваҡ ямғырлы көҙгө төнө ине.
Ҡотороноп тын ауылды баҫты
Ҡоралланған аҡтар төркөмө.

Һыҡраттылар әсә, сабыйҙарҙы,
Күгән, йоҙаҡтарҙы ваттылар...
Таң мәле ине,
Батыр комсомолец
Тимерханды тотоп аттылар.
Ул йығылды.
Бөйөк намыҫ аша,
Киләсәккә текәп күҙҙәрен.
Ул йығылды ысын һөйөү менән!
”...Ленин !”- тип һуңғы һүҙҙәрен.
Анты ине был һүҙ,
Тибеше ине,
Көсө ине ҡайнар йөрәктең;
Йондоҙо ине,
Тыны ине был,
Даны ине ҡыйыу йәшлектең.

Ул йығылды .Ләкин уның эше
Йығылманы ергә, ауманы,
Берләштерҙе тарҡау ярлыларҙы,
Дошмандарҙы ҡыуҙы, фашланы.

Ул төҙөгән комсо ойошмаһы
Бер сатҡыһы ине дауылдың,
Мәктәп асты,
Комбед ойошторҙо,
Яҡтыртҡысы булды ауылдың.


Ул сыныҡты,
Йөрәктәргә алып
Байраҡтарҙың һүнмәҫ ялҡыны.
Тыуҙырҙы ул ҡасҡын, бандиттарҙың
Ояларын серек шайкаһын.

Яңғыҙ ҡәбер тора яр башында
Төрлө уйҙар һалып күңелгә,
Унда ята батыр комсомолец,
Шаһит булып дауыллы көндәргә.

Һәр яҙ һайын ҡалҡыу ҡәбер өҫтө
Еҫле сәсәкәләргә төрөнә.
Ҡарт имән дә, япраҡтарын эйеп
Яһап тора уға күләгә.


1938 йыл


Public domain
This work is in the public domain in countries where the copyright term is the author's life plus 70 years or less. See Copyright.