0%

Ҡара айғыр тураһында әкиәт

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Ҡара айғыр тураһында әкиәт (шиғыри әкиәт)
автор Author:Сабир Кинйәкәй
Ижад итеү ваҡыты: 1941. Нәшер ителгән: 1960. Сығанаҡ: "Йыр сафта ҡала" Башҡорт АССР-ы Культура министерствоһының Башҡортостан китап издательствоһы, Өфө, 1960 йыл,184 бит


Ҡара айғыр тураһында әкиәт


Бер һунарсы булған ти бик борон заман,
Һәм ул бик данлы ҡара айғыр аҫыраған.
Был һунарсы йәнлектәрҙе бик күп тотҡан,
Бөтә ергә билдәле ҙур даны сыҡҡан,
Бар кешеләр ҡарағандар хөриәт менән,
Һунарсы ла халыҡтарҙы сикһеҙ һөйгән.

Һунарсы бик яратҡан ти үҙ айғырын,
Тейҙермәгән айғырына ел- ямғырҙы,
Айғыр менән үткәргән ти бар ваҡытын,
Уға ғына биргән булған уйын, дәртен.

Көтөүгә лә ебәргән ти ялын тарап,
Ҡаршы алған ҡайтҡанында көлөп ҡарап:
-“Эй малҡайым,көттөм һине бик һағынып,
Ҡара таңдан ҡапҡаларҙы асып ҡуйып”.

Кешнәп килгән ҡара айғыр күкрәк киреп,
Ә һунарсы тотоп алған наҙлап һөйөп.
Бына бер көн ҡара айғыр арып ҡайтҡан,
Йылтырап торған өҫтәренә тирҙәр ҡатҡан.

Быны күреп һунарсының төҫө ҡасҡан.
Эштең серен белергә уйлап башын ватҡан.
Был һунарсы уйлай-уйлай йонсоп бөткөн,
Ҡатынын саҡырып эргәһенә кәңәш иткән:
” Гүзәл ҡатыным,күрәһеңме,төҫөм киткән
Минең ҡара айғырыма ни булды икән?’’
Тын да алмай шәп һунарсы хәбәр көткән.

Ҡатыны “белмәйемләп “ сығып киткән.
Арып ҡайтҡан айғыр тағын иртәгеһен
Бөрсөк-бөрсөк тирҙәр тамған өҫтәренән.
Һунарсы:”был эш яңғыҙ барып сыҡмаҫ”,-тигән,
Ауыл халҡын йыйып алып кәңәш иткән,
“Иптәштәрем,күрәһегеҙ төҫөм киткән,
Минең ҡара айғырыма ни булды икән?
Һәр таң һайын лыс һыу булып тирләп ҡайта”.
Тып-тын тороп тыңлаған ти бөтә халыҡ,
Һунарсының һүҙҙәренә хайран ҡалып .

Шул ваҡытта ҙур мыйыҡлы батыр егет
Һүҙ башлаған, алға табан сыға биреп:
“Ҡайғыраһың һин, һунарсы, яҡшы беләм:
Тыңлаһаң, мин һиңә кәңәш бирәм:
Сит ҡул тейһә кәрәк һинең айғырыңа,
Йөрөтөү кәрәк һәр саҡ уны ҡарауылда”.

“Дөрөҫ“, - тигән барлыҡ халыҡ бер ауыҙҙан,
Һунарсы ла көлөп ҡуйған ҡыуаныуҙан.
Һәм әйткән батыр егет күкрәк ҡағып:
“Шәбәйтермен мин ул атты үҙем ҡарап”.

Айғырҙы өс төн һаҡлаған ти батыр егет,
Янынан һис китмәй, тирләп,йөрөп:
Дүртенсе көн яҡындағы ҙур урмандан
Бер шүрәле атлап килгән атҡа табан,
Батыр егет йәшеренгән ҡарар өсөн,

Шүрәленең ни эшләүен һынар өсөн.
Тотоп менгән шүрәле ҡара айғырҙы.
Алға сапҡан, ҡарамаған уңды –һулды...
Ҡара айғыр тағы арып, тирләп ҡайтҡан,
Өҫтәренә ап-аҡ булып тирҙәр ҡатҡан.

Һунарсыға батыр әйткән белгәндәрен,
Ҡара төндә ҡарауылда күргәндәрен.

Һунарсы белгән хәҙер төп нәмәне-
Ҡара айғырҙы арытыусы шүрәлене.
“Шунан,-- тигән һунарсы был батырға,-
Шүрәлене нисек итеп аңҡайтырға?”

“Иптәшем, -тигән батыр һунарсыға-
Бында кәрәк минеңсә тик ыҫмала ғына”.
“Дөрөҫ” ,- тигән һунарсы был батырға,
Һәм алдырған шул көндө үк ыҫмала.

Ыҫмалалағандар һыртын ҡара айғырҙың,
Шүрәленең тап атлана торған урынын.
Тағы көтөүгә ебәргәндәр ҡара айғырҙы,
Айғыр киткән тып-тып баҫып аяҡтарҙы.

Бына бер саҡ шүрәле сыҡҡан ҙур урмандан
Туп- тура килгән ыҫмалалы атҡа табан.
Тотоп менгән шүрәле ҡара айғырҙы,
Алға сапҡан ҡарамаған уңды-һулды.

Төнө буйы сапҡан шүрәле айғыр менән.
Таңға табан ташлап китеү уйы менән.
Әкрен генә таң һыҙылған, ҡояш сыҡҡан,
Был шүрәле ат өҫтөндә өйгә ҡайтҡан.

Шүрәле ҡысҡырған түгә-түгә күҙ йәштәрен,
“Белмәнем”,-тип егеттәрҙең был эштәрен.
Һунарсы ла, ти ,шүрәле әле һаман...
Шуның менән әкиәтем минең тамам.


1941 йыл

Public domain
This work is in the public domain in countries where the copyright term is the author's life plus 70 years or less. See Copyright.