Jump to content

Ҡыҙғатау

From Wikisource
Ҡыҙғатау
автор Азат Хәлилов
Ижад итеү ваҡыты: 2013. Нәшер ителгән: 2013.


Әкиәт

Борон –борон заманда, йәмле Көйөргәҙе буйҙарында йәшәгәндәр,ти әбей менән бабай. Уларҙың береһенән береһе сибәр алты ҡыҙҙары булған,ти. Исемдәре лә бик матур булға. Оло ҡыҙҙары Таңһылыу, унан кесеһе Көнһылыу, унан Айһылыу, Миңһылыу, Яҙһылыу һәм кеселәре Шәфәк исемле булған. Улар хәлле генә йәшәгәндәр. Аттары ла, һыйырҙары ла, һарыҡтары ла булған. Унан тыш улар ҡош- ҡорт та тотҡандар,ти.

Урман кеүек күпереп үҫкән үләндәр, төрлө төҫтәге сәскәләргәкүмелеп, меңәрләгән бөжәк ҡош- ҡортто татлы һутҡа ҡойондорғандар. Сылтырап аҡҡан шишмәләр шифалы һыуҙары менән кейек – януарҙы, ҡош- ҡортто, кешеләрҙе төрлө ауырыуҙарҙан һауыҡтырған. Күл- һаҙлыҡтарҙа ҡырағай ҡоштар йомортҡа һалып, бала баҫып сығарғандар. Улар барыһы ла әбей менән бабайҙы, уларҙың ҡыҙҙарын үҙ иткән.

Шулай матур ғына йәшәп ятҡанда әбей менән бабайҙың сибәр ҡыҙҙары барлығын ен- бәрейҙәр һиҙеп ҡалған,ти. Ҡыҙҙарҙы урларға хыялланғандар. Тик бабай бик мәргән һунарсы ла булған. Тирә- яҡтағы төлкө, бүреләр әллә ҡайҙарға ҡасып бөткәндәр. Ен- бәрейҙәр ҙә бабайҙың мылтығынан бик ҡурҡҡандар. Шуға бабайҙы албырғытып, ситкә алып китер өсөн хәйлә эҙләгәндәр. беркөн бабайҙың иң яратҡан Туры бейәһен тау тишегенә- мәмерйәгә йәшергәндәр. Бабай бейәһе юғалыуға бик ҡайғырған. Мылтығын алып, уны эҙләргә тотонған. Бер аҙ барғас, күҙ күреме алыҫлыҡта ат утлап йөрөгәнен күргән. Уны Туры бейә икән тип, артынан киткән. Ен- бәрейҙәр ат ҡиәфәтенә инеп, бабайҙы һаман алыҫҡараҡ, төпкөлгө алып ингән. Йәшәгән йортонан аплыҫлашҡан бабайҙы ҡалдырып, улар ҡараусыһыҙ ҡалған ҡыҙҙарҙы урлап алып киткәндәр,ти.

Илап шешенеп бөткән әбейҙе күреп, хәлде тиҙ аңлаған бабай. Үҙе ҡайтып кергән Туры бейәһен менеп, мылтығын алып ен- бәрейҙәрҙе ҡыуа сыҡҡан. Ен- бәрейҙәр, бабайҙың ҡыуа төшкәнен күреп, ҡыҙҙарҙы бабайҙан йәшерер өсөн, уларҙы төрлө сәскәгә әйләндергәндәр, ә үҙҙәре ер ааҫтына төшөп юғалғандар,ти. Ҡыҙҙарын эҙләп таба алмаған бабай кире өйөнә ҡайтҡан. Уларҙың малайҙары тыуа. Бик көслө, мәргән, таһыл булып үҫә. Тик бабай көндә сығып ҡыҙҙарын эҙләһә лә, уларҙы таба алмаған.

Һәр кешенән, йәнлек- ҡоштарҙан һорашҡан. Улар ҙа белмәгән ҡыҙҙарҙың ҡайҙа икәнен. Бабай “ҡыҙым алтау ине, алтау, күрһәгеҙ хәбәр итегеҙ” тип йөрөр булған. Бына көҙ ҙә еткән, ҡоштар йылы яҡтарға осорға йыйынған. Бабай уларға:

-Ҡыҙҙарымды күрһәгеҙ сәләм әйтегеҙ, ҡыҙым алтау ине, алтау-,тип әйтеп ебәргән. Һағыштан үҙе лә ҡошҡа әйләнгән дә ҡуйған,ти. Ҡыҙҙарын ҡыҙым алтау ине тип, эҙләгәнгә күрә, “ҡыҙмалтау” тип саҡырыр булған. Ә ҡыҙҙары Таңһылыу- Сөмбөлгә, Көнһылыу-Көнбағышҡа, Айһылыу- төн сәскәһе төнбойоҡҡа, Яҙһылыуы- яҙ сәскәһе Умырзаяға, Миңһылыуы Ала миләүшәгә, Шәфәғе- Йондоҙ сәскәһенә әүерелгән булған.

Шулай итеп, тағы ла яҙ килгән, бабай кире Көйөргәҙе буйҙарына әйләнеп ҡайтҡан. Һаман да “Ҡыҙмалтау” ине тип ҡысҡырыр булған. Ә ҡыҙҙары бабайға тауыш бирә алмағандар. Ваҡыт үтә торған. Әбей бабайын көтө- көтә ҡартайып вафвт булған. Улдары тирә яҡты һоҡландырып, батыр егет булып үҫеп еткән Унан ырыу-ырыу балалар таралған. Олаталарының тауышын һаман да өҙөлөп тыңлайҙар икән. Ҡыҙғатау тигән ҡош шулай таралған. Улар күмәкләшеп, тыуған яҡтарына, Көйөргәҙе буйҙарына ҡайтып йәйләп, балалар сығарып, һаман да бабайҙың ҡыҙҙарын эҙләйҙәр,ти.