АПТЫРАҒАН МИНУТТАРҘА
Мең төрлө уй, ҡатты баш,
Ни эшләргә лә аптыраш:
Яртым яна, яртым туңа,
Йәнем үлде яртылаш.
Ҡаҡты тулҡын, аҡты йәш,,
Һүҙҙә ләғнәт, күҙҙә хәсрәт,
Эстә дәһшәт, ҡалтыраш.
(Булмай шул эш буталғас —
Мәсет таш, мулла йүкағас!)
Юл батҡаҡ вә лайла,
Ҡул-аяҡ бығауҙа,
Ҡыймылдап булмай ҙа!
Вә!.. хәсрәт, вә вәйла!
Ут йөрөй үҙәктә,
Эс яна дозахта,
Урғылып ялҡындар,
Тоташты йөрәккә.
Йондоҙом өмөтһөҙ,
Күҙ илай өҙлөкһөҙ.
Ҡаҙалһын донъяһы —
Күңелгә ҡыҙыҡһыҙ.
Ян, бисара йән,
Там, ҡап-ҡара ҡан,
Көлһөн бөтә йыһан
Шәйехзада бисаранан!
Дозах — йәһәннәм.
© Шәйехзада Бабич. 1915 йыл.
|
|