Тулған Айым

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Тулған Айым (шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 02.07.2001. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (21-се бит) ISBN 5-295-03798-3


ТУЛҒАН АЙЫМ


Тулған Айым минең, тулған Айым,
Ер тирәләй һәр көн, һәр төн һайын,
Әйләнәһең, әйләнәһең һаман,
Ҡауышырға һис табалмай яйың.
 
Яҡыная алмай бер булаһың,
Ерҙең ғорурлығын ҡыя алмай,
Татлы төш күргәндә,
Ер йөҙөнә,
Ер битенә ҡарап туя алмай.
 
Таң керпеген асып, Ҡояш баҡҡас,
Йәшеренеп офоҡ шаршауына,
Сит-ят күҙгә күренмәйсә генә,
Текләйһең бит барыбер ҙә Ер шарына.
 
Тулған Айым минең, тулған Айым,
Ҡыйырсыҡтай ғына ҡалғанда ла,
Һин тоғроһоң өнһөҙ мөхәббәткә,
Йыһан аша быуат ауғанда ла.
 
Һинең тоғролоҡтан, һөйөүеңдән,
Ғашиҡтарҙың төнө тулған Айлы,
Ә күңелдәр шуға ун һигеҙҙә –
Өмөт уты балҡый һәр төн һайын…
Тулған Айым минең, тулған Айым!



Иҫкәрмәләр


CC SomeRightsReserved.png
Cc-by white.svgCc-sa white.svg
This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.
Heckert GNU white.svg
Permission is granted to copy, distribute and/or modify this document under the terms of the GNU Free Documentation License, Version 1.2 or any later version published by the Free Software Foundation; with no Invariant Sections, no Front-Cover Texts, and no Back-Cover Texts. A copy of the license is included in the section entitled GNU Free Documentation License.