Көнөм, мин тыуҙырған сабый.
Ырыҫыма ҡойондорам,
Ғүмерҙең нур-арауығын
Күкрәгемә ҡыҫып торам.
Көнөм – сабый.
Һәр сәғәтең
Өс-дүрт йылға тиң үҫерһең,
Егерме дүрт сәғәттә лә
Бер ғүмерлек юл үтеһең.
Бәхетлемен!
Бергә-бергә
Һине тәпәй атлатамын,
Кешелекле, йомарт бул, тип,
Ҡағиҙәләр ятлатамын.
Баҫып торған ергенәңде –
Бишегеңде – ҡурсала, тим,
Иртән һин юҡ,
Бары бөгөн –
Батша, хаҡим, урталаһың!
Һин – минеке!
Мин – һинеке!
Изгелектәр ҡылып өлгөр!
Зәғифләнмә, ғәрипләнмә,
Һин – ғаләмгә осор шөңгөр,
Һин – киләсәк юраусыһы,
Тайпылма һис һуҡмағыңдан,
Хәркәттә – бәрәкәт, ти,
Һаҡлана күр туҡталыуҙан…
Хушлашҡанда минең менән
Фатиха бир, аҡһаҡалым,
Иртән тыуыр сабыйға ла
Күсһен һинең аҡыл, даның!
Көнөм – мин тыуҙырған сабый!