100%

Жөда. М.Аҡмулла

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Жөда
автор Мифтахетдин Аҡмулла (1831—1895)
Ҡара Йөкмәтке. Сығанаҡ: Әхәт Вилданов. Аҡмулла. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 224 бит.Аҡмулла сайты


Жөда


Ҡотобона нур төшмәй, матур булмаҫ был йыһан,
Һайрамаҫ былбыл да, булһа гөлстандан жөда.
Эй туғаным, ник һорайһың был әсиреңдең хәлен?
Һеҙгә салус* әфсүн әйтһен, булһа иҡрарынан жөда.
Ни ғәжәп: бешкән емештән татлылыр был йәш ваҡыт,
Әммә булдым сәскәләй гүзәл был дәүрандан* жөда.
Ҡайғы-хәсрәт тарта-тарта, башта һушым ҡалманы,
Ғүмерендә бер булманым ҡайғы-хәсрәттән жөда.
Ғүмерем буйы көйә-көйә, йөҙҙә нурым ҡалманы,
Яңғыҙ булмағанмын тик бер ғәзиз йәнемдән жөда.



Аңлатмалар

  • Салус (ғ.) — икейөҙлө, татлы һүҙле алдаҡсы, хәйләкәр
  • Дәүран (ғ.) — дәүер, мәл, осор, ғүмер.