0%

Ҡышҡы юл

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Ҡышҡы юл (Шиғыр)
автор Author:Сабир Кинйәкәй
Ижад итеү ваҡыты: 1938 йыл. Нәшер ителгән: “Ленин байрағы” №96 1940.


Ҡышҡы юл



Бабай менән- юлсылар беҙ,
Ул эстән көйләп килә,
Мин, студент, педвузымдан,
Ҡунаҡҡа ҡайтам өйгә.
Башын ҡағып бара ҡашҡа,
Бөркөлөп ҡала тыны.
Аҫылып килә ҡолаҡҡа,
Өшөттөргөс ел йыры.
Күбектәй йомшаҡ мамыҡҡа
Елбиҙәк һипкән кеүек,
Юл буйынса һибәләй аҡ ҡар,
Күҙ ҡыҫа ем-ем итеп.
Һыуыҡ, Ҡашҡа моронона
Боҙ булып туңып бара,
Йә сана аҫтына ҡалып,
Әсе итеп һыҙғыра.
Шатлыҡ, дуҫтар, күрәһең,
Йөк булалмайҙыр инде-
Юҡһа ҡашҡа, юртыу түгел,
Тарта ла алмаҫ ине.
Бабай менән-юлсылар беҙ,
Ул эстән көйләп килә.
Мин, студент, педвузымдан,
Ҡунаҡҡа ҡайтам өйгә.


1938 йыл


Public domain
This work is in the public domain in countries where the copyright term is the author's life plus 70 years or less. See Copyright.