Jump to content

Яҙмаһын тик һиңә

From Wikisource
Яҙмаһын тик һиңә (шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 1986 йыл. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (21-се бит) ISBN 5-295-03798-3


ЯҘМАҺЫН ТИК ҺИҢӘ


Йөрәгем тоҡанған һөйөүҙән,
Һаҡла һин уны тик көйөүҙән:
Үҙәккә үтерлек боҙ ташла –
Түҙермен иң әсе көлөүгә!
Күңелем алҡымын тултырып,
Һағышым түгеләм тигәндә,
Мең рәхмәт әйтергә әҙермен
“Һөймәйем…” тигән хат ебәрһәң.
Һөймәйем, тигән хат...
Мин әҙер
Янырға, көйөргә, үлергә...
Яҙмаһын тик һиңә, тик һиңә
Бындай ҙа көндәрҙе күрергә.




This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.
Permission is granted to copy, distribute and/or modify this document under the terms of the GNU Free Documentation License, Version 1.2 or any later version published by the Free Software Foundation; with no Invariant Sections, no Front-Cover Texts, and no Back-Cover Texts. A copy of the license is included in the section entitled GNU Free Documentation License.