Jump to content

Эт менән бесәй ниңә дуҫ түгел?

From Wikisource
Эт менән бесй ниңә дуҫ түгел?
автор Азат Хәлилов
Ижад итеү ваҡыты: 2013. Нәшер ителгән: 2013.


Әкиәт


Ҡасандыр эт менән бесәй бик татыу булғандар. Хатта бергй йәшәгәедәр, ти. Эт өй һаҡлаған, ашарға тапҡан. Бесәй өй эсендәге эштәрҙе эшләгән, ашарға бешергән, ти. Шулай бик татаыу ғына йәшәп ятҡанда, аралары боҙолған да ҡуйған. Сысҡандар боҙған шул дуҫлыҡтарын. Сөнки бесәй уларға йәшәргә көн бирмәгән. Шуға үс итеп, сысҡандар бесәйҙең этлектәрен һөйләгәндәр.

Бесәй тыштан мөләйем генә йөрөһә лә бик мут, хәйләкәр ҙә булған шул. Ашарға хәстәрләһә лә, бешергән саҡта гел хәрәмләшкән. Иң тәмле ерҙәрен үҙе ашай ҙа, эткә йә һөйәген, йә ҡабығын ғына бирер булған. Ә эткә:

- Сысҡандар бик күбәйҙе, бешергеләгәнсе ашайҙар ҙа бөтөрәләр,-тигән ҡойроғон болғап, күҙҙәрен ҡыҫа-ҡыҫа. Ә сысҡандарҙың был ялғанға асыуы килгән. “ Был ғәҙелһеҙлеккә нисек түҙмәк кәрәк, бесәй бит алдаша, гел ялғанды һөйләй. Берәй сараһын күрергә кәрәк” тип кәңәшләш-кәндәр ҙә, бесәйгә һөйләп бирергә булғандар. Яйын тура килтереп эткә һөйләгәндәр бесәйҙең мутлыҡтарын. Эт сысҡандарға ышанмаған. Шулай ҙа бесәйҙең үҙенән һорарға булған. Бына бесәй эткә ашарға һалып биргән. Үҙе тағы ла сысҡандарҙы әрләргә тотоноп киткән,ти. Шул саҡ эт:

- Мыяубикә, һин дөрөҫөн генә әйт әле, әтеү сысҡандар миңә:” Һин бесәйгә ышанма. Ул үҙе ашай ҙа беҙгә ауҙара, ә һиңә ҡабығын, һөйәген бирә” тинеләр, шул дөрөҫмө?-тип һораған. Бесәй шул саҡ:

- барыһы ла ялған,тигән дә ишектән сығып һыҙған. Эт хәлде бик тиҙ аңлап алып бесәйҙе ҡыуа сыҡҡан, бесәйҙең артынан ҡалмаған. Этте күреп бесәй бер ағас башына менеп ҡасып ҡотолған. Тик эт тә ағас эргәһенән китмәгән. бесәй эттең йоҡлағанын көткән дә, ағастан һиҙҙермәй генә төшөп, ауылға һыпыртҡан,ти. Эт уянһа бесәй юҡ,ти. Эт эт инде, бесәйҙең эҙе буйлап еҫкәнеп тапҡан. Баҡһаң бесәй ауылда бер кешегә килеп сысҡандарын ҡырып бөтөрөргә вәғәҙә биреп, йәшәргә тороп ҡалған икән. Ә эт хужаға килеп өйөн һаҡларға һүҙ биргән. Ул да шунда тороп ҡалған. Бесәй быға эй ҡайғырған, эй ҡайғырған. Өйҙән һирәк сыҡҡан. Ә этте күреп ҡалһа йөндәрен ҡабартып, ҡойроғон болғап һуғышырға әҙерләнгән. Ә үҙе ҡото алынып ағас башынамы, өй ҡыйығынамы менеп китә һалған, ти.

Бына шунан алып эт менән бесәйҙең дуҫлыҡтары бөткән. Улар кешегә эйәләшкән,ти.