0%

Ҡараңғылыҡта. Шәйехзада Бабич

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Ҡараңғылыҡта (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Ижад итеү ваҡыты: 1916.


Ҡараңғылыҡта


Яҡты эҙләп, күккә баҡтым, яҡты нурҙар инмәне;
Ергә баҡтым - ер ҡараңғы, күҙ сәсәктәр күрмәне.

Шунда минән көлдө йондоҙ, көлдө ай күктән ҡарап;
Ник ғазаплайҙар мине? Унһыҙ ҙа йән күптән кәбаб.

Урғылып ҡайнап сыға күкрәк төбөмдән утлы ғәм,
Күкрәгемә сәнсәләр миллион зәһәрле уҡ менән.

Яҡ-яғың дөм-дөм ҡараңғы, нишләреңде белмәйһең;
Һис ирекһеҙ күҙҙәрең шешкәнсе үкһеп илайһың.

Күктәге йондоҙ тағы нығыраҡ йымылдай, күҙ ҡыҫа:
Күктә булғас та үҙең, һин ник мине мыҫҡыллайһың?

Һин дә, ай, бик эреләнеп, керпек тә ҡаҡмай көлмә әле;
Кил минең урыныма төш, шунда танырһың донъяны!..


1916