100%

Яҙ. М.Аҡмулла

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Яҙ
автор Мифтахетдин Аҡмулла (1831—1895)
Ҡара Йөкмәтке. Сығанаҡ: Әхәт Вилданов. Аҡмулла. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 224 бит.Аҡмулла сайты


Яҙ


Ҡыҫмаҡ үтеп, ҡыш үткән һуң, килде яҙ,

Ҡыйҡыулашып, килде осоп өйрәк-ҡаҙ.

Ян-януар йәшел үләнгә сығып,

Көллө ғәләм шатланышып булды мәж;.

Ерҙең өҫтө бәрхәт кеүек йылтырар,

Күктә — монар, ерҙән быуҙар борҡорар.

Арыҡ малдар йәшел үләнгә туйып,

Ҡырҙан өйгә уйнаҡлашып ҡайтырҙар.

Тирбәлешеп, тәрән күлдәр шалҡыйҙыр[1],

Төрлө ҡоштар дәртләнешеп ҡалҡыйҙыр.

Күлдә һылыу томбойоҡтар сайҡала,

Иҫерткес көслө йәш еҫ аңҡыйҙыр.

Ҡупшы ҡыҙҙай шишмә аға сылтырап,

Алыҫта монар ята тонйорап.

Турғай сырлап, былбыл йырлап һайраша,

Теле сыҡҡан йәш балалай былдырлап.



Иҫкәрмәләр

  1. Шалҡыу (ҡ.) — сайҡалыу