0%

Ғорур йәшә, Башҡортостан! (Шиғыр)

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Ғорур йәшә, Башҡортостан! (шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (9-сы бит) ISBN 5-295-03798-3


Ғорур йәшә, Башҡортостан!


Башҡортостан, илем, һиңә һүҙем –
Ҡылғандарҙың елгә бышылдауы,
Шишмә, йылғаларҙың тулҡын шауы,
Толпар аттың тояҡ тупылдауы
Йөрәк тибешемә ҡушылғаны…

Башҡортостан, илем, һиңә һүҙем –
Башаҡтарҙың емгә тулышҡаны,
Бал-шәрбәтле сәскә яланыңда,
Елбер күбәләктәр араһынан
Ҡоралайҙар сабып уҙышҡаны.

Күҙҙәреңә – зәңгәр күлдәреңә
Мин һаман да текләп өнһөҙ ҡалам.
Уйымда ла, һүҙемдә лә – һөйөү!
Һинең менән бергә йөрәк ярам.

Ниндәй генә хәлгә тарыһаң да
Берҙән-бергә, һөйгән йәргә тиң юҡ.
Башҡортостан, ғәләм ҡосағында
Беләм, һиңә тиңләшерлек ил юҡ!

Башҡортостан!
Шанлы үткәнең бар!
Донъя шаулатырлыҡ даның бар!
Башҡортостан, йәшә, ғорур йәшә,
Мәңге һиңә тоғро халҡың бар!





This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.
Permission is granted to copy, distribute and/or modify this document under the terms of the GNU Free Documentation License, Version 1.2 or any later version published by the Free Software Foundation; with no Invariant Sections, no Front-Cover Texts, and no Back-Cover Texts. A copy of the license is included in the section entitled GNU Free Documentation License.