Йыуатмағыҙ мине

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Йыуатмағыҙ мине (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (63-сө бит) ISBN 5-295-03798-3


Йыуатмағыҙ мине


Йыуатмағыҙ мине, йыуатмағыҙ –
Йөрәгемә суйын ҡойолған:
Шатлыҡ өләшергә барған инем,
Ҡайтып киләм ҡайғы туйынан.
Ҡайнар һөйөү бүләк иткән инем –
Һалҡын нәфрәт уста – күстәнәс,
Шәрбәт кенә тиһәм,
               алдырымда
Әсе йәшем тулы бер тәгәс…
Йыуатмағыҙ мине, йыуатмағыҙ,
Күңел яралары ҡанһырай…
Йылмайым та ҡалҡыр ҡояш таңда,
Байыһа ла бөгөн тонйорап.



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.