Jump to content

Эй, дуҫтарым. Шәйехзада Бабич

From Wikisource
Эй, дуҫтарым (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Ижад итеү ваҡыты: 1910.


Эй, дуҫтарым


Дуҫтарым, торған ерегеҙ, тыуған ауыл, киң ауыл
Барса ҡайғы, моңдарыңды юйған ауыл, тын ауыл.

Иң һөйөклө киң ауыл һәм тын ауылды мин генә
Ташланым; ник ташламайым, башҡа тулғас ҡом ғына!


1910