100%

Күкләм. М.Аҡмулла

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Күкләм
автор Мифтахетдин Аҡмулла (1831—1895)
Ҡара Йөкмәтке. Сығанаҡ: Әхәт Вилданов. Аҡмулла. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 224 бит.Аҡмулла сайты


Күкләм*


Китте инде ҡыштың ыжғыр ҡыҫмағы,
Күкләм килде, китеп ҡәһәр ҡыш тағы.
Ҡыштың буйы бөрөшкән зат әлһерәп,
Күрҙе сығып көндөң күҙен тыштағы.
Ҡыштың ҡыҫмаҡ көндәре үтте берәмләп,
Ҡарҙар иреп, һыуҙар аҡты гөрөлдәп.
Ярым тере булып сыҡҡан йәнлеккә
Ҡояш та ҡарай кеүек көлөмһөрәп.
Күк тонйорап, күтәрелә ерҙән быу,
Ҡыҙ балалар сырҡылдаша геү ҙә геү.
Йылҡы кешнәй, йәш дөйә, ҡуй мөңөрәй,
Эттәр өрә, балалар ҙа — ыу ҙа ыу!
Ян-януар ҡайта яҙға кинәнеп,
Бауырың төшөп, иркәләйһең энеңдәй.
Ерҙең йөҙө йәйрәп ята йәшәреп,
Эй, тәңрем, рахманың киң тигәндәй.
Йән — рәхәттә. Шундай тыныс тирә-яҡ,
Һыуҙар аға, гөрөлдәйҙәр шишмәләр.
Ергә ҡыйып аяғыңды баҫҡыһыҙ —
Хас та келәм түшәгәндәй тирә-яҡ.



Аңлатмалар

  • «Күкләм», «Яҙ», «Көҙ», «Төн менән көн», «Һыу», «Ел», «Ут» һәм «Тупраҡ» шиғырҙары беҙгә Аҡмулланың Сәкен Сәйфуллин төҙөп нәшер иткән «Өлең жыйнағы» (Алма-Ата, 1935) аша ғына билдәле. Әҫәрҙәрҙең исеме ошо йыйынтыҡтағыса алынды.

Иҫкәрмәләр