100%

Яманға ялынмағыҙ... М.Аҡмулла

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Яманға ялынмағыҙ...
автор Мифтахетдин Аҡмулла (1831—1895)
Ҡара Йөкмәтке. Сығанаҡ: Әхәт Вилданов. Аҡмулла. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 224 бит.Аҡмулла сайты


Яманға ялынмағыҙ...*


Яманға ялынмағыҙ, малы бар, тип,

Әйткәндәр: ямандың күңеле тар, тип.

Борондан заты нәжес булғандан һуң,

Сусҡаны кем һыйпай һуң януар тип?



Аңлатмалар

  • «Яманға ялынмағыҙ...» Шиғырға ҡулъяҙмала (Дусмайыл Ҡасҡынбаев) шундай аңлатма бирелгән: «Дәхи ҙә шул тарафтарҙа (Күксәтау яҡтарында. — Ә. В.) йөрөгәндә булырға кәрәк, бер әҙәм бер кемсәнән аласағын һорап даулашҡан ваҡытында Аҡмулла мәрхүмдең... әйткән һүҙҙәре». Артабан, шиғырҙан һуң: «Шунда әлеге ҡаҙаҡ: «Эй, һинең ниең бар, минең алаһымды алдырмайһыңмы?» — тип Аҡмуллаға асыуланып әйткәнендә, Аҡмулланың ул кемсәнәгә әйткән һүҙҙәре:
Баймын, тип батырмын, тип уйлайһыңмы,
Ғибрәт һүҙ менән әйткән, аңлайһыңмы?
Фәҡиргә көсөң еткән ҙурлыҡ ҡылып —
Алдына бер хоҙайҙың бармайһыңмы?! — тип китеп барған», — тип ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр