Яңғыҙ ғына ҡалғым килә

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Яңғыҙ ғына ҡалғым килә (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 25.03.1990.. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (62-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Яңғыҙ ғына ҡалғым килә


Яңғыҙ ғына ҡалғым килә,
Һүнер-һүнмәҫ янғым килә,
Уйҙарымдаң ҡосағына
Шыр яланғас ауғым килә.
Хистәремде йөрәгемдән
Устарыма һалғым килә,
Һөйөүемдең көлдәренә
Йәштәр булып тамғым килә,
Шәрә өмөт баҫыуына
Ямғыр булып яуғым килә…
Яндарыма килмә, теймә!
Яңғыҙ ғына ҡалғым килә…
Янғым килә…



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.